Мирза-Риза-хан йорто

Мирза-Риза-хан йортоXIX быуат аҙағы архитектураһы ҡомартҡыһы, Боржоми ҡалаһының символы. Боржоми үҙәк паркы янында урынлашҡан.

Мирза-Риза-хан йорто
Рәсем
Дәүләт Flag of Georgia.svg Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Боржоми[d] һәм Боржомский муниципалитет[d][1]
Мираҫ статусы культурное наследие Грузии[d][1]
Адрес ქ. ბორჯომი, 9 აპრილის ქ. №48, ბორჯომის მუნიციპალიტეტი[1]
Commons-logo.svg Мирза-Риза-хан йорто Викимилектә

ТарихыҮҙгәртергә

Йорт «Фирүзә» (фирүзә) исеме аҫтында 1892 йылда Кавказдағы иран консулы, генерал[2], Мирза-Риза-хан тарафынан дача булараҡ төҙөлгән. Йорттоң атамаһы, төҙөлөү йылы һәм хужаның исеме бинала декоратив биҙәктәр менән уйылған. Хужаның вафатынан һуң бина «Фирүзә» шифаханаһының өлөшө, ҡунаҡхана һәм музей булып хеҙмәт итә[3]

Мирза-Риза-хандың дачаһын эшләүсе әзербайжан оҫтаһы Юзуфтың яҙмышы фажиғәле. Данлыҡлы оҫта Хәссәндең улы — Юзуф, төҙөлөш ваҡытында алдаҡ юл менән ашығыс Тифлисҡа сығарыла, унда ата йортонда әсәһе Улдух ханым менән бергә аҡ дәрүиш тарафынан үлтерелә, ул Юзуфтан ниндәйҙер серҙе һөҙөмтәһеҙ белергә тырышҡан була. Был тарих тураһында үҙенең «Кавказ детективтары, XIX быуат» серияһынан «Аҡ, ҡыҙыл, ҡара» исеме аҫтындағы өсөнсө романында Бельгия яҙыусыһы Тегюль Мари яҙа[4], олатаһы уның XIX быуат каҙағында Тифлисҡа килә, унда өйләнә һәм йәшәргә ҡала[5]

АрхитектураһыҮҙгәртергә

Бина төкәтмәләр менән тура мөйөшлө формала. Таштан төҙөлгән. Ҡыйығының бер өлөшө һәм үҙәк балконы ағастан эшләнгән. Бинаның төп төҫө - зәңгәр. Үҙәк балкондың түшәме төрлө төҫтәге фирүзә таштар менән биҙәлгән, шуға күрә йорттоң исеме лә «Фирүзә».[6]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә