Мирсәйет

башҡорт ир-ат исеме

Мирсәйет — башҡорт ир-ат исеме.

Мирсәйет

Этимологияһы үҙгәртергә

Мирсәйет (Мирсәит) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп, фарсы теле аша ингән, мир + сәйет; баш кеше, башлыҡ тигән мәғәнәгә эйә[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Юнысов Мирсәйет Ғүмәр улы — 1998 йылдан башлап «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире.

Солтанғәлиев Мирсәйет Хәйҙәрғәли улы (13 июль 1892 йыл — 28 ғинуар 1940 йыл) — революционер һәм сәйәси эшмәкәр. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Яруллин Мирсәйет Заһиҙулла улы (12 июль 1938 йыл — 6 апрель 2009 йыл) — композитор, педагог. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ҡарағалпаҡ АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһының халыҡ артисы. Муса Йәлил исемендәге Татарстан Республикаһы премияһы лауреаты.

Фамилиялар һәм атаһының исеме үҙгәртергә

Мирсәйетов Ғабдулла Сәйет улы (2 февраль 1891 йыл — 1969 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры.

Шәйҙуллин Айҙар Мирсәйет улы (21 ғинуар 1977 йыл) — «Кремль балеты» театры премьеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006).

Вәлиев Әлфәт Мирсәйет улы (3 декабрь 1938 йыл) — кинооператор. 1997 йылдан Рәсәй Фоторəссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1983).

Ғиләжев Аяз Мирсәйет улы (17 ғинуар 1928 йыл — 13 март 2002 йыл) — татар яҙыусыһы, драматург.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