Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы

Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы (4 ноябрь 1924 йыл17 ғинуар 1945 йыл) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (1945).

Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Әсекәй районы, СССР
Вафат булған көнө 17 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (21 йәш)
Вафат булған урыны Польша
Ерләнгән урыны Польша
Хәрби звание поручик[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Йәғәфәр Әхмәт улы Әхмәтшин 1924 йылдың 4 ноябрендә Ырымбур өлкәһе Әсекәй районы Ҡотлой ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Милләте буйынса башҡорт.

Ете класс тамамлағандан һуң педагогия училищеһында уҡый. 1942 йылда Әхмәтшин Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылда Ленинград хәрби — пехота училищеһын тамамлай, унан һуң — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдың сентябренә лейтенант Әхмәтшин взвод командиры лейтенант 1348-се уҡсылар полкы взводы (1-се Белорус фронты 48 -се армия 399-сы уҡсылар дивизияһы) менән етәкселек итә. Острув-Мазовецка (Польша) ҡалаһы тирәһендәге алыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә[1].

1944 йылдың 3-4 сентябрендә такылар десанты составында лейтенант Әхмәтшиндың взводы бер рота дошманды ҡыйрата, шулай уҡ өс танкыға ҡаршы орудиеһын ҡулға төшөрә. 1944 йылдың 4 сентябрендә Нарев йылғаһы аша сыҡҡанда, рота командиры сафтан сыҡҡас, уны алыштыра һәм тәүгеләрҙән булып йылға аша сыға, бынан һуң Әхмәтшин етәкселегендәге рота дошман траншеяларын баҫып ала[1].

1945 йылдың 17 ғинуарҙа яуҙа алған яраларҙан һәләк була. Варшава воеводлығы Макув-Мазовецка өйәҙе Карнево ҡасабаһында ерләнә[1].

1945 йылдың 24 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы лейтенант Йәғәфәр Әхмәтшинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[1].

Шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Хәтер үҙгәртергә

Совет власы осоронда Ҡотлой ауылы мәктәбенең пионер дружинаһы Герой исемен йөрөтә[1]. Ҡотлой урта мәктәбендә иҫтәлек бүлмәһе булдырылған, унда Герой батырлығы тураһында һөйләгән документтар һаҡлана. Ауылда бронза бюст ҡуйылған.

2004 йылдың 4 ноябрендә Әхмәтшин Йәғәфәрҙең 80 йыллығына арналған тантаналы саралар үткәрелде, музей-йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ахметшин Ягафар Ахметович. AZ Library. Дата обращения: 8 февраль 2012.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • В. П. Россовский. Золотые Звёзды Оренбуржья. Биографический справочник / Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 512 с. — С. 44—45.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Оренбуржцы в боях за Родину / Челябинск, 1978. — С. 36—40.
  • Рассказы о героях / Челябинск, 1971. — С. 46—50.

Һылтанмалар үҙгәртергә