Өмбәт

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты

Өмбәт (рус. Умбетово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Муйнаҡ ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453390, ОКАТО коды — 80226822007.

Деревня
Өмбәт
рус. Умбетово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Муйнаҡ

Координаталар

52°03′49″ с. ш. 56°48′27″ в. д.HGЯO

Халҡы

413[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453390

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 822 007

ОКТМО коды

80 626 422 131

Өмбәт (Рәсәй)
Өмбәт
Өмбәт
Өмбәт (Башҡортостан Республикаһы)
Өмбәт

Тарихы үҙгәртергә

Марат Түләбәаевтың «Үҫәргәндәр ере- Ейәнсура» китабында «Үҫәргәндең бишенсе быуыны Толобайҙан Тәүәкәй-Бикбау тыуған, тиелә. Өмбәт, Яҡшыбай, Бикжан, Әлмөхәмәт, Йәрмөхәмәт шунан таралған. Бынан биш йөҙ йылдар элек үҫәргән башҡорттарының бер өлөшө Һамар буйында йәшәгән. Уларға йыш ҡына үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен Ҡазан ханлығынан ҡурсалап торорға тура килгән, һамар башҡорттары яуҙарҙы берҙәм ҡайтарған. Ҡор башында үҫәргән батыры Өмбәт торған. Өмбәт батыр, олоғая төшкәс, үҙ иленә ҡайтып йәшәмәк була. Уны ололап оҙаталар. Үҫәргәндәр Өмбәтте бик хөрмәтләп ҡаршы ала. Уға Өҫкәлек буйынан ауҡан ерҙәрҙе бирәләр. Өмбәт ир ҡорона ингән бер нисә улы менән шунда төйәкләнә. Был тирәгә ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар йыш ҡына сапҡын яһап торған. Өмбәт, олоғайыуына ҡарамаҫтан, өйҙә тыныс ҡына ята алмай. Үҙенең улдарын башлыҡ итеп тәғәйенләп, ғәскәр йыя. Ҡаҙаҡтарҙың һәм ҡалмыҡтарҙың килер юлына шәйләктәр билдәләй. Хәҙерге Муйнаҡ ауылы эргәһендәге Тишектауҙың башына ҡарауыл итеп үҙенең улы Муйнаҡты ҡуя. Ҡарауыл, дошман килеүен шәйләү менән, усаҡ яғып хәүеф тураһында хәбәр итә торған булған. Бер ваҡыт ҡалмыҡтар бик күп ғәскәре менән Өмбәт ҡарт йәшәгән Ҡаратау йәйләүенә үк килеп етә. Үҫәргәндәр был яуҙы ҙур ҡыйынлыҡ менән ҡайтара. Бала-саға, бисә-сәсә дошмандан урман, тау араларына ҡасып ҡотола торған булған. Хәҙерге Өмбәт ауылы эргәһендәге Ауылҡасҡан урманының атамаһы ана шул замандарҙан тороп ҡалған. Өмбәт ҡарт, байтаҡ йәшәп, вафат була. Уны хәҙерге Өмбәт ауылының зыяратына ерләйҙәр»[2].

Шәжәрә буйынса ла, ауыл тәүге төпләнеүсе Өмбәт батыр исеме менән аталған. Шулай уҡ Имбәт, Өрмәт, Өмөтбай булараҡ теркәлгән. 1795 йылда 21 йортта 172 кеше йәшәгән, 1866 йылда 55 йортта 363 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[3]

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Халҡы: 1900 йылда– 480 кеше, 1920 йылда – 543, 1939 йылда – 413; 1959 йылда – 360, 1989 йылда 494 кеше иҫәпләнгән[3].

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[1]
516542413
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[5].

Ревизия материалдарында үҙгәртергә

1816 йылда[6] Өмбәт ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны үҙгәртергә

Өмбәт ауылы Өҫкәлек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 35 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Муйнак): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 71 км

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Урамдар үҙгәртергә

  • Аръяҡ урамы (рус. улица Аръяк)
  • Б.Ғафаров урамы (рус. улица Б.Гафарова)
  • Гөләйшә урамы (рус. улица Гулейши)
  • Ерекле урамы (рус. улица Ерекле)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[7]

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Йылға-күлдәр

  • Ҙур Ерекле йылғаһы
  • Ҡоруй йылғаһы
  • Әзәт йылғаһы
  • Дөрдөр йылғаһы
  • Ҙур Ҡасауара йылғаһы
  • Ҙур Мунсағәле йылғаһы

Тауҙар

  • Ҡаратау тауы
  • Казарма һырты

Башҡа урындар

  • Ауылҡасҡан урманы
  • Ҡаратау йәйләүе[8]

Видеояҙмаларҙа үҙгәртергә

Видео от Хабира Идрисова

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары үҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ ижадының II томына ингән "Өмбәт батыр" риүәйәте 1967 йылда Ейәнсура районыны Өмбәт ауылы Бикбулатов Ғибәдулла һибәтулла улынан (82 йәшлек, Үҫәргән ырыуы башҡорто) М. Сәғитов яҙып алған.
  • "Шәкирә һаҙаҡ атҡан йәйләүе" 1966 йылда Ейәнсура районыны Өмбәт ауылы Хәмҙиә Абдуллинанан (1906 йылғы) Ш. Баязитова яҙып алған[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә