Халлаҡ Әминов (3 май 1915 йыл — 7 июнь 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы отделениеһы командиры. Советтар Союзы Геройы (15.01.1944), гвардия ҡыҙылармеецы.

Әминов Халлаҡ
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 апрель (3 май) 1915
Тыуған урыны Бохара ханлығы
Вафат булған көнө 7 июнь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Шафирканский район[d], Бохара өлкәһе[d], Үҙбәкстан
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Советтар Союзы Геройы «Почёт Билдәһе» ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «Алтын Йондоҙ» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

1915 йылдың 20 апрелендә (3 май) Искогар ҡышлағында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — үзбәк. 1946 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, Колхозда бригадир булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдың декабренән, ә 1942 йылдың ноябренән — ғәмәлдәге армияла. Үҙәк фронты 61-се армия 7-се гвардия кавалерия полкы 16-сы гвардия Чернигов дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы отделениеһы командиры Халлаҡ Әминов, Комарин ҡала тибындағы ҡасабаһы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе) беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша үткән саҡта, 1943 йылдың 27 сентябрендә айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уның отделениеһы баҫып алған плацдармда нығына һәм эскадрондың йылға аша сығыуына булышлыҡ итә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Халлаҡ Әминовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (4038-се һанлы) тапшырыла[2].

Демобилизацияланғандан һуң тыуған иленә ҡайта һәм Искогар ҡышлағында эшләй. 1993 йылдың 7 июнендә вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/2, л. 25/143, 144)
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әминов Халлаҡ. «Герои страны» сайты.  (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2010)