Мәсеҙе (Силәбе өлкәһе)
Мәсеҙе — Силәбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районындағы ауыл. Мәсеҙе ауыл биләмәһенең үҙәге.
Ауыл | |
Меседа Мәсеҙе | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Бейеклеге |
494 м |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 35147 |
Почта индексы |
456101 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географияһы
үҙгәртергәРайон үҙәге Ҡытау-Ивановск ҡалаһынан көнсығышҡа табан, 28 саҡрым алыҫлыҡта, Мәсеҙе йылғаһы буйында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге—494 м[2].
Тарихы
үҙгәртергәАуыл 18 быуатта старообрядсылар тарафынан барлыҡҡа килә. Петр I идара иткән ваҡытта Мәсеҙене Твердышев һатып ала һәм Арзамас (Түбәнге Новгород губернаһы), Ветлужский (Кострома губернаһы), Симбирь (Ҡазан губернаһы) өйәҙҙәренән крәҫтиәндәр килтергән. Ауыл Йүрүҙән заводына күсә. Ауыл халҡы ағас ҡырҡып,уны ташығандар, дегет ҡайнатҡандар,завод ихтыяждары өсөн мәғдән сығарғандар. 1861 йылда ауылда 32 ихата, һыу тирмәне булған. 1926 йылда - 143 ихата. 1930 йылда "Красноармеец" артеле ойошторола, уның ағзалары саналар, арбалар, тәгәрмәстәр, мебель эшләгәндәр, икмәк бешергәндәр, май бешкәндәр, иген, йәшелсә, картуф, малдар үҫтергәндәр. Тимерлек, ағас эше оҫтаханалары булған. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында урындағы халыҡ хәрби заказдар үтәгән: бричкалар, сана һәм башҡалар яһағандар. 1963 йылда таҡта ярыу цехы асыла[3].
Халыҡ
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[4] | 2010[1] |
342 | ↘275 |
Инфраструктура
үҙгәртергәАуылда "Рәсәй почтаһы" бүлексәһе, китапхана, балалар баҡсаһы, сиркәү, "Тет-а-тет" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй. МТС операторынан мобиль элемтә бар.
Урамдары
үҙгәртергәАуылда 6 урам бар:[5]:
- Карл Маркс
- Курмышенская
- Лесная
- Нижняя
- Первомайская
- Советская
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Меседа (Катав-Ивановский район) | Фото Планета
- ↑ [1]
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Справочник почтовых индексов (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)