Мәхмүтов Шәрәфетдин Йәләлетдин улы

Шәрәфетдин Йәләлетдин улы МәхмүтовӨфө губернаһынан Рәсәй Империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы.

Шәрәфетдин Йәләлетдин улы Мәхмүтов
Файл:Ш.З.Махмудов.jpeg
Тыуған:

1853({{padleft:1853|4|0}})

Вафат:

31 май 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})

Вафат урыны:

Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

 Рәсәй империяһы

Дине:

ислам

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән

 Шәрәфетдин Йәләлетдин улы Мәхмүтов Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1853 йылда тыуған. Шәхси почетлы гражданин. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем ала.

1872 йылда Өфө татар уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә, 1876 йылда мәктәпте тамамлағас, Стәрлебаш ауылындағы мәҙрәсәлә рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.

1902 йылдан алып Дәүләт Думаһына ағза итеп һайланғанға тиклем Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙрәсәлә уҡытыусы булып эшләй (7 дисәтинә бүлеп бирелгән ере, өй — 1500 һум.).

1907 йылда өсөнсө саҡырылыш Дәүләт думаһына ағзаһы итеп һайлана, унда ул мосолман фракцияһына инә. Думаның халыҡ мәғарифы буйынса комиссияһы ағзаһы булып тора. «Башланғыс училищелар тураһында» хөкүмәт закон проекты буйынса фекер алышҡан ваҡытта, Ш. Мәхмүтов парламентарийҙарҙың иғтибарын ундағы асыҡтан-асыҡ руслаштырыу тенденцияһына йүнәлтә. Ул «мәғариф эшен икенсе милләт вәкилдәрендә уларҙың һуңғы нәҫел билдәләрен бөтөрөү өсөн уңайлы сараға әйләндерергә ярамай» тип һыҙыҡ өҫтөнә ала, шулай уҡ мосолмандар «Рәсәйҙең тиң хоҡуҡлы улдары булырға теләйҙәр, ә үгәй улдары түгел» тип белдерә[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башҡорт халҡының тарихы: 7 т./ баш ред. М. М. Ҡолшәрипов; РАН УНЦ Тарих, тел һәм әҙәбиәт ин-ты. — Өфө: Ғилем, 2010. — Т. V. — С. 59. — 468 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Усманова Д. М. Мәхмүтов Шәрәфетдин Йәләлетдин улы.//Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы: 1906—1917: Энциклопедия.. — М.: Рәсәй сәйәси энциклопедия (РОССПЭН), 2008. — С. 363—364. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.