«Минск» милли аэропорты (бел. Нацыянальны аэрапорт «Мінск») — Минскийҙағы (Белоруссия) халыҡ-ара аэропорт. Ҡала үҙәгенән 22 саҡрым (таш юлдан 42 саҡрым) алыҫлыҡта ята[1]. 1983 йылдың 1 июлендә Икенсе Минск берләшкән авиаотряды итеп булдырылған [2].

«Минск» милли аэропорты
Ил

Беларусь

Тип

граждан һауа флоты

ИАТА коды

MSQ

Юғары

204 м / 670 фут

Пассажирооборот
(йыл)

2 782 866 кеше

Урындағы ваҡыт

UTC +3

Әш ваҡыты

тәүлек әйләнәһенә

Сайт

Рәсми сайты

«Минск» милли аэропорты — «Белавиа» авакомпанияһының өҫтәлмә порты. Аэропортҡа автобуста, поезда, маршрут таксиһында, таксиҙа, шәхси автомобилдә барырға була. Пассажирҙарҙың уңайлығы өсөн аэропорттың вокзал алды майҙанында 150 һәм 1180 урынға түләүле, һаҡланған автотуҡталыштар булдырылған. Бынан тыш, бында автомобилдәрҙе арендаға алыу мөмкинлеге лә бар.

Тарихы үҙгәртергә

1977 йылда Минскийҙың тирә-яғында яңы «Минск-2» аэропортын төҙөү башлана. Уның проекты иң башта "Ленаэропроект"та эшләнә, әммә һуңғараҡ уны тормошҡа ашырыу эшенә «Минскпроект» архитекторҙары ла ҡушыла[3].

Ике йылдан һуң 3640 метр оҙонлоҡтағы, 60 метр киңлектәге осоу-ултыртыу һыҙаты файҙаланылыуға индерелә[4].

1982 йылда Ту-134 самолетында, экипаж командиры Василий Александрович Толстик етәкселегендәге тәүге пассажир рейсы яһала[4].

Регуляр рейстар 1983 йылдың июлендә, СССР-ҙың эске авиалинияһы рейстары менән эш башлағандан һуң яйға һалына. Ул ваҡытта заманса аэровокзал комплексы әле төҙөлмәгән була. Шуға күрә, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү аэровокзалдың ваҡытлыса бинаһында башҡарыла. Аэропорт тулыһынса 11 йылдан һуң төҙөлөп бөтә, аэровокзал бинаһы бары тик 1993 йылда ғына файҙаланыуға тапшырыла[3][4].

1989 йылдың 28 мартында аэропорт халыҡ-ара статусын ала һәм сит илдән рейстар ҡабул итә башлай[5]. 1990 йылға дөйөм пассажирҙар ағымы 2,2 миллионға етә[4][6]. Советтар Союзы тарҡалғас, 1991 йылда рейстар иҫәбе ҡырҡа кәмей. 1993 йылдың 23 февралендә аэровокзалдың яңы бинаһын асалар. Бина уникаль архитектураға эйә була һәм заманса техник яҡтан йыһазландырыла. 1997 йылда хеҙмәтләндергән пассажирҙар иҫәбе — 516 меңгә барып етһә, 1998 йылда — 480 мең, 2000 йылда — 400 мең генә була[4].

Административ яҡтан аэропорт территорияһы һәм яҡындағы Сокол ҡасабаһы географик яҡтан Минский өлкәһенең Смолевичский районында урынлашһа ла, Минск ҡалаһының Октябрьский районына ҡарай[7]. «Минск милли аэропорты» Республика унитар предприятиеһының, майҙаны 925 га булған ер участкаһы Минский ҡалаһы эсенә индерелгән[7].

2011 йылдың декабре — 2012 йылдың ғинуарында «Минск Милли аэропорты» Республика унитар предприятиеһы, уға «Аэропорт Минск-1» аэропортын филиал итеп ҡушыу һөҙөмтәһендә үҙгәртеп ойошторола[8].

2013 йылда Милли аэропорттың авиация хәүефһеҙлеге буйынса инструкторҙары ИКАО Төбәк бюро сертификатына эйә була. [4].

2013 йылдың июлендә аэровокзалға реконструкция башлана. Модернизациялауға 1-се, 2-се ҡаттағы осоп килеү, 3-сө, 4-се ҡаттағы осоп китеү зоналары һәм шулай уҡ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән биналар эләгә[9][10]

2014 йылдың 30 декабрендә аэровокзал комплексындағы реконструкция эштәре тамамлана[9][10].

Аэродром менән аэровокзал үҙгәртергә

Осоу-ултырыу һыҙатының (оҙонлоғо 3641, киңлеге 60 метр) Siemens компанияһы етештергән яҡтылыҡ сигналы ҡорамалы менән йыһазландырылыуы бөтә төр һауа рейстарын да һәм шул иҫәптән, максималь осоу массаһы 600 тонна булған Boeing 747—400, Ан-124 «Руслан» менән Ан-225 «Мрия» самолеттарын да ҡабул итергә ярҙам итә.

Туҡталышта бер юлы 48 һауа транспорты һыя ала. Терминал алты телескопик трап менән йыһазландырылған. Аэровокзал майҙаны 75 000 м² тәшкил итә.

2014 йылда реконструкция барышында майҙан киңәйтелә, автомобиль эстакадаһы өҫтөнә түбәлек эшләнә, осоу зонаһында теркәлеү урындары арта, был иһә пассажирҙар ағымының артып, йылына 6 миллионға тиклем барып етеүенә булышлыҡ итә. 2016 йылға ике телетрапты алыштырыу планлаштырыла, 2017 йылға улар етәү буласаҡ тип күҙаллана. Аҙ хәрәкәтләнгән пасажирҙар өсөн аэропорт фасадына панорамалы лифттар ҡуйыла. Улар кешеләрҙе терминалға — осоп китеү һәм осоп килеү урынына ла килтерә ала. Аэропорт алды майҙанында транспорт инеү һәм сығыу һыҙатын ике тапҡырға киңәйтеү планлаштырылған[11]

 
Перрон 2005 йылда
 
«Белавиа» компанияһының «Boeing 737—300» самолёты Минск аэропортының телетрапы янында
 
Минск аэропортында Ил-76ТД транспорт самолёттары
 
"Белавиа"ның Ту-154М һауа лайнеры

Ҡорамалдар үҙгәртергә

2000 йылда "Минск милли аэропорты"нда Siemens AG фирмаһының яҡтылыҡ-сигнал ҡорамалы сафҡа индерелә. Яңы ҡорамал һәм компьютер менән идара итеү ултыртыу майҙанына ИКАО Граждандар авиацияһы халыҡ-ара ойошмаһының I—III категориялары буйынса транспортын ҡабул итеү мөмкинлеге бирә.

2008 йылда аэропортҡа SITA CUTE (Common use terminal equipment) системаһы индерелә. Ошо системаға тоташтырылған бар авиакомпаниялар ҙа үҙ пассажирҙарына киң хеҙмәтләндерү спектры күрһәтә ала (электрон билетты теркәү, туранан-тура теркәү һәм башҡалар).

Йөк һәм пассажирҙар ағымы үҙгәртергә

2000 йылдың башынан аэропортта пассажирҙар ағымы тотороҡло үҫә. 2008 йылда ул бойондороҡһоҙ Белоруссия тарихында беренсе тапҡыр бер миллион кешенән ашып китә. 2009 йылда Бөтә донъя иҡтисади көрсөгө арҡаһында (2008 йылдағы) үҫеш әкренәй. 2010 йылдың 1 октябрендә миллионынсы пассажир Мәскәү рейсы менән килә[12].

2011 йылдың яҙында Белоруссияла иҡтисади көрсөк көсәйә һәм пассажирҙар тағы ла кәмей. 2011 йылдың июнендә "Минск милли аэропорты"ның күрһәткестәре тағы ла үҫә. Был осорҙа 1296 рейс хеҙмәтләндерелә, был һан 2010 йылдың июненән 20,4 процентҡа күберәк була. Аэропорттың пассажирҙар ағымы 2011 йылдың июнендәге һөҙөмтәһе буйынса 161 939 кеше тәшкил итә. Шуның менән, 2011 йылдың тәүге ярты йыллығы һөҙөмтәһе буйынса, Минск аэропортында 5942 рейс һәм 612 188 пассажир хеҙмәтләндерелә. Үҫеш үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 22,4 % һәм 21,1 % процент була.

2011 йылдың ғинуарындағы күрһәткестәре буйынса йөк ағымы 2010 йылдың алты айындағы күрһәткесте 22,4 % -ҡа уҙып китеп, 4252,1 тоннаға барып етә. 2011 йылдың 4 сентябрендә 12:10 сәғәттә, Лондон рейсы менән Минск аэропорты хеҙмәтләндергән миллионынсы пассажир осоп китә. 2011 йылдың һөҙөмтәләре буйынса аэропортта 13 089 рейс һәм 1 430 018 пассажир хеҙмәтләндерелә. Был 2010 йылдағы 11,2 % үҫеш күрһәткесенең 18,8 % -ҡа етеүенә булышлыҡ итә.

2013 йылдың 22 ноябрендә «Минск милли аэропорты» СССР заманынан алып тәүге тапҡыр, 2 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндерә[13][14]

2016 йылдың 9 айының һөҙөмтәләре буйынса, пассажирҙарҙың 33 % проценттан күберәге транзит һанала. Был күрһәткес аэропортҡа рәсми рәүештә үҙәк аэрпорт исемен алырға мөмкинлеге бирә. Бындай аэропорттар статусына трансфер пассажирҙар дөйөм пассажирҙар ағымының өстән бер өлөшөнән күберәк булғанда эйә булырға мөмкинref name=":3" />[15] Һәр бишенсе транзит пасажир Рәсәйҙән Украинаға осҡанда Минсикийҙа күсеп ултыра[16] 2016 йылдың 10 ноябрендә аэропорт Белорус Республикаһының граждандар авиацияһы үҫеше тарихында тәүге тапҡыр 3 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерә[16][17]

2016 йылдың көҙөндәге мәғлүмәттәр буйынса Минск аэропортының 75 % пассажиры «Белавиа», 7%-ы «Аэрофлот» авиакомпанияһы менән оса. 3-сө, 4-се һәм 5-се урында — Lufthansa, Austrian Airlines, Украинаан Халыҡ-ара авиалинияһы тора[16]

Минск аэропорты статистикаһы
Год Бөтә пассжирҙар Үҙгәреш Эске Халыҡ-ара Самолётта осош Йөк һәм Почта
1990 около 2 200 000
1991 н.д.
1992 н.д.
1993 н.д.
1994 н.д.
1995 н.д.
1996 н.д.
1997 около 516 000
1998 около 480 000
1999 н.д.
2000 около 400 000
2001 н.д.
2002 н.д.
2003 421 954 4554 6229,9
2004 504 346 +19,5 % 118 378 385 968 5306 6132,5
2005 559 114 +10,9 % 138 938 420 176 5456 5904,1
2006 637 560 +14,0 % 173 847 463 713 6144 6745
2007 830 481 +30,3 % 251 550 578 931 7590 7873
2008 1 010 695 +21,7 % 300 347 710 348 9256 8324,4
2009 1 028 886 +1,8 % 309 303 719 583 9341 7687,2
2010 1 285 423 +24,9 % 358 085 927 338 11 020 8553
2011 1 437 825 +11,2 % 13 686 8666,7
2012 1 837 911 +27,8 % 14 947 9832,7
2013 2 182 177 +18,7 % 16 586 10 477,3
2014 2 593 559 +18,9 % 20 036 19 905,5
2015 2 782 866 +7,3 % 20 365 16 508,6

(Источник — годовые отчеты ACI (2004—2010) и сайт аэропорта (2003—2015)[18])

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Транспорт 2019 йыл 1 ғинуар архивланған.
  2. Сегодня коллектив Национального аэропорта «Минск» отмечает свой 30-летний юбилей 2015 йыл 26 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 Аэропорт «Минск»: 30 лет на взлете. История, современность и перспективы развития аэропорта
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 История аэропорта | Национальный аэропорт Минск. airport.by. 2019 йыл 28 июнь архивланған.
  5. avianews.com (Aviation Today): аэропорт Минск
  6. ТРАНСПОРТ. webcache.googleusercontent.com. Дата обращения: 6 февраль 2016.
  7. 7,0 7,1 Указ Президента Республики Беларусь от 13 декабря 2000 г. № 675 «О включении г. п. Сокол в состав г. Минска и земельного участка Республиканского унитарного предприятия „Национальный аэропорт Минск“ в городскую черту г. Минска»
  8. Реорганизация РУП «Национальный аэропорт Минск» 2016 йыл 15 август архивланған.
  9. 9,0 9,1 Национальный аэропорт «Минск» реконструируют: здание вырастет в размерах и изменит свой облик 2013 йыл 1 август архивланған.
  10. 10,0 10,1 Главное здание аэровокзального комплекса будет реконструировано
  11. 3,5 миллиона пассажиров. Минский аэропорт стал хабом благодаря транзиту между Украиной и Россией (ru-RU), TUT.BY. 3 ноябрь 2016 тикшерелгән. 2016 йыл 3 ноябрь архивланған.
  12. {{Cite we b|accessdate = 2015-11-06|title = Национальный аэропорт Минск: 30 лет | Национальный аэропорт Минск|url = http://airport.by/press_center/national_airport_minsk_30%7Cpublisher = airport.by}}
  13. Двухмиллионной пассажиркой Национального аэропорта Минск оказалась минчанка, накануне отметившая день рождения (билдәһеҙ). Дата обращения: 11 июль 2016. 2016 йыл 4 март архивланған.
  14. Двухмиллионной пассажиркой Национального аэропорта Минск оказалась минчанка, накануне отметившая день рождения 2016 йыл 4 март архивланған..
  15. Надежда на второе плечо. www.dp.ru. Дата обращения: 3 ноябрь 2016.
  16. 16,0 16,1 16,2 Трехмиллионным пассажиром в минском аэропорту оказалась инженер-программист из столицы (ru-RU), TUT.BY. 10 ноябрь 2016 тикшерелгән. 2016 йыл 11 ноябрь архивланған.
  17. Впервые в истории гражданской авиации Беларуси Национальный аэропорт «Минск» встретил своего трехмиллионного пассажира | Национальный аэропорт Минск. airport.by. Дата обращения: 10 ноябрь 2016. 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.
  18. Показатели деятельности предприятия | Национальный аэропорт Минск 2019 йыл 4 июль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә