Монзуль Екатерина Владимировна

Монзуль Екатерина Владимировна (укр. Катерина Володимирівна Монзуль, 5 июль 1981 йыл, Харьков) — футбол арбитры, Украинанан ФИФА арбитрҙарының элиталы категорияһына эләккән беренсе ҡатын-ҡыҙ арбитр.

Монзуль Екатерина Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Украина
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Украина
Тыуған көнө 5 июль 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө футбольный судья, архитектор
Биләгән вазифаһы Арбитр ФИФА[d]
Спорт төрө Футбол[1]
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по футболу среди женщин 2019[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден княгини Ольги III степени орден княгини Ольги II степени
Бейеклеге/буйы 167 сантиметр
 Монзуль Екатерина Владимировна Викимилектә

Карьераһы үҙгәртергә

Бала сағы Харьков өлкәһенең Бабай ҡасабаһында үтә. Футбол менән бәләкәйҙән мауыға, ҡасаба командаһы өсөн уйнай. 18 йәшендә, арбитр һәм уйынсы карьераһын һайлағанда, һуңғы вариантҡа туҡтала. Арбитрҙарҙың барлыҡ дүрт категорияһында ла эшләй. Тәүге этаптарҙа ир-аттар яғынан аңламаусылыҡ менән осраша, әммә эшен ташламай һәм осрашыуҙарҙы баһалауын дауам итә[2]. 2005 йылдың 24 сентябрендә тәүге тапҡыр Финляндия һәм Польша командалары араһында халыҡ-ара матчты үткәрә.

2009 йылдың 11 тюнендә Екатеринаға Беренсе лига уйындарын хеҙмәтләндереү мөмкинлеге тураһында мәсьәлә ҡарала, әммә ФФУ башҡарма комитеты, уның тулы профессиональ әҙерлеге булмағанлыҡтан, үтенесен кире ҡаға[3]. Ике йылдан ашыу ваҡт үткәндән һуң ғына, 2011 йылдың 4 октябрендә, Екатерина Беренсе лига арбитры лицензияһын ала[4]. 5 октябрҙә «Одесса» һәм «Крымтеплица» командалары араһындағы уйынды баһалай[5]. 2010 йылда уға Сингапурҙа үткән Үҫмерҙәр Олимпия уйындарында эшләүҙе ышанып тапшыралар, 2011 йылда ул Германиялағы донъя чемпионатында ҡатнаша[6].

Ҡышҡыһын ул ФИФА-ның элиталы арбитрҙары категорияһына эләгә һәм Украинанан был дәрәжәгә эйә беренсе ҡатын-ҡыҙ була[7]. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Чемпиондар лигаһы матчтарын хеҙмәтләндерә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың Евро-2013 уйындарына һайлап алыу уйындарын үткәрә[8] . 2012 йылдың февралендә Төркиәлә халыҡ-ара йыйындарҙа «Лудогорец» (Болгария) һәм «Нистра» (Молдавия) командалары араһында матч үткәреп, үҙенең һүҙ тейҙермәҫлек эше менән ике яҡ команда уйынсыларының да, тренерҙарының да ихтирамын яулай[9].

2013 йылда Швецияла буласаҡ Европа чемпионаты арбитрҙары исемлегенә индерелә. Төркөм этабы уйындарында ДанияШвеция (A төркөмө)[10], АнглияИспания (C төркөмө)[11] матчтарын, шулай уҡ НорвегияДания командаларының ярымфиналын үткәрә[12].

Канадала 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында футбол буйынса 2014 йыл донъя чемпионатында төркөм этабы матчтарын баһалай[13][14].

2015 йылда Канадала донъя чемпионатында АҠШ һәм Япония йыйылма командаларының финал матчында арбитр була (5:2).

Халыҡ-ара футбол федерацияһында тауыш биреү буйынса футбол тарихында һәм статистикаһында (IFFHS) Монзуль 2015 йылдың иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ- арбитры булып таныла[15].

2016 йылдың мартында ФФУ башҡарма комитеты составына инә[16].

2016 йылдың 3 апрелендә Украинаның ир-егеттәр араһында футбол буйынса чемпионат премьер-лигаһы матчының беренсе ҡатын-ҡыҙ — төп арбитры булараҡ украин футбол тарихына инә[17].

Шәхси тормошо үҙгәртергә

Белеме буйынса — архитектор-төҙөүсе, ҡала хужалығы академияһын отличие менән тамамлай[18]. Кейәүҙә түгел, әммә ул яратҡан кешеһе бар, ул футбол менән бәйле түгел. Инглиз телендә иркен һөйләшә. Хоббийы — дуҫтары менән аралашыу, кулинария һәм классик музыка[19].

Наградалары үҙгәртергә

ІІ (2017)[20] һәм ІІІ дәрәжә (2011) княгиня Ольга ордены менән бүләкләнгән[21].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://worldreferee.com/referee/kateryna_monzul/ (ингл.)
  2. Мечтаю обслуживать финал Лиги чемпионов — Екатерина Монзуль(недоступная ссылка)
  3. Женщины становятся судьями ФИФА сами знаете как
  4. Екатерина Монзуль назначена главным арбитром на матч первой лиги 2021 йыл 3 май архивланған.
  5. Монзуль не стала комментировать свой судейский дебют в мужском футболе
  6. Украинка Монзуль будет судить чемпионат мира 2021 йыл 4 май архивланған.
  7. Украинские арбитры обслужат матчи чемпионатов Европы
  8. Профиль на сайте Footballzz.com
  9. Как болгары и молдаване не могли глаз от украинских арбитров отвести
  10. Denmark 1-1 Finland (инг.)
  11. England 2-3 Spain (инг.)
  12. Norway 1-1 Denmark, 4-2 penalties (инг.)
  13. New Zealand — Paraguay 2 : 0 2014 йыл 9 август архивланған. (инг.)
  14. Korea Republic — Mexico 2 : 1 2014 йыл 14 август архивланған. (инг.)
  15. THE WORLD’s BEST WOMAN REFEREE 2015 (инг.)
  16. Монзуль, Тимощук и Хахлев вошли в состав исполкома ФФУ. ua-football.com (11 март 2016). Дата обращения: 3 апрель 2016.
  17. УПЛ: Монзуль рассудит Волынь с Черноморцем и другие назначения 20 тура. ua-football.com (29 март 2016). Дата обращения: 3 апрель 2016.
  18. Первая девушка-арбитр обставила мужчин
  19. 29-летняя харьковчанка стала лучшим украинским футбольным судьей 2021 йыл 3 май архивланған.
  20. Указ Президента України № 56/2017 від 7 березня 2017 року «Про відзначення державними нагородами України з нагоди Міжнародного жіночого дня»
  21. Указ Президента Украины № 1096/2011 «О награждении государственными наградами Украины». Официальный сайт Президента Украины (1 декабрь 2011). Дата обращения: 4 ноябрь 2014.