Әхмәтшин Ғабдулла Ғабдрахман улы

Әхмәтшин Ғабдулла Ғабдрахман улы (14 октябрь 1921 йыл — 25 май 1984 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист, драматург һәм тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1941 йылдан КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Әхмәтшин Ғабдулла Ғабдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Бикташ, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 25 май 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, драматург
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Ғабдулла Ғабдрахман улы Әхмәтшин 1921 йылдың 14 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Бикташ (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Яңы Бикташ) ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1938 йылдан Йәрмәкәй район газетаһының яуаплы секретары булып эшләй, ситтән тороп педагогия училищеһында уҡый.

1940 йылда республиканың балалар гәзите «Йәш төҙөүсе»нең редактор урынбаҫары итен тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Ғабдулла Әхмәтшин фронтҡа китә һәм, 1942 йылда Черкасск пехота училищеһын тамамлап, рота менән командалыҡ итә. Ике тапҡыр яралана.

1943 йылдан ул — дивизия газетаһының редактор урынбаҫары, һуңынан 3‑сө Украина фронты «Советский воин» газетаһының хәбәрсе-ойоштороусыһы була. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены[1], миҙалдар менән бүләкләнә.

1946 йылдан «Ҡыҙыл Башҡортостан» газетаһының махсус хәбәрсеһе булып эшләй, бер үк ваҡытта К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, 1953 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

1953—1956 йылдарҙа Ғабдулла Әхмәтшин — «Ҡыҙыл Башҡортостан» газетаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, һунынан «Һәнәк» журналы редакцияһында бүлек мөдире була.

Әҙәби ижады үҙгәртергә

Драматург төрлө йылдарҙа «Тальян гармун» (1949—1972), «Ялан еле», «Күҙ нурым», «Юғалган хаттар», 1953—1979). «Мөхәббәт исеменән» (Урау-урау юлдарҙан), 1968—1980), «Онотмағыҙ беҙҙе, туғандар» (1975), «Туй күлдәге» (1976), «Яр буйында усаҡтар» (1980) пьесаларын ижад итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт драматургияһы антологияһы

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә