Utv ҡала телеканалы — мульти төбәк мәғлүмәт-күңел асыу телеканалы. 2009 йылдың 20 июленән алып тапшырыуҙары «Уфанет» компанияһы кабель селтәрҙәрендә тормошҡа ашырыла. Телеканал нигеҙе — ҡала яңылыҡтары һәм төбәктең ваҡиғаларына, сараларына һәм проблемаларына арналған телепроекттар. Тапшырыу зонаһы — Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе, Татарстан. Ҡалаларҙан — Өфө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Нефтекама, Ҡазан, Ырымбур һәм Орск. Был ҡалаларҙың һәр береһендә телеканалдың үҙ матбуғат үҙәге бар[1].

UTV
Нигеҙләү датаһы 20 июль 2009
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Ҡулланылған тел урыҫ теле
Рәсми сайт utv.ru
 UTV Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Телеканалдың беренсе эфиры 2009 йылдың 20 июлендә була[2], телеканалда эшләй башлаған тәүге проекттар — «UNews» һәм «Ючебник». Бер йыл дауамында унға яҡын проект барлыҡҡа килә һәм 2010 йылдың 3 июнендә телеканал 24 сәғәтлек тапшырыуға күсә. Телеканал 2011 йылдың майынан тапшырыуҙарҙы Full HD форматында алып бара башлай.

Философия үҙгәртергә

Телеканал үҙен позитив һәм тамашасылары менән аралашыуға асыҡ итеп күрһәтә[3].

«Беҙ үҙебеҙ йәшәгән йорт тураһында ҡайғыртабыҙ, унда барған ваҡиғалар тураһында һөйләйбеҙ, был ваҡиғаларҙы үҙебеҙ булдырабыҙ. Беҙ  яҡшыға ышанабыҙ һәм барыһы ла һәйбәт булмаған ерҙә яҡшы ҡарар табырға тырышабыҙ. UTV командаһы – ул дуҫлыҡ, ихласлыҡ, асыҡлыҡ, традицияларға тоғролоҡ, таҙалыҡ һәм маҡсатҡа ынтылышлыҡ. Әгәр был һүҙҙәр һинең күңелеңә яҡын икән, беҙҙең командаға рәхим ит!

Ҡала телеканалы ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө байрамдарҙы һәм сараларҙы үткәреүҙә ярҙам итә»[4][5].

Шулай уҡ телеканал әленән-әле үҙе саралар ойоштора: 2012 һәм 2013 йылдарҙа «Асыҡ кино күрһәтеү», унда саф һауала билдәле фильмдәр күрһәтелә[6], «UTV тыуған көнө»[7].

Телеканалдың тапшырыуҙар алып барылған ҡалаларға һиҙелерлек йоғонто яһаған проекттарының береһе «Ижади ҡала» проекты, уның сиктәрендә рәссамдар һәм дизайнерҙар йорт стеналарына ҙур биш һүрәт төшөрҙөләр[8].

 
Utv ҡала телеканалы офисы

Эфир үҙгәртергә

Телеканалда төрлө йүнәлештәге 20-нән ашыу телепроекттар эшләй: «UNews» мәғлүмәт проекты, «Минең ҡалам» тарихи программаһы, «102RUS» автомобиль тапшырыуы, бейеү проекты «Бейе!», кино яңылыҡтары тураһында «Кинофреш» тапшырыуы һәм башҡа бик күп проекттар[9]. Шулай уҡ UTV телеканалында Рәсәй һәм совет фильмдарын, мультфильмдар һәм танып белеү тапшырыуҙарын ҡарарға була.

Наградалары үҙгәртергә

Телеканал -«ТЭФИ-төбәк» премияһы лауреаты һәм финалисы. 2011 йылда UTV ике номинацияла финалға сыға — «Күңел асыу тапшырыуҙары» «Бейе!» һәм «Телевидение дизайны» проекттары менән[10]. 2013 йылда телеканал «Яҙғы бал 2013» фильмы өсөн «Телевидение һәм тормош: махсус проект» номинацияһында статуэтка яулаған[11].

2014 йылда «Ижад ҡалаһы» проекты өсөн телеканал «Ҙур цифр» күп каналлы цифрлы телевидение өлкәһендәге милли премия бүләген ала.[12].

Шулай уҡ канал «Интернет-һайлау» ҡала конкурсында даими рәүештә призлы урындарҙы биләй[13].

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  • UTV ҡала телеканалы базаһында ике телеканал төҙөлгән — Тере тәбиғәт[14][15] һәм Туристар күҙлегенән[16].

Интернет үҙгәртергә

  • utv.ru — телеканалдың рәсми сайты
  • Видео, YouTube
  • «Бәйләнештә» социаль селтәрендә UTV (Рәсәй) рәсми бите
  • UTV (Рәсәй) Instagram сайтында
  • UTV (Рәсәй) «Твиттерҙә»
  • UTV (Рәсәй) Google+ социаль селтәрендә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Презентация городского телеканала UTV. 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. В Уфе запущен новый телеканал. 2016 йыл 7 март архивланған.
  3. Философия телеканала. 2015 йыл 29 апрель архивланған.
  4. UTV - инфопартнёр. 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. Марафон классической музыки.
  6. Открытый кинопоказ.
  7. День рождения UTV.
  8. Город Творчества. 2016 йыл 14 август архивланған.
  9. Проекты телеканала.
  10. ТЭФИ 2011. 2016 йыл 19 апрель архивланған.
  11. ТЭФИ 2013. 2014 йыл 29 апрель архивланған.
  12. Большая цифра 2014.
  13. В третий раз городской телеканал UTV признан лучшим среди региональных телеканалов.
  14. UTV запустил новый телеканал.
  15. Живая природа.
  16. Глазами туриста.