ISO 4217

Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) стандарты, алфавиттың өс хәрефенән һәм өс урынлы һандан торған валюта кодтарын булдыра

ISO 4217 (ИСО 4217) —  Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO)  стандарты, алфавиттың өс хәрефенән һәм өс урынлы һандан торған валюта  кодтарын  урынлаштыра. Был кодтарҙың төп ҡулланылыу даирәһе  — халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡараған документтар һәм мәғлүмәттәр, шулай уҡ  валюта атамаһын кодлы йә ҡыҫҡа формала, шул уҡ ваҡытта бутауҙарға юл ҡуймаҫлыҡ итеп  билдәләү талап ителгән коммерция йә банк эшмәкәрлеге; донъяның ҡайһы бер валюталары бер төрлө атама йөрөткәнгә (АҠШ доллары, Канада доллары, Австралия доллары һ.б.) был айырыуса мөһим[2][3].

ISO 4217
Башланыу датаһы 1978
URL six-group.com/dam/downlo…
six-group.com/dam/downlo…
six-group.com/dam/downlo…
six-group.com/dam/downlo…
Тулы мәғлүмәт өсөн URL six-group.com/en/product…
Яуаплы SIX Financial Information[d][1]
Орган по стандартизации ISO
Международная классификация стандартов 03.060

Стандарттың ғәмәлдәге редакцияһының рәсми атамаһы:

  • инглиз телендә — ISO 4217:2008. Codes for the representation of currencies and funds[4];
  • француз телендә — ISO 4217:2008. Codes pour la représentation des monnaies et types de fonds[5];
  • рус телендә — ISO 4217:2008. Коды для представления валют и фондов[6].

Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы   18 500 самаһы стандарт эшләгән; ISO 4217 иң ҙур һорау менән файҙаланған һигеҙ  стандарт исемлегенә[7] һәм  ISO үҙе киң таратырға тырышҡан өсәү араһына инә[8].

Төп нөсхәлә стандарт инглиз һәм француз  телдәрендә нәшер ителә[3].  Рус теленә  һәм донъяның башҡа телдәренә Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы тарафынан авторлаштырылған рәсми тәржемә эшләнмәй.

ISO 4217 Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһының ағзаһы булған илдәргә тәҡдим рәүешендә тапшырыла.  Уның нигеҙендә милли стандарттар төҙөлә,  мәҫәлән, Дөйөм Рәсәй валюталар классификаторы[9] йәки Украинаның Валюталар классификаторы (укр. uk:Класифікація валют uk:Класифікація валют)[10]. Айырым осраҡтарҙа, мәҫәлән Европа берлеге сиктәрендә,   ISO 4217 үҙе ҡулланыла[11].

ISO-ның рәсми сәйәсәтенә ярашлы,  ISO 4217 кодтарын файҙаланған өсөн  түләү алынмай[8].

Стандартты эшләү тарихы һәм  уның структураһы үҙгәртергә

ISO 4217 стандарты өҫтөндә эш БМО-ның Европа иҡтисад комиссияһы Халыҡ-ара сауҙа процедураларын ябайлаштырыу буйынса эш төркөмө тарафынан 1970 йылда башлана. 1973 йылда эшкә  Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) белгестәре ҡушыла.  1978 йылдың февралендә стандарт ҡулланыуға тәҡдим ителә[2].

Артабан стандарт бер нисә тапҡыр яңыртыла. Беренсе редакцияһы (ISO 4217:1978) валюталарҙың хәрефле билдәләренән генә тора. Һанлы кодтар — икенсе редакцияһына  (ISO 4217:1981), ә ваҡ аҡса берәмектәре тураһындағы мәғлүмәттәр өсөнсө редакцияһына (ISO 4217:1987) индерелә. Әле ғәмәлдә булған етенсе   редакция (ISO 4217:2008) түбәндәге киҫәктәрҙән тора[12]:

  • Table A.1. Current currency & funds code list (Булған бөтә валюталарҙың һәм фондтарҙың исемлеге)[13];
  • Table A.2. Current funds codes (Булған фондтарҙың кодтары)[14];
  • Table A.3. List of codes for historic denominations of currencies & funds (Тарихи валюталарҙың һәм фондтарҙың кодтары исемлеге)[15].

Һәр  валюта буйынса түбәндәгеләр күрһәтелә:

  • атамаһы;
  • әйләнештә йөрөү территорияһы (эмитент ил, шулай уҡ эмитент  менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә был валютаны рәсми ҡулланыусы илдәр);
  • алфавиттың өс хәрефенән торған код (alfa-3);
  • өс урынлы һандан торған код (number-3);
  • ваҡ аҡса берәмегенең булыу-булмауы, булһа, уның унарлы разряд һаны.

Валюта фондтары таблицаһы уға индерелгән аҡса берәмектәренең ҡыҫҡаса тасуирламаһынан тора.  Стандарттан сығарылған валюталар исемлегенә уларҙың әйләнештән сығарылыу йылы өҫтәлгән. Стандартҡа индерелгән төҙәтеүҙәрҙә ҡайһы берҙә валютаны индереүҙең аныҡ датаһы, үҙгәртеүҙәр индереүҙең сәбәптәре килтерелә.     

Стандарттың яңы редакцияларын эшләү өсөн яуаплы профилле комитет  — TC 68/SC 7 «Банк эше һәм тейешле финанс операциялары / Төп банк операциялары». Стандарт тураһында һәр кем ала алған асыҡ мәғлүмәтте көнүҙәк хәлдә тотоуҙы тормошҡа ашырыусы рәсми ойошма — SIX Interbank Clearing агентлығы[16], ул үрҙә һаналған  материалдарҙы яңыртып тора, шулай уҡ өҫтәмә рәүештә түбәндәгеләрҙе нәшер итә[12]:

  • Latest amendment (Һуңғы төҙәтеүҙәр)[17];
  • Overview of past amendments (Эшләнгән төҙәтеүҙәргә күҙәтеү)[18].

Стандарттың рәсми телдәре — инглиз  һәм француз  телдәре[3], валюталарҙың атамалары шул телдәрҙә бирелә. Ҡайһы бер аҡса берәмектәре өсөн иҫкәрмә яһалған: уларҙың атамаһы  стандартта төп нөсхәлә бирелә — испан  телендә  (мәҫәлән, Uruguay Peso en Unidades Indexadas — индексланған берәмектәрҙә Уругвай  песоһы).

Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһында Рәсәйҙән Федераль техник көйләү һәм  метрология агентлығы (Росстандарт) вәкиллек итә[19]. Әммә уның сайтында  ISO 4217 (ОКС 01.120) тураһында дөйөм мәғлүмәт кенә бар[20]. Рус теленә тәржемә лә, стандарттың  башҡа телдәргә тәржемәһенең көнүҙәк версияларына тура һылтанмалар ҙа  Росстандарт сайтында юҡ[21].

Валюта кодының структураһы үҙгәртергә

ISO 4217 стандарты  кодын биреүҙең дөйөм принциптары Халыҡ-ара сауҙа процедураларын ябайлаштырыу буйынса эш төркөмө тәҡдимдәрендә, шулай уҡ  ISO сайтындағы ярҙамсы материалдарҙа тасуирлана[2][3][22].

ISO 4217 кодының тәүге ике хәрефе, ҡағиҙә булараҡ, валюта органдарының йә  улар урынлашҡан территорияның (дәүләттең) ҡабатланмаҫ кодынан тора һәм күп осраҡта  ISO 3166-1 «Илдәр атамалары өсөн кодтар» стандартының альфа-2  кодтарына тап килә.  Валюта аныҡ бер дәүләт менән бәйләнмәгән осраҡта (мәҫәлән, коллектив йә хосуси валюталар), валюта органына  X хәрефенән башланған ике хәрефле махсус код бирелә. Валюта фондтарының һәм ҡиммәттәренең (мәҫәлән, затлы металдар) кодтары ла ошо хәрефтән башлана.

Стандартты ҡулланыу буйынса тәҡдимдәргә ярашлы,  валютаны атау талап ителмәгәндә йә код аныҡ валюта күҙҙә тотолғанына ишаралаған өҫтәмә  ялан менән бергә ҡулланылғанда, уны идентификациялау өсөн кодтың тәүге ике хәрефе етә.  Әгәр валютаның төрҙәрен айырыу талап ителһә йә валюта идентификаторы бирелгән өҫтәмә ялан булмаһа, уның функцияһын алфавит кодының өсөнсө хәрефе башҡара, был өсөнсө хәреф, ҡағиҙә булараҡ, аҡса берәмегенең инглизсә атамаһының беренсе хәрефенә тап килә (dollar — D, pound — P, franc — F).

Әгәр стандарт йәшәгән ваҡыттан алып (1978 йылдан) ниндәй ҙә булһа дәүләттә  валюта алмашынһа һәм кодтың  валюта атамаһының беренсе хәрефенә тап килгән өсөнсө хәрефе  ҡулланыуға индерелеп өлгөргән булһа, яңы аҡса берәмеге кодының өсөнсө хәрефе итеп N (ингл. new — яңы) алына.

Өс урынлы һанлы кодтар, ҡағиҙә булараҡ, илдең ISO 3166-1 стандартындағы һанлы кодына тап килә, был стандарт ошо өлөштә БМО Секретариаты Статистика бүлеге ҡушҡан ил кодын ҡабатлай. Мәҫәлән,

  • ISO 3166-1 стандартында Рәсәйҙең ағымдағы ике хәрефле коды — RU;
  • өс урынлы һанлы коды — 643;
  • Рәсәй һумының ISO 4217-ләге ағымдағы өс хәрефле коды — RUB;
  • һанлы коды — 643.

Шуныһы:  үрҙә һаналған ҡағиҙәләр күпселек осраҡтар өсөн хас, әммә был ҡағиҙәләргә иҫкәрмәләр ҙә бар.

Стандарт кодтар миҫалдары:

  • CZK (203) — чех кронаһы (CZ һәм 203 — Чехияның ике хәрефле һәм һанлы кодтары ISO 3166-1 стандартында; K — чех валютаһының инглизсә атамаһы Koruna һүҙенең беренсе хәрефе);
  • UAH (980) — Украина гривнаһы (UA — Украинаның ике хәрефле коды; H —  Hryvnia һүҙендәге беренсе хәреф, әммә  ISO 3166-1 стандартында Украинаның ағымдағы һанлы коды — 804, ә 980 түгел).

АҠШ доллары нигеҙендәге валюта фондтары өсөн код миҫалдары:

  • US — аныҡ булмаған дөйөм маҡсаттарҙа, нәҡ валюта тураһында һүҙ барғанын белдергән өҫтәмә ялан булған осраҡта ҡулланыла  (US Dollar, US$);
  • USD (840) — аныҡ булмаған дөйөм маҡсаттарҙа йә АҠШ доллары менән операцияларҙа ҡулланыла;
  • USS (998) —  «шул уҡ көн» фондтары өсөн, йәғни АҠШ Федераль резерв системаһына кисекмәҫтән күсереү йә ҡулаҡса итеп алыу өсөн тәҡдим ителә алған аҡсалар өсөн ҡулланыла;
  • USN (997) —  «киләһе көн» фондтары өсөн ҡулланыла.

Бер дәүләттең бер нисә валютаһы өсөн кодтар миҫалдары:

  • RUR (810) — 1998 йылғы деноминацияға тиклем Рәсәй һумы;
  • RUB (643) — 1998 йылғы деноминациянан һуң Рәсәй һумы;
  • BOB (068) — Боливия боливианоһы (төп валюта);
  • BOV (984) — Боливия мвдолы (параллель тотороҡландырыу иҫәп-хисап аҡса берәмеге).

Коллектив һәм хосус валюталар кодтары миҫалдары:

  • XDR (960) — махсус үтескә алыу-биреү хоҡуҡтары  (рус. специальные права заимствования, СДР);
  • XFU (—) —  UIC франкы[23].

Затлы металдар өсөн кодтар миҫалдары  (ике һуңғы хәреф  металдың Химик элементтарҙың периодик системаһындағы билдәһенә тап килә):

  • XAU (959) — алтындың труа унцияһы;
  • XAG (961) — көмөштөң труа унцияһы;
  • XPT (962) — аҡ алтындың труа унцияһы.

Иҫкәрмәләр миҫалдары:

  • EUR (978) — евро (коллектив валюталарҙың коды ғәҙәттә X хәрефенән башлана);
  • AOA (973) — Ангола кванзаһы (ингл. Kwanza, AOK һәм AON кодтары Ангола валютаһының элгәрге төрҙәре өсөн ҡулланылған була);
  • RUB (643) — Рәсәй һумы (RUR коды элгәре ҡулланылған була, ә яңы валютаға, һуңғы хәреф «N»-ға алмаштырылып, RUN тигән код бирелергә тейеш булһа ла,  RUB коды бирелә).

