Монд (франц. Le Monde, фр. теленән «донъя») — социаль-либераль ҡарашлы француз көндәлек киске гәзите.

Le Monde
Тип

көндәлек гәзит

Тиражы

364 240 дана (2014)

Веб-сайты

http://www.lemonde.fr/

 Le Monde Викимилектә


Тарих үҙгәртергә

1944 йылда Шарль де Голль ҡарарына ярашлы Юбер Бёв-Мери тарафынан Монд гәзитенә нигеҙ һалына[1]. Гәзиттең тәүге һаны 1944 йылдың 19 декабрендә донъя күрә. 1995 йылдың 19 декабрендә гәзитте интернетта онлайн рәүештә уҡыу мөмкинлеге асыла.

Хужалары үҙгәртергә

2010 йылға тиклем баҫманың иң ҙур акционеры (акцияларҙың 53 %) гәзиттең журналистары штаты булған. Ҡалған акцияларҙы Danone һәм BNP Paribas компаниялары һәм француз магнат Франсуа Пино үҙ-ара бүлешкән. 2010 йыл аҙағында банкрот хәлендә ҡалған гәзит акцияларының 64 %-ын Ксавье Ньель, Матье Пига һәм Пьер Берже $150 млн хаҡҡа һатып алалар. Яңы хужалары компанияла реструктуризация башҡарып, аҙаҡҡы ун йыл эсендә Le Monde тәүге тапҡыр килемле эшләй башлауына ирешә.

Директорҙар советы етәкселәре үҙгәртергә

  • Юбер Бёв-Мери (Hubert Beuve-Méry), 1944—1969
  • Жак Фове (Jacques Fauvet), 1969—1981
  • Клод Жюльен (Claude Julien), 1981—1982
  • Андре Лоран (André Laurens), 1982—1985
  • Андре Фонтен (André Fontaine), 1985—1991
  • Жак Лесурн (Jacques Lesourne), 1991—1994
  • Жан-Мари Коломбани (Jean-Marie Colombani), 1994—2007
  • Пьер Жанте (Pierre Jeantet), 2007—2008
  • Эрик Фотторино (Éric Fottorino), 2008—2011
  • Эрик Израэлевич (Erik Izraelewicz), 2011—2012 [2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Thogmartin Clyde. The Golden Age and the War Years // The National Daily Press of France. — Summa Publications, Inc, 1998. — P. 113. — ISBN 1-883479-20-7.
  2. Erik Izraelewicz succède à Eric Fottorino au poste de directeur du "Monde" (фр.)

Һылтанмалар үҙгәртергә