Mоцамета (груз. მოწამეთა) - Грузияла монастырь комплексы, Имеретия төбәгендә, Кутаиси үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 6 км алыҫлыҡта ята. Монастырь ҡаяла урынлашҡан[2].

Моцамета
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Ткибульский муниципалитет[d][1]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Указания, как добраться მოწამეთა[1] һәм NE 6 km of Kutaisi. Take the mini bus towards Gelati (see section above) and get out at the gas station in Motsameta. From there, it is a 2-km walk along a paved road to the Motsameta Monastery. On the way back, just wait at the gas station for a mini bus. Besides, Motsameta is about 5 km from Gelati Monastery (which is about 1-hr walk following the road)
Карта
 Моцамета Викимилектә

Уның исеме VIII быуатта баҫҡынсы ғәрәптәрғә ҡаршы ихтилал ойошторған ағалы-ҡустылы кензәдәр Давид һәм Константин менән бәйле. Ихтилал баҫтырылғас, кенәздәр әсирлеккә алына. Ғәрәп шаһы уларға христианлыҡтан баш тартып, ислам ҡабул итеүҙе талап итә. Әммә береһе лә был тәҡдимгә риза булмай, уларҙы туғыҙ көн буйы язалайҙар һәм кәүҙәләрен йылғаға ташлайҙар. Риүәйәткә ярашлы ағалы-ҡустылы кенәздәрҙең кәүҙәләрен арыҫландар эләктереп ала һәм Гелати монастырына күсерә. Һуңынан Православие сиркәүе уларҙы изгеләр рәтенә индерә, ә XI быуатта Грузия батшаһы Баграт IV улар хөрмәтенә ғибәҙәтханаға нигеҙ һала[3] 1923 йылда большевистик йәшерен полициялар Давид һәм Констандиндың кәүҙәләрен Гелати монастырынан Кутаиси музейына килтерергә уйлай, әммә был шундай шау-шыуҙы тыуҙыра, ҡомартҡыларҙы тиҙ арала кире ҡайтаралар һәм улар һаман монастырҙарҙа һаҡлана[4]

Риүәйәткә ярашлы, Моцамета монастыры һәм Гелати монастыры араһында һуғыш ваҡытында ҡулланылған йәшерен үтеп йөрөү урыны бар[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә