Төп менюны асырға

Миҙиәк мәҙрәсәһе — XIX—XX быуаттарҙа Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Миҙиәк ауылында урынлашҡан мәҙрәсә.

Мәҙрәсә
Миҙиәк мәҙрәсәһе
Ил Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Губерна Ырымбур
Местоположение Силәбе өйәҙенең Миҙиәк ауылы
йүнәлеш, мәктәп сөнни, хәнәфи
Архитектура стиле Ислам архитектураһы
Төҙөлөштө башлаусы Ғ. Ғ. Ҡорбанғәлиев
Төп даталары:
1860мәсет төҙөлә
1886мәҙрәсә асыла
Мөҙәрис Д. Көсөков

ТарихыҮҙгәртергә

1860 йылда ауылдың йәмиғ мәсете базаһында мәктәп булараҡ асыла. Һуңғараҡ, 1883 йылдың декабрь айынан мәҙрәсәгә әйләндерелә. Нигеҙ һалыусыһы Ғ. Ғ. Ҡорбанғәлиев. Ырымбур мосолмандар назаратына буйһонған. 1874 йылдан халыҡ мәғарифы ҡарамағында була. Дворян Ғ. Ҡорбанғәлиев ярҙамында тотола.

Уҡытыу‑тәрбиә эшенә Ҡорбанғәлиев һәм мөғәллим Д. Көсөков етәкселек итә. Башлыса 7—11 йәшлек ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу ваҡыты — 7—10 йыл. XIX—XX быуаттарҙа Башҡортостанға йәдитселек үтеп ингән. Әммә был мәҙрәсә иҫке ысуллы була . Уҡыу программаһына Ҡөрьән өйрәнеү ғилеме, хәҙис өйрәнеү ғилеме, фикһ, ғәрәп теле, төрки һ.б. инә. 1913 йылда 320 уҡыусы булған. [1].

Бының сәбәбе булып Ырымбур крайы ахуны Ғабдулла ишандың, яңылыҡтар керетеүгә ҡаршы тороуы тора. Был мәҙрәсә бик данлыҡлы мәҙрәсәләрҙән иҫәпләнгән. Унда ғәрәп теле, фарсы теле, Ҡәръән тәфсире ныҡлап өйрәтелгән.

Себерҙән һәм Байкал аръяғынан аҡтар хәрби частәре менән бергә башҡорт ғәскәре киткәс, Миҙиәк мәҙрәсәһе ябыла.

Билдәле уҡыусыларыҮҙгәртергә

  • Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт-Ғәбделхәй — башҡорт мәғрифәтсеһе, ХХ быуаттың тәүге яртыһының күренекле дини, сәйәси һәм ижтимағи шәхесе. Японияла һәм Маньчжурияла тәүге мосолман мәсеттәрен нигеҙләүсе.[2]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкирии (1917—1994). Уфа, 1994.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. М., 2007.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә