Өмөтбай (Стәрлебаш районы)

Өмөтбай (рус. Уметбаево; башҡа атамалары Ҡалмаҡ; Яхъя) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 113 кеше булған[2].

Ауыл
Өмөтбай
рус. Уметбаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Стәрлебашй

Ауыл советы

Һарайҫа

Координаталар

53°22′06″ с. ш. 55°39′19″ в. д.HGЯO

Халҡы

113[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34739

Почта индексы

453185

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 248 835 006

ОКТМО коды

80 648 435 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Өмөтбай (Рәсәй)
Өмөтбай
Өмөтбай
Өмөтбай (Стәрлебаш районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Өмөтбай

Почта индексы — 453185, ОКАТО коды — 80248835006. ИФНС коды 0268

Тарихы үҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында Өмөтбай ауылы Юрматы улусының Аҙнай түбәһенә ҡарай. Өфө наместниклығының 1786 йылғы картаһында был ауыл билдәләнмәгән. Тимәк, уға нигеҙ 1786 йыл менән 1795 йылдар араһында һалынған. Шул мәлгә ауылдың 16 ихатаһында 133 кеше йәшәй. Ауылға нигеҙҙе Өмөтбай уҙаман һала. Уның улдары Әмир (1751 йылда тыуған), Хәмит, Әбделғәзиз һәм Әбделмән дә ғаиләләре менән ошо ауылда көн күрә. Әмирҙең улы Вәлит, Вәлиттең балалары: Алтынбай, Көмөшбай, Хәсән, Ҡаһарман. Хәмиттең улы - Сөләймән Ә 1816 йылғы VII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ихаталар һаны 5 берәмеккә кәмей, ә халыҡ һаны 79 кеше генә була. Быны яҡында ғына Яхъя ауылының хасил булыуы менән аңлатырға була. Ауылға нигеҙ һалған Яхъя уҙамандың улы, йорттоң йөҙ башы Абдрахман Яхин (1784 йылда тыуған) ошонда йәшәй. Бергә иҫәпләгәндә 1842 йылда был ике ауылда 199 кеше йәшәй (Өмөтбайҙа - 117, Яхъяла - 82 кеше). Артабанғы рәүиз документтарында был ике ауыл бергә Өмөтбай (Яхъя) ауылы тип кенә атала. 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә бындағы 42 ихатала 208 башҡорт, 3 ихатала 17 урыҫ һәм 1 ихатала 10 украин йәшәүе теркәлә.

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ауыл өсөнсө исеме (Ҡалмаҡ) менән атала. 42 ихатала 200 кеше йәшәй[3].

1842 йылда ауылда йәшәгн 199 кешегә 176 бот ужым ашлығы, 614 бот яҙғы ашлыҡ сәселә. Өмөтбай ауылында 260 баш йылҡы, 180 баш һыйыр малыголов, 152 баш һарыҡ, Ә Яхъя ауылында - 200 баш йылҡы, 102 баш һыйыр малы, 36 баш һарыҡ аҫырала.Ауыл халҡы 159 умарта тота[4].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 113 57 56 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Ауыл урамдары үҙгәртергә

  • Йылға урамы (рус. улица Речная),
  • Сафа Хәсәнов урамы (рус. улица Сафы Хасанова),
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная),
  • Хоҙайбирҙин урамы (рус. улица Худайбердина)[5].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә