Минһажев Гайдар Ғиләж улы

стоматолог, хирург. Медицина фәндәре докторы, профессор

Минһажев Гайдар Ғиләж улы (2 июнь 1936 йыл) — ғалим-табип, стоматолог, хирург. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)[1].

Минһажев Гайдар Ғиләж улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 2 июнь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (87 йәш)
Тыуған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө стоматолог, хирург, уйлап табыусы
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Гайдар Ғиләж улы Минһажев 1936 йылдың 2 июнендә Ҡаҙан ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Камчаткалағы Петропавловск ҡалаһына Тымыҡ океан флотына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1959 йылда демобилизациялана, Ҡазан медицина институтының стоматология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ғилми эш менән әүҙем шөғөлләнә, студенттар фәнни ойошмаһы ағзаһы була.

1964 йылда табип дипломы алғас, Татар АССР-ы Мәмәҙеш үҙәк район дауаханаһының баш стоматологы һәм хирург-стоматологы булып эшләй. 1968 йылда Өфөгә ҡайта һәм Республика клиник дауаханаһының яңаҡ-бит хирургияһы бүлегендә эшләй, унда дауалау эшмәкәрлеген дауам итә, фән һәм уйлап табыу менән әүҙем шөғөлләнә. 1976 йылда иң яҡшы уйлап табыусы һәм рационализатор булараҡ Башҡорт АССР-ының Дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейында күрһәтелә. Илдә тәүгеләрҙән булып аҫҡы яңаҡтың компрессион-дистракцион остеосинтезы өсөн экстрафокаль ҡоролма эшләй һәм индерә, бит һөйәктәре һынған пациенттарҙы беренсе булып парентераль аҡһым менән туҡландырыуҙы нигеҙләй һәм индерә. Ул тәҡдим иткән «бытовой сельскохозяйственный травматизм» бөтә союз яңаҡ-йөҙ йәрәхәттәре классификаторына индерелгән. Ул республикала беренсе булып аҫҡы яңаҡты ауыҙ эсендә остеомияһы ысулын һәм бығым һөйәген аллотрансплантациялау ысулын тәҡдим итә һәм индерә. Практик табип булараҡ, Ҡазан медицина институтында кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләй һәм яҡлай (1978).

1980 йылда конкурс буйынса Башҡорт дәүләт медицина институтының яңы асылған стоматология факультетының стоматология кафедраһы ассистенты итеп ҡабул ителә, ә 1981 йылда хирургия стоматология кафедраһын ойоштора һәм етәкләй, унда 1985 йылда доцент исемен ала. Бер үк ваҡытта 1983—1988 йылдарҙа декан булып эшләй.

Педагогия һәм медицина эшмәкәрлеген дауам итеп, Киевта яңаҡ-бит хирургияһы клиникаһында кешенең акушерлыҡ туҡымаһын (плацента) ҡулланыуҙы клиник-эксперименталь нигеҙләү буйынса докторлыҡ диссертацияһын эшләй һәм яҡлай. Күп кенә уйлап табыуҙарға авторлыҡ таныҡлығы һәм патенттар менән раҫланған ыңғай һөҙөмтәләр, Мәскәүҙең алдынғы клиникаларында материалдарҙы тикшереү һөҙөмтәләре (биопрепараттар), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 1989 йылда 36 кешенән торған туҡымалар әҙерләү һәм лиофилизациялау лабораторияһын асырға мөмкинлек бирә. Үҙ эшенең тәүге көндәренән башлап лабораторияла төп хирургик һөнәрҙәрҙә, шул иҫәптән стоматология һәм гинекологияла ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән 7 типтағы биологик препараттар һәм биотрансплантаттар эшләп сығара. "Биоплант"тың гемостатик һәм остеоиндуктив сара булараҡ донъя аналогы юҡ.

Лабораторияның емешле эшмәкәрлеге, Рәсәй һәм БДБ илдәренең медицина учреждениелары ҡулланған медицина продукцияһының һөҙөмтәлелеге Башҡортостан хөкүмәтенең 1996 йылда уны «Ғилми-тикшеренеү һәм производство институты» дәүләт унитар предприятиеһы — Республика Фәндәр академияһы ҡарамағындағы «Биоплант» тип үҙгәртеүе өсөн нигеҙ булып тора һәм уның директоры итеп профессор Мингазов Г. Г. тәғәйенләнә.

1996 йылда үҙе етәкләгән хирургик стоматология кафедраһында ул табиптарҙы камиллаштырыу курсын ойоштора, ә 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының (Өфө) Дипломдан һуң белем алыу институтында яңы стоматология һәм яңаҡ-йөҙ хирургияһы кафедраһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе була.

21-се ҡала клиник дауаханаһы составында Республика яңаҡ-йөҙ үҙәген ойоштороусы һәм даими ғилми директоры булып тора, 20 йылдан ашыу республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш яңаҡ-йөҙ хирургы, стоматология берекмәһенең беренсе президенты була, 80 койкалыҡ бүлек аса, яңаҡ-йөҙ хирургтары мәктәбен булдыра[2][3].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге туҡымаларҙы регенерациялау, йомшаҡ һәм ҡаты туҡымалары зарарланған ауырыуҙарҙы дауалау өсөн биопрепараттар һәм биотрансплантаттар эшләү проблемаларына арналған. Минһажев Гайдар Ғиләж улы ҡатнашлығында операциянан һуң дефекттар булғанда яңаҡ һөйәген регенерациялауҙы шәбәйтеү, бауыр, ашҡаҙан, һөт биҙе, аяҡ‑ҡулдарҙың һәм башҡа юҡҡа сыҡҡан туҡымаларын тергеҙеү, эренле маститты, ашҡаҙандың сей яра ауырыуын, яңаҡ атрофияһын дауалау ысулдары, тештәрҙе һурғандан һуң ҡан ағыуҙы туҡтатыу ысулы һәм башҡалар эшләнгән. 380 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография, 30 уйлап табыу һәм патент, 43 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы. 5 медицина фәндәре докторы һәм 18 кандидат әҙерләгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[2] үҙгәртергә

  • 2006 йылда стоматологтар ассоциацияһы уны стоматология алдындағы ҡаҙаныштары өсөн Беренсе дәрәжә орден менән бүләкләй.
  • РСФСР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты,
  • Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Башҡортостан Республикаһының Фән буйынса дәүләт комитетының, ректорҙың Почетлы дипломдары һәм дипломдары.
  • «Рәсәй ғалимдары» Интернет-энциклопедияһы ҡатнашыусыһы,
  • «Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре»,
  • «Рәсәйҙең алтын кафедраһы» ДИПЛОМЫ

Хеҙмәттәре[5] үҙгәртергә

  • «Биоплант» в хирургии. Өфө, 2008 (авторҙаш);
  • «Биоплант» в стоматологии. Өфө, 2011 (авторҙаш);
  • Плацентарный трансплантат. 2‑е изд. Өфө, 2013.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә