Әссәләмү ғәләйкүм

Әссәләмү ғәләйкүм (ғәр. ٱلسَّلَامُ عَلَيْكُمْ‎ — именлек һеҙгә‎) — исламда төрлө милләт мосолмандарының ғәрәпсә сәләмләү һүҙе[1], уны шулай уҡ насрани ғәрәптәр ҙә, ғәрәп йәһүдтәре лә ҡуллана[1]. Былай сәләмләүгә үә-ғәләйкүм әс-сәләм тип яуаплайҙар (ғәр. ‏وَعَلَيْكُمُ ٱلسَّلَامُ‎ — һеҙгә лә именлек)[1]. «Сәләм» төшөнсәһе «ислам» һүҙе менән тамырҙаш, башта тик дини тәғәйенләнешле генә булған һәм «Аллаһ менән именлек» тигән мәғәнәлә ҡулланылған[2].

Әссәләмү ғәләйкүм
Алдағы Әт-Тәхиәт
Целевая аудитория Мосолмандар
 Әссәләмү ғәләйкүм Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әссәләмү ғәләйкүм кәлимәһенең ғәрәпсә яҙылышы
Әссәләмү ғәләйкүм кәлимәһенең әйтелеше

Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә сәләмләү үҙгәртергә

Ҡөрьәнгә ярашлы, мосолман тәүләп сәләмләгән кешенән кәмерәк һүҙҙәр ҡулланып сәләмләргә тейеш түгел:

«Һеҙгә сәләм биргән һайын һеҙ унан яҡшыраҡ итеп сәләмләгеҙ йәки шундай уҡ сәләм ҡайтарығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ һәр бер нәмәне хисаплай».

— (Ҡөрьән, 4:86)

Мөхәммәт Пәйғәмбәр Сөннәтенә ярашлы был сәләмләшеү булмаған Китап әһелдәре араһында ла ҡулланыла. Бер хәҙистә Пәйғәмбәр былай ти: «Китап әһелдәре һеҙгә Әссәмү ғәләйкүм (Әссәләмү ғәләйкүм урынына) тип сәләм бирһә, үә-ғәләйкүм тип кенә яуаплағыҙ»[3].

Хәҙистә әйтелгәнсә, бер йәһүд Ғәйшә р.ғ. алдында Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Әссәмү ғәләйкүм (Әссәләмү ғәләйкүм урынына) тип сәләм биргән. Сәм һүҙе «тиҙ үлем» тигән мәғәнәгә эйә, һәм Ғәйшә тегегә тауышлана башлай, мәгәр Мөхәммәт с.ғ.с. уға ҡысҡырынмаҫҡа, бары тик «үҙеңә лә» (үә-ғәләйкүм ) тип яуапларға ҡуша.

Икенсе төрлө сәләмләүҙәр үҙгәртергә

Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү!

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Ислам: Словарь атеиста / Авксентьев А. В., Акимушкин О. Ф., Акиниязов Г. Б. и др.; Под общ. ред. Пиотровского М. Б., Прозорова С. М.. — М.: Политиздат, 1988. — С. 194—195. — 254 с. ISBN 5-250-00125-4
  2. Али-заде, А. А. all // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  3. ан-Навави Хадис № 0867 2013 йыл 14 июнь архивланған. / «Сады Праведных»

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Bernard Lewis: Die politische Sprache des Islam. Berlin 1991. S. 133—135 (und Anm. 18-24 auf S. 233—234)
  • Ignaz Goldziher in: Die Zeitschrift der Deutschen Morgenländischen Gesellschaft, Bd. 46, S.22-23.