Әл-Әндәлүс (ғәр. الأندلس‎) — Мосолман Испанияһының атамаһы, урта быуаттарҙа (711—1492) Пиреней ярымутрауының мосолмандар хакимлығы осорондағы территорияһы. Ҡайһы саҡта был атама дини-сәйәси ҡоролоштарына ҡарамайынса төбәктең барлыҡ илдәренә ҡарата ҡулланылған. Был атаманан көньяҡ Испания ерҙәренең атамаһы — Андалусия һаҡланып ҡалған. Пиреней ярымутрауы территорияһында иң һуңғы мосолман дәүләте Гранада әмирлеге 1492 йылда католиктар менән баҫып алына.

Пиреней ярымутрауының яҡынса 1031 йылғы территориаль бүленеше ‎

Тарих үҙгәртергә

711 йылда Пиреней ярымутрауын ғәрәптәр һәм бәрбәрҙәр яулап алғас, Әл-Әндәлүс Өмәүиҙәр хәлифәлеге составында була. Һуңыраҡ бында бойондороҡһоҙ Кордова хәлифәлеге барлыҡҡа килә. 1031 йылда хәлифәлек күп кенә бәләкәй дәүләттәргә (тайфаларға) тарҡала. Төньяҡта христиан короллектәре көсәйә барыу менән улар мосолман дәүләттәрен яулап ала башлағандар. 1492 йылда Гранада әмирлеге баҫып алынғас, ярымутрауҙа мосолман дәүләттәре ҡалмай. Мосолмандарҙың күпселеге көсләп суҡындырыла. XVII быуат башында суҡындырылған һәм суҡындырылмай ҡалған ғәрәптәрҙең нәҫелдәре илдән тулыһынса ҡыуылғандар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә