Мәғлүмәти үҙбилдәләнеш
Мәғлүмәти үҙбилдәләнеш термины беренсе тапҡыр 1983 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу барышында йыйылған шәхси мәғлүмәткә ҡарата Германияның Конституцион суды сығарған ҡарар контексында ҡулланыла. Был мәсьәлә буйынса суд былай ти:
Мәғлүмәти үҙбилдәләнеш |
«[…] мәғлүмәттәрҙе заманса эшкәрткәндә, индивидуумдың шәхси мәғлүмәтен саманан тыш йыйыу, һаҡлау, ҡулланыуҙан һаҡлау һәм уны ситтәргә биреү Конституцияла яҙылған дөйөм хоҡуҡтар менән гарантиялана. Был төп хоҡуҡ индивидуумдың үҙенең шәхси мәғлүмәтен асыу һәм файҙаланыуҙы билдәләү һәләтен гарантиялай. Мәғлүмәти үҙбилдәләнеште сикләү ул йәмәғәтселектең мәнфәғәтенә етди ҡағылғанда ғына рөхсәт ителә».
Мәғлүмәти үҙбилдәләнеш бик йыш шәхси тормошҡа хоҡуҡ кеүек ҡарала, әммә уның Ҡушма Штаттар традицияларында шәхси тормошҡа хоҡуҡтан айырыусы үҙенсәлекле ҡылыҡһырламалары бар. Мәғлүмәти үҙбилдәләнеш шәхес силекте Уэстин билдәләүендә сағыла: «Кеше үҙе тураһында башҡаларға ниндәй мәғлүмәт һәм ниндәй шарттарҙа тапшырылырға тейешлеген үҙе хәл итеү хоҡуғына эйә» (Westin, A., freedom and Privacy, New York: Atheneum, 1970). Был билдәләмәгә ҡаршы, «шәхси тормошҡа хоҡуҡ» Ҡушма Штаттарҙың юридик традицияларында, ғәҙәттә, иғтибар үҙәгендә «яңғыҙлыҡҡа» хоҡуҡ («тыныслыҡта ҡалдырыу») ҡуйылған Уоррен һәм Брэндейс статьяһы һәм Конституцияның, кешеләрҙе һәм уларҙың милеген рөхсәтһеҙ тентеүҙән һаҡлаусы Дүртенсе төҙәтеүгә барып тоташа, тип һанала.