Мәмлиев Рәшит Фәрит улы

Мәмлиев Рәшит Фәрит улы (рус. Мамлеев Рашит Фаритович) (1 март 1945 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, 1988 йылдан эре парелле йорттар төҙөү идаралығының генераль директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.

Мәмлиев Рәшит Фәрит улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 март 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Рәшит Фәрит улы Мәмлиев 1945 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Шишмә ауылында тыуған. Милләте татар, юғары белемле — 1984 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын, 1964 йылда Өфө автотранспорт техникумын тамамлағас, төҙөлөш идараһында мастер булып башлай. 1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була. 1967—1986 йылдарҙа «Башнефтезаводстрой», «Башсельстрой» трестарында өлкән инжеренр, төҙөлөш идараһы начальнигы булып эшләй. Артабан «Башглавстрой» идаралығында начальник урынбаҫары. 1988 йылдан эре парелле йорттар төҙөү идаралығының генераль директоры.[2]

Өфө ҡалаһының Октябрь районы 37-се Российский һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.[3]


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе,
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Мамлеев Рашит Фаритович — биография
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә