Өтөр

тыныш (пунктуация) билдәһе

Өтөр — тыныш билдәһе.

,
Өтөр
Пунктуация
апостроф (’ ')
йәйәләр ([ ], ( ), { }, ⟨ ⟩)
ике нөктә (:)
өтөр (,)
тире (, –, —, ―)
күп нөктә (…, ..., . . .)
өндәү билдәһе (!)
нөктә (.)
дефис ()
дефис-минус (-)
һорау билдәһе (?)
тырнаҡтар („ “, « », “ ”, ‘ ’, ‹ ›)
нөктәле өтөр (;)
ҡыя һыҙыҡ (слеш, кәсер) (/,  ⁄ )
Һүҙ бүлгес
бушлыҡ ( ) ( ) ( )
интерпункт (·)
Төп типографика
амперсанд (&)
коммерция at (@)
йондоҙсоҡ (астериск) (*)
кире ҡыя һыҙыҡ (\)
исемлек маркеры (буллит) ()
циркумфлекс (^)
типографик әүернә (†, ‡)
градус (°)
әйләндерелгән өндәү билдәһе (¡)
әйләндерелгән һорау билдәһе (¿)
октоторп (рәшәткә, хеш) (#)
номер билдәһе ()
бүлеү билдәһе (÷)
тәртип индикатор (º, ª)
процент, промилле, миллионная доля (%, ‰, )
абзац ()
штрих (′, ″, ‴)
параграф билдәһе (§)
тильда (~)
аҫтан һыҙыу (_)
вертикаль һыҙыҡ (¦, |)
Интеллектуаль милек
автор хоҡуҡтарын һаҡлау билдәһе (©)
сиктәш хоҡуҡтарҙы һаҡлау билдәһе (®)
хеҙмәтләндереү билдәһе символы ()
знак охраны смежных прав
фонограмма өсөн
()
тауар билдәһе символы ()
Валюта билдәләре
валюта билдәһе (дөйөм) (¤)
валюта билдәләре (конкрет)
( ฿ ¢ $ ƒ £ ¥ )
Һирәк типографика
астеризм ()
интерробанг ()
ироник билдә (؟)
Башҡалар
Диакритик билдәләр
Шпация
Башҡа имләләрҙә
Армян пунктуацияһы
Ҡытай пунктуацияһы
Япон пунктуацияһы

Өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары үҙгәртергә

Өтөр һөйләм эсендә түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:

  • һөйләмдең башында һәм аҙағында килеүсе өндәш һүҙҙәрҙе һөйләмдең бүтән киҫәктәренән айырыу өсөн. Мәҫәлән: Аҡ ҡайындар, һеҙҙең менән бергә Ағиҙелдең һыуын эскәнмен. (Н. Нәжми.) Ниңә мине шул тиклем һынауҙар алдына ҡуяһың әле, тормош? (Н. Мусин.);
  • һөйләмдең башында һәм аҙағында килеүсе инеш һүҙҙәрҙе (ахыры, бәлкем, зинһар, ғөмүмән, ғәҙәттә, моғайын, мәҫәлән, ихтимал, киреһенсә, тимәк, ысынлап та, әлбиттә, бәхеткә ҡаршы, үкенескә ҡаршы һ. б.) айырыу өсөн. Мәҫәлән: Тимәк, иң тәүҙә был донъяла ысын кеше булып йәшәү мотлаҡтыр. (Д. Бүләков.) Уйламай-нитмәй тороп эш башларға ярамай, әлбиттә. (Я. Хамматов.);
  • теркәүесһеҙ килгән тиң киҫәктәр араһында. Мәҫәлән: Ирҙәр күпләп уҡ юнған, һөңгө ослаған, һунар иткән, бесән әҙерләгән, солоҡ ҡарап, бал йыйған. (Ф. Иҫәнғолов.);
  • ҡаршы ҡуйыу, сәбәп һәм аныҡлау теркәүестәре менән бәйләнгән тиң киҫәктәр араһында (ә, ләкин, тик, шулай ҙа, әммә, сөнки, шуға күрә, шунлыҡтан, шул арҡала, шул сәбәпле, шуның өсөн, шулай булғас, шуның арҡаһында, шуның һөҙөмтәһендә). Мәҫәлән: Йыйылышта ҡатнашыусы командирҙар ишеккә ташландылар, ләкин сығырға өлгөрмәнеләр. (Я. Хамматов.);
  • тиң киҫәктәр араһында бүлеү (берсә, әле, йә, йәки) һәм йыйыу теркәүестәре (һәм, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә) ҡабатланып килһә. Мәҫәлән: Буранбайҙың бешкән муйыл кеүек йылтыр ҡара күҙҙәре берсә йылмайҙы, берсә моңайҙы. (И. Ғиззәтуллин.) Заһиҙә әбейҙең зәңгәрһыу күҙҙәрендә әллә үпкәләү, әллә асыуланыу билдәләре сағылып ҡалды. (Н. Мусин.);
  • һөйләмдең башында һәм аҙағында килеүсе айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе һөйләмдең бүтән киҫәктәренән айырыу өсөн. Мәҫәлән: Яңы йыл үткәреү сәбәпле, ятаҡта ут һуңыраҡ һүнде. (Р. Низамов.);

  • һөйләмдең башында һәм аҙағында килеүсе хәл әйтемен айырыу өсөн. Мәҫәлән: Тырышып эшләһәң, ике-өс айҙан уҡ тормозсы булырһың. (А. Карнай.);

  • теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдә тиң һөйләмдәр араһында. Мәҫәлән: Әллә ҡояшты ниндәйҙер көс кире яҡҡа тарта, әллә ҡулындағы сәғәте туҡтап ҡалған. (Н. Мусин.);

  • теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр эсендәге ябай һөйләмдәр араһында. Мәҫәлән: Яҙ килер, йәй етер, көҙ булыр. (Т. Килмөхәмәтов.);

  • эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә баш һөйләм менән эйәрсән һөйләм араһында (эйәрсән һөйләм баш һөйләмдән алда ҡулланыла, үҙе асыҡлаған һүҙ менән йәнәшә тормай.) Мәҫәлән: Күк йөҙөн сыбарлаған иҫәпһеҙ-һанһыҙ йондоҙҙар юйылып бөтөр-бөтмәҫтән, ауыл халҡы йоҡонан уянды. (Я. Хамматов.);

  • Өтөр маҡсат һөйләмдәрҙә тип бәйләүесенән аҙаҡ, ә тултырыусы һөйләмдәрҙә тип-тең алдына ҡуйыла. Мәҫәлән: 1. Ағастар ултырттыҡ беҙ, Мәктәп матур булһын тип, Ағастарға һайрашырға Төрлө ҡоштар ҡунһын тип. (Ә. Вахитов.) 2. Мин бында образлы рәүештә, Заһир Исмәғилев музыкаһында һине һәр саҡ дәртләндерә торған башҡорт ҡымыҙы, Хөсәйен Әхмәтов музыкаһында татлы башҡорт балы бар, тип әйтер инем. (А. Леман.);
  • күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Ауырлыҡтар булмаһа, тормоштоң ҡыҙығы ла ҡалмаҫ ине, тип уйлап, рәйес идара ағзалары менән кәңәшләшергә булды. (Я. Хамматов.);
  • ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Донъялар тынысланып, колхоз нығынып, тормоштар матурлана барған һайын, кешеләрҙең кәйефе күтәрелде, уларҙа йәйҙең иң матур көндәрендә урманға сығып, тәбиғәт ҡосағында иркенләп күңел асыу теләге үҫкәндән-үҫә барҙы. (Н. Мусин.).

Пунктуация бүлеге үҙгәртергә

  1. Өтөр
  2. Өтөр менән һыҙыҡ
  3. Ике нөктә
  4. Ике нөктә һәм һыҙыҡ
  5. Йәйәләр
  6. Һыҙыҡ
  7. Парлы һыҙыҡ
  8. Нөктә
  9. Күп нөктә
  10. Һорау билдәһе
  11. Өндәү билдәһе

Һылтанмалар үҙгәртергә

http://blang.ru/punctuation.php?item=10 2014 йыл 21 август архивланған.