Әнәс ибне Мәлик ибн Нәҙар әл-Хәзрәжи әл-Әнсари (ғәр. أنس بن مالك بن النَّضر الخزرجي الأنصاري‎; 612, Басра — 709, Мәккә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең атаҡлы сәхәбәһе. Мәҙинә ырыуы Бәни әл-Хәзрәж сығышлы. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм уға Әбү Хәмзә ҡушаматы бирә. Танылған мөхәҙҙис (хәҙистәр башҡарыусы) 2286 хәҙис тапшырыуы менән дә танылған.

Әнәс ибн Мәлик
ғәр. أنس بن مالك
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Фаҡиһ, Мөхәддис, Раүи (хәҙис)

Тыуған көнө:

611[1]

Тыуған ере:

Мәҙинә, Мәҙинә (административ округ), Сәғүд Ғәрәбстаны[2]

Үлем көнө:

713[1]

Үлгән ере:

Бәсра, Ираҡ, Өмәүиҙәр хәлифәлеге[2]

Ил:

 Хаҡ хәлифәт
 Өмәүиҙәр хәлифәлеге

Дине:

ислам һәм Сөнниҙәр

Атаһы:

Мәлик әл-Хәзрәжи

Әсәһе:

Умм Сулейм бинт Мильхан[d][2]

Ҡатыны

Зайнаб бинт Анас[d]

Балалары:

Абу Бакр ибн Анас[d], ан-Наср ибн Анас[d] һәм Муса ибн Анас[d]

Бәрелештәр:

Битва при Хайбаре[d], Хүнәйнә һуғышы, Мәккәне яулау һәм Осада Таифа[d]

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Фиҡһ һәм Хәҙис ғилеме

Остаздары:

Мөхәммәт (Пәйғәмбәр), Әбү Һөрәйрә, Мүғаҙ ибн Жәбәл, Әбү Ҙәр әл-Ғифәри, Сәлмән әл-Фарси, Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс, Әбү Муса әл-Әшғари һәм Ғабдулла ибне Мәсғүд

Шәкерттәре:

Ибн Сирин[d], Сулейман аль-Амаш[d], Абу аль-Убейд аль-Анси[d], Ибрахим ибн Абу Абля[d], Бадиль ибн Майсира аль-Акили[d], Мухаммад ибн Яхья[d], Абу Асма ас-Сайфаль[d], Хәсән әл-Басри һәм Ғәмир әш-Шәғәби

 Әнәс ибн Мәлик Викимилектә


Биографияһы үҙгәртергә

Мәҙинәлә миләди 612 йылда тыуған. һижрәттән һуң уны әсәһе Үмм Сүләймә Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең хеҙмәтсе итеп алыуын һорай. Хеҙмәтсегә мохтажлығы булмаһа ла, Пәйғәмбәр етем малайҙы йәлләп, үҙенә ала. Әнәс ибн Мәлик Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең йомоштарын үтәй һәм бер үк ваҡытта дин белеме лә ала башлай. Был ваҡытта уға 10 йәш була[3]. Пәйғәмбәр уны үҙ балаһы кеүек ҡарай һәм дингә өйрәтә[4]

Беренсе ғазауаттарҙа Әнәс үтә йәш булыуы арҡаһында ҡатнашмай. Бәҙер һуғышында ул мосолман яугирҙарға ярҙам күрһәтеп йөрөй[3].

Балиғлыҡ йәшенә еткәс Хәйбәр, Һүнәйен яуҙарында, Мәккәне яулауҙа, Таифты ҡамауҙа ҡатнаша[4].

Беренсе хәлифә Әбү Бәкер (раҙыйаллаһу ғәнһү) ваҡытында, Бәһрәйндә зәкәт йыйыусы була. Әбү Бәкер вафат булғас, Мәҙинәгә ҡайта.

Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) хәлифәлеге осоронда Ислам хоҡуҡиәте мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлай һәм был эшен ғүмере буйы дауам итә[4]

Бер ни тиклем ваҡыттан ул Бәсрәгә күсә, унда халыҡты Ислам нигеҙҙәренә һәм хоҡуҡиәткә өйрәтә башлай. Фарсыларға ҡаршы һуғыштарҙа, Туштар ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша[3].

Хәлифәттә фетнә башланғас, ул бер яҡҡа ла ҡушылмай.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Әнәс ибне Мәлик өсөнғ «Йә Аллаһ! Уның балаларын һәм милкен арттыр, уға оҙон ғүмер бир һәм хаталарын кисер», — тип доға ҡылған була. Әнәс бин Мәликтең (раҙыйаллаһу ғәнһү) 80 улы һәм 2 ҡыҙы була, хатта баҡсаһы йылына ике тапҡыр емеш бирә торған булған. Ул Бәсрәнән 4 саҡрым алыҫлыҡтағы Таиф тигән ерҙә 103-мө, 110-мы йәшендә вафат була һәм шунда ерләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә