Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры

Викидатала элемент тултырылмаған

Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры — 2001 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендә ойошторолған оркестр.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры 2001 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендә ойошторола. Беренсе концерты 2001 йылдың 1 октябрендә ҡуйыла. Тәүге художество етәксеһе һәм дирижёры Р. М. Ғәйзуллин була.

Дирижёрҙар РСФСР-ҙың халыҡ артисы Н. Н. Калинин, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың халыҡ артисы Н. Н. Некрасов, РФ-тың халыҡ артисы Д. Д. Хохлов, композиторҙар РФ-тың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Е. П. Дербенко,А. Т. Кәримов, А. М. Ҡобағошов, С. Ә. Низаметдинов, йырсылар Ф. Х. Бикбулатов, В. Ә. Йәләлетдинов, Ф. Ә. Килдейәрова һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге оркестр менән бәйле.

Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры 2007 йылда Магнитогорск ҡалаһында үткән «Европа — Азия» халыҡ-ара халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре фестиваль-конкурсында, халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙарының 2008 йылда Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында үткән Ә. Жубанов исемендәге «Жубанов яҙы» фестивалендә ҡатнашып, икеһендә лә Гран-при яулай; 2006 йылда — Ҡазанда, 2007 йылда Мәскәүҙә ойошторолған Бөтә Рәсәй халыҡтарының милли музыка ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре фестиваль-конкурсында лауреат була.

Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры, башҡорт халҡының боронғо музыка ҡоралдарын, рус халыҡ музыка ҡоралдарын, симфоник оркестрҙы һәм өзләү тембрҙарын берләштереп, уникаль яңғырашҡа өлгәшә. Оркестр составынд ҡурай, баян, һуҡма, ҡыллы-һыҙғыслы (ҡыл ҡумыҙ, скрипка, альт, виолончель, контрабас) һәм сиртмә (думбыра, домра, балалайка-бас) музыка ҡоралдары, шулай уҡ ҡумыҙ, хайран, чоор (ҡырғыҙҙарҙың буй флейтаһы) бар. Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының дирижёрҙары: БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. З. Әхмәтйәнов, Ғәйзуллин, Л. Т. Дәүләтбаев (2016 йылдан алып художество етәксеһе лә).

Репертуары үҙгәртергә

Оркестрҙың репертуарыында М. Х. Әхмәтовтың «Башҡорт рапсодияһы», «Дуҫым Рәмилгә соло-фантазия»һы, «Лезгинкалар сюитаһы»; Н. Ә. Дауытовтың «Йәшлек увертюраһы», А.Ключарёв көйҙәре темаһына фантазия, «Бейеү көйө» концерты, «Ҡыҙҙар бейеүе»; А. К. Кукубаевтың «Һыбайлылар», «Лирик пьеса»; И. И. Хисаметдиновтың «Салауат тураһында хикәйәт», Фортепьяно менән оркестр өсөн концерт пьесаһы; халыҡ музыкаһы эшкәртмәләре [Н. Я. Инякин эшкәртеүендә «Әпипә», Дауытовтың «Бала ҡарға», Әхмәтовтың «Ҡолой кантон», Хисаметдиновтың «Зөлхизә» әҫәрҙәре һәм башҡалар]; татар, урыҫ, ҡаҙаҡ, үзбәк композиторҙарының әҫәрҙәре, сит ил авторҙары әҫәрҙәренең эшкәртмәләре һәм башҡалар инә.

2007 йылдан бирле репертуары Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн махсус ижад ителгән үҙенсәлекле әҫәрҙәр менән байый.

Һылтанмалар үҙгәртергә