Валюталар һәм валюта ҡиммәттәренән тыш,   ISO 4217 стандартында ике  техник код бар:

  • XTS (963) —  тест үткәреү өсөн код;
  • XXX (999) — аҡсаһыҙ транзакциялар өсөн код.

Стандартты булдырыу көнөнә тиклем индерелгән һәм  1978 йылдан һуң әйләнештән сыҡҡан ҡайһы бер валюталар өсөн  ISO 4217 шартлы хәрефле кодтар бирә һәм уларҙың стандарт  код түгеллеген билдәләй, мәҫәлән:

  • AYM — Әзербайжан  манаты   1994 йылдың авгусына тиклем;
  • ALK — Албания легы   1989 йылдың декабренә тиклем;
  • ARY — Аргентина песоһы 1990 йылға тиклем.

Стандарт ваҡ аҡса берәмектәренең булыу-булмауын, булһа — база валютаһына нисбәтен дә тасуирлай. Бының өсөн 0, 2, 3 һандары йә  N.A. аббревиатураһы ҡулланыла һәм түбәндәгене аңлата:

  • 0 — ваҡ аҡса берәмеге юҡ;
  • 2 — база валютаһына ҡарата 1100  тәшкил иткән ваҡ аҡса берәмеге бар;
  • 3 —  база валютаһының 11000 тәшкил иткән ваҡ аҡса берәмеге бар;
  • N.A. — ваҡ аҡса берәмеге юҡ (валюта ҡиммәттәрен һәм фондтарын тасуирлау өсөн ҡулланыла).

Стандарттың яңыртылыуы үҙгәртергә

ISO 4217 стандартын яңыртыу түбәндәге осраҡтарҙа башҡарыла:

  • яңы валюта индереү;
  • валютаның әйләнештән сығыуы;
  • валютаның атамаһын алмаштырыу;
  • коллектив  йә берлектә йөрөгән сит  валютаны  параллель түләү сараһы итеп ҡуллана башлау;
  • коллектив  йә берлектә йөрөгән сит валютаны параллель түләү сараһы итеп ҡулланыуҙы туҡтатыу;
  • ISO 3166-1 стандартында үҙ альфа-2 коды булған яңы дәүләттең  йә территорияның барлыҡҡа килеүе;
  • дәүләттең йә территорияның  йәшәүҙән туҡтауы;
  • дәүләттең йә территорияның  атамаһын үҙгәртеүе;
  • ваҡ аҡса берәмегенең барлыҡҡа килеүе йә ҡулланыуҙан сығыуы;
  • стандартҡа элек индерелгән төҙәтеүҙәрҙәге хаталарҙы төҙәтеү.

Стандарттың  2011—2012 йылдарҙағы төп  яңыртыуҙары[18]:

  • 2012 йылдың 31 авгусындағы 154-се төҙәтеү: Замбия квачаһын  01.01.2013 йылдан деноминациялау һәм яңы аҡса берәмегенә ZMW (967) коды бирелеү белдерелә; Венесуэланың милли валютаһының атамаһы үҙгәртелә —  боливар фуэрте урынына боливар (кодтарын үҙгәртмәйенсә)[17];
  • 2012 йылдың 12 ғинуарындағы 153-сө төҙәтеү: Дәүләттәр һәм валюталар атамаларында ваҡ-төйәк аныҡлаштырыуҙар;
  • 2011 йылдың 31 авгусындағы 152-се төҙәтеү: Көньяҡ Судан фунтына  SSP (728) коды бирелә;
  • 2011 йылдың 7 апрелендәге 151-се төҙәтеү: ADB иҫәп-хисап берәмегенә[24]   XUA (965) коды бирелә.

