Әс-Сувейра[5] (ғәр. الصويرة‎), шулай уҡ Эсауира, элекке Могадор[6] — Мароккола Атлантик диңгеҙенең яры буйында Агадирҙан 170 километр төньяҡтараҡ һәм Марракештан 170 км көнбайыштараҡ урынлашҡан. Ҡалаға ҙур булмаған Могадор утрауы инә, Марокко бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем ҡала уның исемен йөрөтә. Могадор исеменең португал тамыры бар тип фаразлана. Ғәрәп морфологияһын теүәл биргән Әс-Сувейра атамаһы тик рус телендә нығынған. Башҡа телдәрҙә топоним урындағы диалекттарҙа әйтелеше буйынса Эсауир кеүек яңғырай.

Әс-Сувейра
ғәр. ‫الصويرة‬
Ошибка Lua в Модуль:Unicode_data на строке 469: attempt to index field 'scripts' (a boolean value).
Герб
Рәсем
Рәсми атамаһы الصويرة[1], Essaouira[1] һәм ⵜⴰⵙⵙⵓⵔⵜ
Дәүләт  Марокко
Административ үҙәге Essaouira Province[d]
Административ-территориаль берәмек Essaouira Province[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Атлантик океан
Хөкүмәт башлығы Асма Шааби[d]
Ойошма ағзаһы Creative Cities Network[d][2]
Халыҡ һаны 77 966 кеше (1 ғинуар 2014)[1][3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 11 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Ла-Рошель[d] һәм Кашкайш[d][4]
Майҙан 90 км²
Рәсми сайт communeessaouira.ma/ar
Число домохозяйств 20 290[1][3]
Карта
 Әс-Сувейра Викимилектә

Ҡаланың мәҙинәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән

Тарихы үҙгәртергә

Балыҡсылар порты беҙҙең эраға тиклем VII быуатта уҡ финикиялыларға, ә һуңыраҡ римлеләргә билдәле була. Яйлап порт диңгеҙ сауҙаһының пункты ғына түгел, шулай уҡ каруандар аша сығарыу пункты, шулай уҡ ваҡыты менән диңгеҙ пираттары өсөн һыйыныу урыны була.

1506 йылда португалдар ҡаланы нығыта башлай. Саадиттар династияһынан солтан Мулай Әбделмәлик ваҡытында 1628 йылда ҡәлғә төҙөлөү дауам итә. 1765 йылда Алауиттар династияһынан солтан Мөхәммәт III бен Абдаллаһ Могадорҙы Марокконың шул ваҡытта иң ҙур портына әйләндерергә уйлай. Планлаштырыуҙы француз тотҡонона йөкмәтәләр.

1893 йылдарҙа француз ғәскәрҙәре Тимбукту ҡалаһын баҫып алғанға тиклем, артабанғы быуаттарҙа ҡала мөһим сауҙа пункты статусын нығыта. Ошоноң менән бәйле күп сауҙа юлдары ябыла, һәм Могадор элеке әһәмиәтен юғалта.

19601970 йылдарҙа ҡала хиппи «мәккәһе» була.

Әлеге мәлдә Әс-Сувейра Марокконың ҙур ҡалаларынан туристарҙың һәм европалыларҙың яратҡан ял итеү урыны булып тора. Ҡалала аҙыҡ-түлек (башлыса балыҡ), шулай уҡ күн сәнәғәте үҫешкән.

Мәҙәниәте үҙгәртергә

  • 2001 йылда ҡаланың мәҙинәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә
  • 1998 йылдан йыл һайын бында гнауа музыкаһы фестивале үтә

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

  • Мәҙинә
  • дю Порт ҡаяһы
  • де ла Kasbah ҡаяһы
  • Тагарт пляжы
  • Вознесения Божьей Матери католик сиркәүе (эшләй)
  • Маяҡ һәм Сиди Могдула мәсете
  • Сәғәттәр менән башня[7]

Әс-Сувейра кинематографияла үҙгәртергә

  • 1952 йылда Орсон Уэллс Могадорҙа «Отелло» фильмын төшөрә.
  • 2004 йылда Әс-Сувейрала «Царство небесное» фильмы өсөн урта быуат Иерусалимы тергеҙелә
  • «Игра престолов» телесериалының өсөнсө миҙгелендә балыҡ һатыусылар ҡултығында Әс-Сувейра Астапор ҡалаһы кеүек күрһәтелә, унда Дейенерис Таргариен үҙенең армияһы өсөн ҡолдар һатып ала[8].

Галерея үҙгәртергә

Туғанлашҡан ҡалалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 (unspecified title) / под ред. High Commission for Planning
  2. https://en.unesco.org/creative-cities/events/unesco-designates-66-new-creative-cities
  3. 3,0 3,1 http://rgph2014.hcp.ma/file/166326/
  4. https://www.cascais.pt/sub-area/Essaouira
  5. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.
  6. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.
  7. Эс-Сувейра, путеводитель по Марокко (билдәһеҙ). Марокко.FalkTime (4 октябрь 2018). Дата обращения: 24 апрель 2019.
  8. 5 стран, где снимался сериал «Игра престолов». Дата обращения: 18 июль 2016.