Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы

Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы (19 февраль 1930 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-педагогы, юғары мәктәп эшмәкәре. педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1976), Белем биреүҙе гуманлаштырыу халыҡ-ара академияһының ғәмәлдәге ағзаһы (1995), Рәсәй Мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы.

Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 февраль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Үрге Маншыр, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Балалары Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

600-ҙән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методик эштәр авторы, уларҙың бер өлөшө сит илдәрҙә баҫылып сыҡҡан;[1] Әхийәровтың ғилми тикшеренеүҙәре этнопедагогика, хеҙмәт, уҡытыу проблемаларына арналған.

Биографияһы үҙгәртергә

Камил Шәйехмырҙа улы Әхийәров 1930 йылдың 19 февралендә Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны Үрге Маншыр ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы — Шәйехмырҙа Әхийәров колхоз рәйесе, Йәркәй МТС-ында директор була; әсәһе Гөлзифа Шәкир ҡыҙы колхозда эшләй.

1951 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын отличие менән тамамлай һәм Борай районының Салҡаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы һәм директор булып эшләй (1951—1963).

Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң Камил Әхийәров Бөрө дәүләт педагогия институтының фәнни һәм уҡытыу эштәре буйынса проректоры итеп раҫлана, артабан 1963 йылдан алып 1989 йылға тиклем был юғары уҡыу йортоноң ректоры була.

1974 йылда «Трудовое воспитание в сельской общеобразовательной школе на современном этапе» темаһына диссертация яҡлап, педагогия фәндәре докторы булып китә;[2] 1976 йылда профессор итеп һайлана. 1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының кафедра мөдире була, мәктәптәр менән идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәрен эшләй, 2007 йылға тиклем был вазифаны биләй. Әлеге ваҡытта был юғары уҡыу йортонда педагогика кафедраһында эшләй.[3]

Камил Әхийәров башланғысы менән республикала педагогика буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса беренсе махсуслаштырылған совет асыла. Уның етәкселегендә 150-нән ашыу фән докторы һәм кандидаты әҙерләнә. Күп йылдар педагогик тикшеренеүҙәр методологияһы буйынса фәнни мәктәпте уңышлы етәкләй, Халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союз съезында хупланған педагогик белемдең концепцияһын әҙерләүҙә ҡатнаша.

Фәнни-педагогик эшмәкәрлек менән бер рәттән ижтимағи эш менән дә шөғөлләнә — РФ Педагогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе президиумы рәйесе, Башҡорт АССР-ының 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, халыҡ депуттарының Бөрө ҡала Советы депутаты (1963—1989), 1988 йылда СССР Халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Союз съезына делегат итеп һайлана.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм РСФСР-ҙың (1982) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2001).
  • СССР-ҙың (1977), РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), СССР юғары мәктәбе отличнигы.
  • Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, «В. И. Лениндың тыуыуына 100- йыллыҡ айҡанлы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы, ВДНХ СССР, шулай уҡ К. Д. Ушинский, Н. К. Крупская, А С. Макаренко, В. А. Сухомлинский, М. А. Шолохов һәм Т. С. Мальцев миҙалдары[4]
  • Тыуыуына 80 йәш тулыуы уңайынан ғалимдың биографияһы «Рәсәйҙең күренекле ғалимдары» Интернет-энциклопедияһына индерелә.[1]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә