Әл-Фүжәйрә (әмирлек)

Әл-Фүжәйрә (Фүжәйрә) (рус. Фудже́йра; ғәр. الفجيرة‎, таң) — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ингән әмирлек.

Әл-Фүжәйрә
ғәр. إمارة الفجيرة
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 1953
Рәсми атамаһы الفجيرة
Дәүләт  Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
Административ үҙәк Эль-Фуджайра[d]
Административ-территориаль берәмек Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:United Arab Emirates/Fujayrah.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Ruler of Fujairah[d]
Хөкүмәт башлығы Хамад бин Мухаммад аш-Шарки[d]
Халыҡ һаны 256 256 кеше (2019)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 134 метр
Сиктәш Dibba Al-Hisn[d] һәм Эль-Батина[d]
Майҙан 1165 км²
Рәсми сайт fujairah.ae
Урынлашыу картаһы
Карта
 Әл-Фүжәйрә Викимилектә

Эксклавы Омана и ОАЭ
     Оман     Абу-Даби (ОАЭ)     Дубай (ОАЭ)     Шарджа (ОАЭ)     Аджман (ОАЭ)     Умм-эль-Кайвайн (ОАЭ)     Рас-эль-Хайма (ОАЭ)     Әл-Фүжәйрә (ОАЭ)

Географияһы үҙгәртергә

Фүжәйрә әмирлеге, башҡаларынан айырмалы рәүештә, һинд океанының Оман ҡултығы ярында урынлашҡан. Уның биләмәләре Оман ҡултығы буйлап 90 километрҙан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған. Фүжәйрә территорияһының күп өлөшөн яр буйҙарына терәлеп торған тиерлек тауҙар биләй.

Әмирлек тарихы үҙгәртергә

Әл-Фүжәйрә — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ингән иң йәш әмирлек. Башта әмирлек Шәржә (Шәрҡиә) составына инә. 1901 йылда урындағы шәйех Әл-Фүжәйрәнең Шәржәнән бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән була, әммә Англия уны 1953 йылда ғына таный. 1892—1971 йылдарҙа Әл-Фүжәйрә биләмәһе [[Килешеүле Оман] ]составына инә. 1971 йылдың 2 декабренән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре составында.

Әл-Фүжәйрәнең әш-Шәрҡи затынан шәйехтәре (1971 йылдан — әмирҙәр) үҙгәртергә

  • 1876—1936 йылдар — Хамад I бин Абдаллаһ
  • 1936—1974 йылдар — Мөхәммәд бин Хамад
  • 1974 йылдан — Хамад бин Мөхәммәд әш-Шәрҡи (Хамад бин Мөхәммәд II]]

Иҡтисады үҙгәртергә

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә байлыҡ һәм сәскә атыуҙың төп сығанағы — нефть юҡ, уның ҡарауы бик уңайлы урынлашҡан һәм йылдам үҫешкән диңгеҙ порты бар. Балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығы, хәҙер инде туризм Әл-Фүжәйрәләге иҡтисади эшмәкәрлектең төп төрҙәре булып тора.

Туризм үҙгәртергә

Әмирлек яр буйындағы ҡомлоҡтары, тау морондары, матур тарлауыҡтары, күп төрлө минераль сығанаҡтары һәм йәшеллектәре менән дан тота, шул арҡала туристар араһында популяр. Әмирлектә иҫтәлекле урындар күп. Шәржә — Әл-Фүжәйрә автотрассаһы буйында урынлашҡан йома баҙарында туристарға төрлө илдәрҙә етештерелгән келәмдәр, сувенир һәм көршәкселәр етештергән милли һауыт-һаба, башҡа әйберҙәр тәҡдим ителә. Бында XVII быуатта төҙөлгән бик боронғо мәсет бинаһы ла бар[1]. Әмирлектең төньяғында Диббә Әл-Фүжәйрә тип аталған балыҡсылар ҡаласығы бар, бында көпшә ҡабып, битлек, акваланг менән йөҙөү өсөн иң яҡшы урын булып тора. Әл-Фүжәйрәнең элекке әмире һарайы — Әл-Хәйли ҡәлғәһе баш ҡаланан 8 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Илдең иң көнсығыш форты — Әл-Битнә (1735 йыл). Емерелгән фортлы, бәләкәй генә күлле һәм пальмалы Вади-Дәфт тигән урын бар.

Галерея үҙгәртергә


Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Объединенные Арабские Эмираты: новая перспектива. Абед, Ибрагим., Хельер, Питер. Лондон: Трайдент Пресс. 2001. с. 92. ISBN 1900724472, OCLC 47140175