Мусина Флариса Сабирйән ҡыҙы

юғары квалификациялы терапевт. Медицина фәндәре кандидаты. «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы»

Мусина Флариса Сабирйән ҡыҙы (1956 йыл, БАССР‑ҙың Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы) ― юғары квалификациялы терапевт. Медицина фәндәре кандидаты. «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы»[1].

Мусина Флариса Сабирйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1956
Тыуған урыны Түбәнге Ләмәҙ ауылы, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, университет уҡытыусыһы
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Флариса Сабирйән ҡыҙы Мусина 1956 йылда БАССР‑ҙың Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында тыуған. Һигеҙенсе синыфты гел "бишле"гә генә тамамлағандан һуң имтиханһыҙ Өфөнөң 1-се медицина училищеһына, артабан институтҡа уҡырға инә. 1987 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан һуң Өфөнөң Хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар фәнни тикшеренеүҙәр институтында эш башлай. Профессиональ сирҙәр, терапия буйынса махсуслаша. «Формирование сосудистого гипотонического синдрома при длительном контакте с нитроэфирами» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҙып, ошо йүнәлеш буйынса Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә белемен камиллаштыра[1].

1990 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына ғилми хеҙмәткәр булып күсә. Бер йылдан һуң эске ауырыуҙар кафедраһы ассистенты итеп тәғәйенләнә. Унда 2003 йылға тиклем эшләй. Кафедра ассистенты булараҡ, 18-се ҡала клиник дауаханаһының 3-сө терапия бүлегендә дауалау эше алып бара (ауырыуҙар палатаһы өсөн яуап бирә, 18-се поликлиникала һәм стационарҙа сирлеләргә консультация бирә). 2003 йылдың февраленән әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡорт дәүләт медицина университеты күсемһеҙ милек институтында ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы доценты булып эшләй. Хирургия бүлегендә һәм 18-се ҡала клиник дауаханаһының төбәк бүлексәһендә сирлеләр өсөн яуаплы. Дөйөм медицина стажы 34 йыл, табип стажы 22 йыл[2].

Кафедрала уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, терапияла кисектергеһеҙ хәл буйынса курсанттар менән лекциялар, практик һәм семинар дәрестәре үткәрә. Ф. С. Мусина тарафынан интерндар, ашығыс медицина ярҙамы табиптары өсөн эш программалары, ситуация мәсьәләләре, уҡыу фильмдары, тематик стендтар әҙерләнгән. Дәрестәрҙә курсанттарҙың практик күнекмәләрҙе үҙләштереүенә айырым иғтибар бүлә[2].

Педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән Ф. С. Мусина дауалау һәм консультатив эште уңышлы алып бара, хирургия бүлеге менән етәкслек итә, дөйөм тикшереүҙәр, консультациялар, консилиумдар, клиник һәм клиник-анатомик конференциялар үткәрә, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары комиссияларында ялыуҙарҙы тикшереү буйынса эшләй, консультация һәм дауалау ярҙамы күрһәтеү өсөн Башҡортостан Республикаһы дауалау-профилактика учреждениеларына бара. БДМУ-ның сертификация комиссияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының аттестация комиссияһы ағзаһы булып тора.

Уҡыу, дауалау, фәнни эш менән бер рәттән кафедраның, университеттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, кафедраның уҡыу бүлеге мөдире, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының штаттан тыш хеҙмәткәре булып тора[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[2] үҙгәртергә

  • БДМУ-ның Маҡтау грамотаһы,
  • Өфө ҡалаһы ҡала округының Маҡтау грамотаһы,
  • «Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау отличнигы»
  • Уңышлы хеҙмәте «Рәсәйҙең күренекле ғалимдары» сертификаты менән баһаланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә