Мырҙағолов Байғужа Ғәббәс улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Мырҙағолов Байғужа Ғәббәс улы (1 август 1924 йыл — 15 октябрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Мырҙағолов Байғужа Ғәббәс улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
Тыуған көнө 1 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 15 октябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (74 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Байғужа Ғәббәс улы Мырҙағолов 1924 йылда БАССР-ҙың Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған. 1932 йылда йылда Тимер ауылы мәктәбендә уҡый башлай. Колхозда бик йәшләй генә эшләй башларға тура килә.

1941 йылдың ғинуар айында Ватан һуғышына китә. Өфө ҡалаһында 6 айлыҡ сержанттар курсын тамамлай. Тәүҙә Курск дуғаһында, унан һуң Орел-Белгород операцияһында ҡатнаша. Ул Львов ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. 1942 йылдың август айында ҡаты яраланып 9 ай буйы Иркутскиҙағы госпиталдә дауалана. 1944 йылдын ғинуарынан март айына тиклем тыуған ауылына ялға ҡайтарылған осорҙа «Марс» колхозының бригадиры, КТФ мөдире булып эшләп өлгөрә. Апрель айында кире һуғышҡа алына һәм 1944 йылдың май айынан 1945 йылдың декабрь айына тиклем Украина фронты йүнәлешендәге 303-сө хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә.

1945 йылда демобилизацияла[1]. Һуғыштан һуң Байғужа Ғәббәс улы Мырҙағолов «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләй.

Һуғыштағы күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә, тик 1966 йылдың сентябрь айында ғына хужаһына тапшырыла.

1998 йылда вафат була һәм Тимер ауыл Советы зыяратында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә