Әрмәндәр (рус. армяне, әрмәнсә Հայեր, hayer [hɑˈjɛɾ]) — һинд-европа ғаиләһенең әрмән телендә һөйләшеүсе боронғо халыҡ. Әрмәнстан һәм танылмаған Таулы Ҡарабахтың төп халҡы. Шулай уҡ күп әрмәндәр Ливан, Абхазия, Рәсәй илдәрендә йәшәй.

Әрмәндәр
Рәсем
Туған тел Әрмән теле
Этнохороним armean һәм armeancă
Дәүләт  Әрмәнстан
Дипломатические отношения Assyrians[d]
Ҡайҙа өйрәнелә арменистика[d]
Коллаж
 Әрмәндәр Викимилектә

Әрмәндәрҙең дөйөм һаны яҡынса 10-12 млн. кеше.

Бөйөк Тигран (95–55 б.э.т.) идара иткән осорҙағы Әрмәнстан картаһы

Тарих үҙгәртергә

II б.э.т. мең йыллыҡ VI б.э.т. быуатҡа тиклем Әрмән таулығында әрмән халҡы формалашҡан тип һанала.

Үҙатамаһы - һай (Հայ), бер фараз буйынса Урарту төбәге Һати атамаһынан килеп сыҡҡан.

522 б.э.т. фарсы батшаһы Дарий I Беһистун яҙмаһында Арминия илен телгә ала. Атама Мелитенаға сиктәш төбәк Armi, фарсыса Armina атамаһынан сыҡҡан.

Әрмәндәрҙең боронғо ҡанбабалары фригиялылар, мушки, хурриттар, урартуҙар ҡәбиләләре булған тип һанала.

Әрмәндәрҙең генетикаһы үҙгәртергә

Сенгер институтының эҙләнеү мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әрмәндәрҙең генетик популяцияһы б.э.т. 3 меңенсе йылдарҙа барлыҡҡа килгән һәм әрмән популяцияһының генетик ҡатнашыуы б.э.т. 1200 йылдарҙа туҡтаған[1][2].

Хәҙерге әрмәндәрҙе генетик тикшереүҙәр мәғлүмәттәре [3].
 
 
Әрмәндәрҙең гаплогруппаларында Y-хромосома төркөмдәренең йышлығы һәм төрлөлөгө. Әрмәндәрҙең һәм күршеләренең [[Y-хромосома|Y-хромосомалы] гаплогруппаларында филогенетик бәйләнештәр.

FTDNA-ның әрмән проекты мәғлүмәте буйынса, әрмәндәр араһында Y-хромосом гаплогруппалары R1b1a2 (26,5 %), J2a (19,1 %), G2a (9,5 %), J1* (8,3 %), E1b1b1 (6,8 %), J1c3d (5,5 %), T1 (5,5 %) таралған[4].

Галерея үҙгәртергә


Һылтанмалар үҙгәртергә

  • В. Я. Брюсов. Летопись исторических судеб армянского народа. — Ер., 1940.
  • Армяне // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  • Армяне // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей; гл. ред. Р. Г. Рафиков; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3.
  • Народы России: живописный альбом, Санкт-Петербург, типография Товарищества «Общественная Польза», 3 декабря 1877, ст. 415
  1. Date of Armenia’s Birth, Given in 5th Century, Gains Credence
  2. Marc Haber, Massimo Mezzavilla, Yali Xue, David Comas, Paolo Gasparini, Pierre Zalloua, Chris Tyler-Smith Genetic evidence for an origin of the Armenians from Bronze Age mixing of multiple populations. — 2015. — DOI:10.1101/015396
  3. Date of Armenia’s Birth, Given in 5th Century, Gains Credence
  4. Family Tree DNA — Armenian DNA Project