Молчанова Ольга Павловна

Молчанова Ольга Павловна (30 апрель (12 май) 1886 йыл — 13 март 1975 йыл) — СССР-ҙың ғалим-табибы, биолог. СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1950). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ике Ленин һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Молчанова Ольга Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Тыуған көнө 30 апрель (12 май) 1886
Тыуған урыны Рязань, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 март 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Һөнәр төрө биолог
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Ольга Павловна Молчанова 1886 йылдың 30 апрелендә Рязань ҡалаһында тыуған.

1904 йылда алтын миҙал менән гимназияны һәм 2-се Мәскәү университеты ҡарамағындағы Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсының тәбиғи фәндәр бүлеген тамамлай (1911).

1910 йылдан Михаил Николаевич Шатерников (1870—1939) етәкселек иткән туҡланыу физиологияһы лабораторияһында эшләй.

1918 йылда ҡаты ауырып китә һәм ике йылға Рязань ҡалаһына китә. Шунан Шатерников лабораторияһына кире килә, был ваҡытта ул Туҡланыу физиологияһы институты итеп үҙгәртелгән була.

Кешенең хеҙмәт шарттарына ҡарап калорияларға ихтыяжын өйрәнеү менән шөғөлләнә. 1933 1934 йылдарҙа Ҡараҡом сүллегенә экспедицияларҙа ҡатнаша, уларҙың маҡсаты эҫелектең һәм ауыр шарттарҙың матдә алмашыныуына, һыу ҡулланыуға, аҡһымдар, минераль тоҙҙар сығымына йоғонтоһон өйрәнеү була. 1936 йылда Памирға экспедицияла ҡатнаша.

Үҫмерҙә — һөнәрселек мәктәбе уҡыусылары өсөн туҡланыу рационын эшләү менән шөғөлләнә. Уның арҡаһында был учреждениеларҙы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү яҡшыра.

1947 йылдан 1961 йылға тиклем СССР Медицина фәндәре академияһының Бөтә Союз туҡланыу институты директоры урынбаҫары. 1950 йылда СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Биология фәндәре докторы, профессор. М. В. Ломоносов исемендәге МДУ-ла, шулай уҡ Икенсе һәм Беренсе медицина институттарында физиология курсын уҡыта.

«Книга о вкусной и здоровой пище» китабы авторҙарының береһе.

1975 йылдың 13 мартында Мәскәүҙә вафат була, Ваганьков зыяратында (уч. № 14) ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • ике Ленин ордены
  • ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән. 17.06.1961 — бортында кеше булған донъяла беренсе космик карабын осошҡа әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #131855524 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.

Һылтанмалар үҙгәртергә