Ҡулланыу өлкәләре һәм ысулдары    үҙгәртергә

Валюта кодтарының һәм атамаларының тап килеүе  ҡәтғи отчётлы документтарҙа, шулай уҡ валюта тураһында мәғлүмәтте ҡыҫҡа һәм теүәл итеп биреү кәрәк булған осраҡтарҙа  ISO 4217 стандартын ҡулланыуҙы  еңелләштерә. Атап әйткәндә, бындай осраҡтарға  түбәндәгеләр инә:

  • халыҡ-ара ойошмалар документтарындағы (мәҫәлән,   Европа берлеге [11] йә НАТО[25] сиктәрендә) мәғлүмәт;
  • ISO 4217 нигеҙендә булдырылған милли стандарттарҙы ҡулланып төҙөлгән мәғлүмәт (мәҫәлән,   Рәсәй Банкының  рәсми курстары[26], таможня декларациялары, касса чектары һәм башҡа чектар, валюта алмаштырыу операциялары тураһында справкалар[27]);
  • биржа һәм банк  котировкалары[28];
  • электрон  таблицалар (Microsoft Excel[29], IBM Lotus Symphony һәм башҡалар), валюталарҙың онлайн-конвертерҙары[30].

Рәсәй Федерацияһында ISO 4217-нең өс урынлы һанлы кодтары банк  счёттарын формалаштырыу (символдарҙың икенсе төркөмө) өсөн ҡулланыла, ул был счёттың ниндәй валютала асылғанын күрһәтә. Әммә милли валюталағы счёттарҙы номерлағанда  810 коды ҡулланыла, ул ISO 4217 стандартында — 1998 йылда номинацияланғанға тиклемге Рәсәй һумына, ә ISO 3166  стандартында СССР кодына тап килә; Рәсәй һумының ағымдағы һанлы коды  — 643[31].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://www.iso.org/maintenance_agencies.html
  2. 2,0 2,1 2,2 Рекомендация №9, 1996
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 ISO, 2011, Ref. 1149 dd 31.07.2008 New 2008 edition of ISO standard on currency codes
  4. ISO, 2011, ISO 4217:2008 (en)
  5. ISO, 2011, ISO 4217:2008 (fr)
  6. ISO, 2011, ISO 4217:2008 (ru)
  7. ISO, 2011, Раздел Widely used standards
  8. 8,0 8,1 ISO, 2011, Ref. 871 dd 30.09.2003 ISO reaffirms free-of-charge use of its country, currency and language codes
  9. ОКВ, 2000
  10. КВ Украины, 2010
  11. 11,0 11,1 ISG, 2011, Раздел 7.3.2. Order of the currencies and ISO codes
  12. 12,0 12,1 SIX, 2011
  13. ISO 4217: Table A.1, 2011
  14. ISO 4217: Table A.2, 2011
  15. ISO 4217: Table A.3, 2011
  16. ISO, 2011, Раздел Currency codes
  17. 17,0 17,1 ISO 4217: Latest amendment, 2011
  18. 18,0 18,1 ISO 4217: Overview of past amendments, 2011
  19. ISO, 2011, Раздел Russian Federation (GOST R)
  20. Росстандарт, 2012, Разделы ISO 4217, ISO 4217 Technical Corrigendum 1
  21. Росстандарт, 2012, Раздел «Переводы»
  22. ISO, 2011, Раздел ISO 3166 and the UN
  23. UIC — Международный союз железных дорог (франц. Union Internationale des Chemins de ferUnion Internationale des Chemins de fer)
  24. ADB — Африканский банк развития (англ. African development bank)
  25. CIA, 2011, Раздел Exchange rates
  26. Курсы иностранных валют к рублю Российской Федерации на 31.12.2011. ЦБ РФ. Дата обращения: 8 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  27. Инструкция ЦБ РФ, 2010
  28. Итоги торгов ММВБ, 30.12.2011. ММВБ. Дата обращения: 8 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года. 2012 йыл 27 май архивланған.
    Курсы рубля к иностранным валютам. Райффайзенбанк. Дата обращения: 8 февраль 2012. Архивировано из оригинала 10 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 10 ғинуар архивланған.
  29. Форматирование чисел на листе. Microsoft Corporation. Дата обращения: 16 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  30. Currency Converter. Yahoo! Finance. Дата обращения: 8 февраль 2012. Архивировано 23 февраль 2012 года.
  31. Указание ЦБ РФ, 2002

Сығанаҡтар үҙгәртергә

ISO 4217

Башҡа стандарттар һәм классификаторҙар

Норматив документтар

Башҡа сығанаҡтар

Һылтанмалар үҙгәртергә