Мулдашев Альберт Әкрәм улы

(Мулдашев Альберт Әкрəм улы битенән йүнәлтелде)

Мулдашев Альберт Əкрəм улы (25 август 1954 йыл) — ғалим-ботаник. 1980 йылдан Өфөләге Биология институты ғилми хеҙмәткәре, 1995 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре. Биология фәндәре кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (2005).

Мулдашев Альберт Əкрəм улы
Тыуған көнө

25.08.1954,

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Түбәнге Сермəн ауылы

Вафат көнө

9 август 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Үҫемлектәр систематикаһы

Эшләгән урыны

БДУ

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты (1976)

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре кандидаты (1983)

Ғилми исеме

өлкəн ғилми хеҙмәткәр

Ғилми етәксеһе

профессор В.И. Грубов

Награда һәм премиялары

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы, "Урман рыцары", Монгол Халыҡ Республикаһының юбилей миҙалы(1989).

Биографияһы үҙгәртергә

Мулдашев Альберт Əкрəм улы 1954 йылдың 25 авгусында БАССР‑ҙың Белорет районы Түбәнге Сермəн ауылында[1] тыуған.

1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған. Университетты тамамлағас Өфө Биология институтына (СССР фәндәр Академияһының Башҡорт филиалы) үҫемлек ресурстары лабораторияһына эшкә ебәрелә.

1977 йылда СССР фәндәр Академияһының Ленинградтағы В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институтына аспирантураға уҡырға инә.

1979 йылда Монголияла Совет-Монгол экспедицияһында ҡатнаша. Бында ул кандитатлыҡ диссертацияһы өсөн материалдар туплай.

1983 йылда профессор В. И. Грубов етәкселегендә кандитатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Темаһы: «Монография рода Ajania Poljak. (Asteraceae — Anthemideae)». Бында ул ботаника фәне буйынса бер нисә яңы таксон, шул иҫәптән бер ырыу аса һәм һүрәтләй.

1981 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Рәсәй фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институтында геоботаника һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау лабораторияһында эшләй.

1981 йылдан Биология институтының Гербарийы менән етәкселек итә. Бында 100 мең көпшәле (юғары төҙөлөшлө)үҫемлектәрҙең гербарийы һаҡлана.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1995 йылдан башлап өлкəн ғилми хеҙмәткәр. Фəнни тикшеренеүҙəре Башҡортостандағы үҫемлектəрҙең һирəк төрҙəренең популяцион биологияһына, геоботаникаға, үҫемлектəрҙе системаға һалыуға, флораға һəм тəбиғəтте һаҡлауға арналған.

Мулдашев Альберт Əкрəм улы тарафынан яңы таксондар — феостигма заты һəм астра һымаҡтар ғаилəһенə ҡараған 4 төр (Грубов аянияһы, Роборовский аянияһы һ.б.) тасуирланған.

Тəүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһының 150‑нəн ашыу яңы төр үҫемлеге асыҡланған.

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабының төп авторы. «Башҡортостан Республикаһының һаҡланыусы тəбиғəт билəмəлəре системаһы» (2004) проектын эшлəүҙə ҡатнашҡан.

4 тəбиғи паркты һəм 50 тəбиғəт ҡомартҡыһын фəнни яҡтан нигеҙлəгəн һəм проектлаған.

270‑тəн ашыу фəнни хеҙмəт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (Рәсәй Федерацияһы Президентының 2005 йылдың 20 декабрендәге 1489-сы Указы)
  • «Урман рыцары» («Рыцарь леса») исеме бирелгән.
  • Монгол Халыҡ Республикаһының юбилей миҙалы (1989).

Монографиялары үҙгәртергә

Дәреслектәре үҙгәртергә

  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности. М.: Логос. 2001. 264 с.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности. Изд. второе, перераб. М.: Логос. 2002. 256 с.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А., Ямалов М. С. Флора Башкортостана (учебное пособие) // Уфа, 2004. РИО БашГУ, 148 с.

Үҙәк матбуғатта мәҡәләләре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә