Әтәс (Фёдоровка районы)

Әтәс (рус. Атяшево) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 290 кеше[1]. Почта индексы — 453296, ОКАТО коды — 80254810002.

Ауыл
Әтәс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Фёдоровка районы

Координаталар

53° с. ш. 55° в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 254 810 002

ОКТМО коды

80 654 410 106

ГКГН номеры

0524137

Әтәс (Рәсәй)
Әтәс
Әтәс
Әтәс (Фёдоровка районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Әтәс


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселек өлөшөн татарҙар тәшкил итә (92 %).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 317
2010 йыл 14 октябрь 290 137 153 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Әтәс (урамы) (рус. Атяшевская (улица))
  • Гагарин (урамы) (рус. Гагарина (улица))
  • Дуҫлыҡ (урамы) (рус. Дружбы (улица))
  • Йылға Аръяғы (урамы) (рус. Заречная (улица))
  • Тыныслыҡ (урамы) (рус. Мира (улица))
  • Ирек (урамы) (рус. Свободы (улица))
  • Төньяҡ (урамы)(рус. Северная (улица))
  • Үҙәк (урамы) (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп (урамы)(рус. Школьная (улица)) [2]

Тарихы үҙгәртергә

Әтәс — Тәтегәс түбәһе ҡабул иткән ерһеҙ башҡорттар һәм яһаҡ татарҙары ауылы. V рәүиз документтарында унда 8 башҡорт ихатаһы (25 кеше) һәм 4 татар ихатаһы (20 кеше) булған бәләкәй генә ауыл булараҡ теркәлә. 21 йылдан унда 45 башҡорт, 60 мещан, 8 сауҙагәр, 60 татар йәшәгән. Бөтәһе лә — 1802 йылда үҙ ерҙәрен рәсмиләштергән Тәтегәс түбәһе керҙәштәре.

1834 йылғы рәүиз документтарында ауылдағы 3 ихатала 74 башҡорт (38 ир-егет һәм 36 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе иҫәпкә алына. Икешәр ҡатын менән йәшәгән башҡорт ғаиләләре лә теркәлә: Ғүмәр Баҡыев (ҡатындары: 30 йәшлек Хәбибә һәм 20 йәшлек Ҡәлбениса), Ғәптелғафар Әбделминъйәнов (ҡатындары: 25 йәшлек Сәхибъямал, 20 йәшлек Мөнәкир)[3].

1842 йылда 74 башҡортҡа — ужым игене 168, яҙғы иген 480 бот сәселгән[4].

1850 йылда үткәрелгән IX рәүиз материалдарында 1847 йылда Айтуған ауылынан күсерелгән башҡорт 56 йәшлек Ғәбиҙулла Юлъҡотлин ғаиләһенең улдары: 24 йәшлек Әхмәтулла, 10 йәшлек Ниғмәтулла һәм 4 йәшлек Хисмәтулланың булыуы теркәлә. Тағы ла бындағы 3 ихатала 78 башҡорттоң йәшәүе теркәлә. Шулай итеп, 1850 йылғы рәүиз Әтәстә 82 башҡорттоң йәшәүен теркәп ҡуя.

1859 йылғы рәүиздә Әтәс атамаһын йөрөткән ике ауыл булыуы асыҡлана. Уларҙың береһе өйәҙ ҡалаһы Стәрлетамаҡтан 70 саҡрым алыҫлыҡта, Балталы шишмәһе янында урынлаша, һәм унда 336 башҡорт йәшәй. Икенсеһе Стәрлетамаҡтан 90 саҡрым алыҫлыҡта ята, һәм унда 102 татар йәшәй. 1920 йылда үткәрелгән совет рәүиз документтарында Федоровка улусының Әтәс ауылында 163 ихатала 800 башҡорт һәм татар йәшәүе теркәлә[3].

Легендаһы үҙгәртергә

Элекке замандарҙа Бәләкәй Бүләк тигән ерҙә ыҙмалар булған. Ул урын бик матур булған. Тирә-яҡта урман да, шишмәләр ҙә, тауҙар ҙа булған. Бер саҡ ауыл кешеләре урманда йөрөгән саҡта кешеләр һөйләшкән, әтәстәр ҡысҡырған тауыштар ишеткәндәр. Шул урынға барып ҡараһалар, унда йәшеренеп кенә ауыл төҙөп кешеләр йәшәй икән. Был урынды, шулай итеп, Әтәс ауылы тип атағандар. Тағы ла кешеләр күсеп килгән. Ә Бәләкәй Бүләк урынында хәҙер ҙур быуа төҙөлгән.

Ауылыбыҙҙың билдәле кешеләре: Ғүмәров Ришат — табип, Ғүмәров Руфат - хоҡуҡсы(юрист), Шәрипов Нуриман — завод директоры, Шәрипов Рәшит Республика дауаханаларының береһендә баш табип. Легенданы РПЛИ-ның 8 класс уҡыусыһы Ниғмәтуллина Рузалина яҙып алды.

Матбуғатта үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. [https://www.gosspravka.ru/02/047/000042.html Атяшево (село) Налоговый орган (код 0261):Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан]
  3. 3,0 3,1 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 206-207. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 139 2022 йыл 28 март архивланған.

Сығанаҡтар үҙгәртергә