Әлебай

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты

Әлебай (рус. Алибаево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Абҙан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453391, ОКАТО коды — 80226804002.

Ауыл
Алибаево
башҡ. Әлебай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл Советы

Абҙан

Координаталар

51°55′57″ с. ш. 56°55′29″ в. д.HGЯO

Халҡы

140[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453391

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 804 002

ОКТМО коды

80 626 404 106

Алибаево (Рәсәй)
Алибаево
Алибаево
Әлебай (Башҡортостан Республикаһы)
Алибаево

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 65 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Абҙан): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 58 км

Әлебай ауылы Һаҡмар йылғаһы бассейнына ҡараған Әселе йылғаһы буйында, район үҙәге Иҫәнғол ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 65 км һәм Һарыҡташ тимер юл станцияһынан (Ырымбур өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 58 км алыҫлыҡта урынлашҡан

Тарихы үҙгәртергә

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].

Ауыл 1770 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1765 йылдан) алып билдәле. Шәжәрә буйынса тәүге төпләнеүсенең (Мөйтән бей нәҫеленән) исеме менән аталған. 1857 йылда бында шулай уҡ улустың Этҡол ауылы кешеләренең бер өлөшө күсеп ултыра. 1866 йылда 25 йортта 133 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[3].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Әлебай ауылы халҡы 1900 йылда — 231 кеше; 1920 йылда — 269; 1939 йылда — 286; 1959 йылда — 220; 1989 йылда — 195; 2002 йылда — 179; 2009 йылда — 178, 2010 йылда 140 кеше тәшкил итә[3]. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) Әлебайҙа 56 кеше генә иҫәпләнгән[4]. Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһалауынса, 2022 йылдың 1 мартына Башҡортостан Республикаһының Әлебай ауылында халыҡ һаны 139 кеше тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһының Әлебай ауылында даими рәүештә 62 ир-егет (44.66 %) һәм 77 ҡатын-ҡыҙ (55.34 %)[5].

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, милләттең күпселеге — башҡорттар (100 %)[6].

Арҙаҡлы шәхестәре үҙгәртергә

Урамдары үҙгәртергә

  • Әселе урамы (рус. улица Ассель)
  • Ибрас урамы (рус. улица Ибрас)
  • Юлсыҡҡан урамы (рус. улица Юлсыккан)[7]

Ер-һыу атамалары үҙгәртергә

Яландар

  • Балауыҙ түгелгән яланы
  • Сәскә ҡырлауы яланы
  • Сағанғол яланы

Йылға-шишмәләр

  • Атбәйләгән йылғаһы
  • Ҡараһыйыр йылғаһы
  • Ибрас шишмәһе
  • Әселе йылғаһы
  • Аҡҡойрон йылғаһы
  • Ҡабыҡҡыуыш йылғаһы
  • Туҡмаҡ йылғаһы

Тауҙар

  • Ослотау тауы[8]
  • Алпамыша битләүе
  • Ҙур тау
  • Бәләкәй тау

Башҡа урындар

  • Сана бөккән урын
  • Әлебай ҡыҫығы
  • Юлдаш ҡыҫығы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә