MYC4 — Дания компанияһы һәм интернет-сервисы. Интернет-сервис аша Африканың үҫешеп барған илдәрҙәге бәләкәй бизнес компанияларына инвесторҙар микрокредитлау бирә ала.

MYC4
Тип

коммерциялы булмаған ойошма

Нигеҙләнгән

2006

Нигеҙләүсе

Мадс Кьер, Тим Ванг

Уранлашыуы

Копенгаген Дания Дания

Сайт

http://www.myc4.com/

Тарихы үҙгәртергә

MYC4 компанияһын 2006 йылда Эфиопиялағы Данияның Почётлы консулы һәм «Kjær Group» ойошмаһының башҡарыу директоры Мадс Кьер һәм уның бизнес-партнеры Тим Ванга нигеҙләй[1]. Компанияның баш офисы Копенгагенда урынлашҡан, шулай уҡ компанияның Кенияның баш ҡалаһында, Найробила, региональ вәкиллеге бар.

Үҫешеп барған илдән бизнесменға MYC4 ярҙамы менән кредит алыр өсөн интернет-сервис менән эшләгән һәм бизнесменды проекта ҡатнаша алыуына тикшергән (Социаль эшҡыуарлыҡҡа һәм бер мең долларҙан әҙерәк заём һораған компанияларға өҫтөнлөк бирелә) урындағы компанияға өндәшергә кәрәк[2][3]. Аҙаҡтан инвесторҙар сайт ярҙамында уларға тура килгән бизнес һайлайҙар, голланд аукционы барышы ваҡытында займ ҙурлығы билдәләнә[4]. Займды кире ҡайтарыу ваҡыты, ҡәғиҙә буйынса, алтынан ун ике айға етә ала. MYC4 үҙенең хеҙмәте өсөн комиссия ала.

MYC4 эшләгән ваҡытында 115 илдән булған 20 мең инвестор африканың ете илендә 8300 бәләкәй бизнесҡа 15 миллион евро аҡса күсерә[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Mads Kjaer (ингл.). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 16 ноябрь архивланған.
  2. How does MYC4 work? (ингл.). MYC4. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
  3. Tom Watson. Opportunity Africa: How One Social Venture Is Crowdsourcing the For-Profit Finance Model (ингл.). Forbes (10 сентябрь 2012). Дата обращения: 12 май 2015.
  4. Max Foster. Online matchmaker fights poverty by funding businesses (ингл.). CNN (25 ғинуар 2011). Дата обращения: 12 май 2015.
  5. Catherine Riungu. East Africa: Easy Loans - Internet Firm Comes to the Rescue of Small Business (ингл.). AllAfrica (13 июль 2009). Дата обращения: 12 май 2015.

Һылтанмалар үҙгәртергә