Морозов Борис Иванович

Борис Иванович Морозов (1590 — 1 ноябрҙә 1661) — рус бояры, үҙ ваҡытының иң эре ер биләүсеһе, батша Алексей Михайловичтың тәрбиәсеһе. Иван Васильевич Морозов менән Аграфена Елизаровна Сабурованың өлкән улы. 1648 йылдағы бола Тоҙ болаһын башлаусыларҙың төп ғәйеплеһе (был бола тоҙға хаҡтың саманан тыш бик юғары булғанлығы арҡаһында тоҡанған). Боланан һуң ул власта ҡала, әммә хәҙер инде элекке ролен уйнай алмай. Көнбайыш мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған, Морозов батшанан алдараҡ Петр I тарафынан урыҫ традицион йәшәү рәүешен үҙгәртеү яғында иң беренсе торған кеше .

Борис Иванович Морозов
Борис Иванович Морозов
боярин
 
Тыуған: 1590({{padleft:1590|4|0}})
Үлгән: 1 ноября 1661 (на момент смерти было около 71 года)
Ерләнгән: Чудов монастырь
Нәҫел: Морозовы
Атаһы: Иван Васильевич Морозов[d]
Ҡатыны: Анна Ильинична Милославская
 
Хәрби хеҙмәт
Хеҙмәт иткән йылдары: с 1654 года
Принадлежность: Русское царство
Звание: дворовый воевода

Биографияһы үҙгәртергә

Борис Морозов (1590) бай һәм абруйлы бояр Морозовтар ғаиләһендә тыуа. Уның ҡустыһы Глеб Морозов. Глебтың икенсе ҡатыны — «старообрядлыҡҡа күскән» боярыня Морозова. 1615 йылдың Морозов «на житьё» (йәшәргә) батша һарайына алына, унда башта стольник (1627-1629), артабан бояр (1629-1658)[1]була. 1634 йылда батша улы Алексей Михайловичтың тәрбиәсеһе итеп тәғәйенләнә. Морозовтың һеңлеһе Анна Ильнична Милославская батшаға кейәүгә сыҡҡас, Морозов батшаға тағын да нығыраҡ яҡынлаша һәм батша һарайында ғүмеренең аҙағына тиклем иң абруйлы кеше булып ҡала. Замандаштары уны дәүләт эштәрендә тәжрибәле һәм аҡыллы, көнбайыш мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған кеше булараҡ ҡылыҡһырлай. Илдә ысын хаким булып, Европаның техник һәм мәҙәни ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһына, Рәсәйгә сит ил белгестәрен хеҙмәткә саҡыра. Күрәһең, был ҡыҙыҡһыныуын ул үҙенең тәрбиәләнеүсеһендә лә уята ала.

Морозов ҙур мөлкәт йыя: 30 000 сирек ер, 9000 крәҫтиән ихатаһы, 55000 ике енес кешеһе, 245 ауыл, 85 ҙур ауыл, 24 бояр йорто, тирмән, тимерлек, оҫтаханалар, металлургия һәм поташ заводы, һыра ҡайнатыу, ҡабаҡтар, кибеттәр, амбар, емеш-еләк баҡсалары, быуа балыҡтары. Шулай уҡ тимер, кирбес етештереү һәм тоҙ кәсептәре менән шөғөлләнгән.

Морозов биографияһында ҡара таптар була: сәбәбе — 1648 йылдағы Тоҙ фетнәһе . Был ваҡытта Морозов бер нисә мөһим приказдарҙың (Оло Ҡаҙна, Һалым һәм дарыухана) начальнигы була. Ул казнокрад һәм взяточник боярҙарҙы ҡурсалай. Ҡаҙна килемен арттырыу маҡсатында, Морозов хеҙмәткәрҙәрҙең юғары эш хаҡын ҡыҫҡарта һәм тоҙға ситләтелгән һалым һала. Ул саҡта тоҙ төп консервант була һәм кешеләргә бик ныҡ кәрәк булған була. 1648 йылдың майында Мәскәүҙә, Псковта һәм Мәскәү дәүләтенең башҡа ҡалаларында Морозов һалымдары халыҡ сығыштары тыуҙыра. фетнә күтәреүселәр Морозовтың башын талап итә. Уның яҡын ярҙамсылары (окольничий П Т. Траханиотов һәм дьяк Назарий Чистой), шулай уҡ Земство приказы судьяһы Л С. Плещеев баш күтәреүсе халыҡ тарафынан язалап үлтерелә, ә Морозов үҙе, батша һарайына ҡасып, фетнәселәрҙән ҡотолоп ҡала.

Батша үҙенең уҡытыусыһын һарайынан ситкә сығарып ебәрергә мәжбүр була — Морозов Кирилло-Белозерский монастырына ебәрелә. Был, әлбиттә, батшаның үҙ тәрбиәсеһенә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртә алмай

Морозов Мәскәүгә дүрт ай үткәс ҡайта.

Бында ҡайтҡандан һуң Морозов батшалыҡтың эске идаралығында рәсми рәүештә элекке хәленә ҡайта алмай, сөнки батша халыҡҡа биргән үҙ вәғәҙәһен үтәй.

Шул уҡ ваҡытта, 1649 йылда, Морозоа закондар йыйынтығын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша, йыйынтыҡ XIX быуаттарға тиклем Рәсәйҙә ғәмәлдә тора.

Морозов һәр ваҡыт батша янында була. 1654 йылда Литва походында батша Морозовҡа юғары хәрби звание — дворовый воевода дәрәжәһен биреп,уны «батша полкының» начальнигы итеп ҡуя.

Морозов 1661 йылда вафат булғас, батша башҡалар менән бер рәттән үҙе шәхсән рәүештә мәрхүмгә һуңғы бурысын бирергә килә. Морозов Чудово монастырында ерләнгән, ҡәбере юғалған.

Мираҫы үҙгәртергә

Морозовтың вариҫтары булмай, үлгәндән һуң, уның барлыҡ мөлкәте ҡустыһы Глебҡа күсә, әммә ул да тиҙ арала вафат була. Бар мөлкәт Глеб вафатынан һуң уның сабый улына, йәғни ул үҫкәнгә тиклем, Глебтың ҡатыны — старообрядсы эшмәкәрлеге менән билдәлебоярыня Феодосия Морозова ҡулы аҫтында тора.

Мәҙәниәттә үҙгәртергә

  • 1913 — «Трёхсотлетие царствования дома Романовых» (исполнитель роли — ?)
  • 2011 — «Раскол» (исполнитель роли — Роман Мадянов)

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Алфавитный указатель фамилий и лиц, упоминаемых в Боярских книгах, хранящихся в I-ом отделении московского архива министерства юстиции, с обозначением служебной деятельности каждого лица и годов состояния, в занимаемых должностях. М., Типогр: С. Селивановского. 1853 г. Морозовы. стр. 270.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Акты хозяйства боярина Б. И. Морозова. В 2 тт. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1940—1945.
  • Жарков В. П. Боярин Борис Иванович Морозов — государственный деятель России XVII века. — М., 2001.
  • Петрикеев Д. И. Крупное крепостное хозяйство XVII в. По материалам вотчины боярина Б. И. Морозова. — Л., 1967.
  • Смирнов П. П. Правительство Б. И. Морозова и восстание в Москве 1648 г. — Ташкент, 1929.