Әй (йылға)

Ҡариҙел йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы.

Әй — Көньяҡ Уралдағы йылға. Ҡариҙел йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы. Силәбе өлкәһенең Ҡуса һәм Һатҡы, Башҡортостан Республикаһының Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары аша аға.

Әй
Әй аша кисеү
Әй аша кисеү
Характеристика
Оҙонлоғо 549 км
Бассейн 15 000 км²
Һыу сығымы 84 м³/с (тамағында)
Һыу ағымы
Инеше Уралтау итәге (Көньяҡ Урал)
 · Координаталар 54°39′11″ с. ш. 59°06′41″ в. д.HGЯO
Тамағы Ҡариҙел
 · Бейеклеге 160 м
 · Координаталар 56°07′41″ с. ш. 57°40′40″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Силәбе өлкәһе, Башҡортостан
РДҺР 10010201012111100021467
Әй (йылға) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Әй Викимилектә

Этимология үҙгәртергә

Башҡорт һәм ҡайһы бер урыҫ ғалимдарының фаразлауы буйынса исеме этноним, йылға буйын төбөк иткән Әйле ырыуы башҡорттары, менән бәйле[1],[2].

В. Н. Татищевтың XVIII быуаттағы фаразлауына нигеҙләнеп урыҫ ғалимдары йылғаның исемен Ай менән бәйләй — «ай кеүек яҡты», «ай кеүек матур», «яҡты», «ай»[3].

География үҙгәртергә

Инеше Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы сигендә, Көньяҡ Уралдың Уралтау итәге, Әүәләк һыртында урынлашҡан Көртмәле һаҙлығында башлана.

Оҙонлоғо — 549 км, шул иҫәптән: 271 км Силәбе өлкәһеһенә, 278 км Башҡортостан Республикаһына тура килә. Бассейн майҙаны — 15 мең км², дөйөм түбәнәйеүе — 714 м. Уртаса һарҡыулығы инештән 4,3 % алып Лаҡлы ауылы янында 2,2 % тиклем, артабан түбәнге өлөшөнә 1,3 % тиклем түбәнәйә. Йылға бассейны физик георграфия шарттарына ярашлы таулы һәм тигеҙлек өлөшкә бүленә. Таулы өлөшө инешенән алып Салауат районы Лаҡлы ауылына тиклем, артабан тамағына тиклем тигеҙлек өлөшө булып иҫәпләнә.

Башҡортостан Республикаһы һәм Свердловск өлкәһе сигендә Ҡариҙелгә һул яҡтан ҡушыла. Әй тамағы Ҡариҙел тамағынан 392 км алыҫлыҡта.

Әй йылғаһы буйында Силәбе өлкәһенең Златоуст, Ҡуҫа, Межевой ҡалалары, Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт һәм Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтымаҡ ауылдары урынлашҡан.

Гидрология үҙгәртергә

Башлыса ҡар һыуы менән тулылана. Златоуст ҡалаһы янында йыллыҡ аҡманың 67,1 % яҙғы (апрель—июнь), 25,6 % — йәйге-көҙгө (июль — ноябрь), 7,3 % — ҡышҡы (декабрь — март) осорҙарға тура килә. Ҡариҙелгә ҡойған ерендә яҙғы аҡма 62,6 % тиклем түбәнәйә, йәйге-көҙгө 27,4 %, ҡышҡы — 10 % тиклем арта. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы Златоуст ҡалаһы янында 8,6 м³/с, Салауат районы Лаҡлы янында — 48,2 м³/с, тамағында — 84,0 м³/с. Октябрь аҙағы — декабрь башында боҙ туңа, апреле — мая башында боҙҙан асыла. Һал ағыҙыу мөмкинлеге бар.

Күперҙәр үҙгәртергә

Әй йылғаһы аша күперҙәр Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауылдары янында, Дыуан районы Мәсәғүт ауылында һәм янында, Салауат районы Лаҡлы ауылында, Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Яңы Пристань ауылында, Ҡуҫа ҡалаһында тимер юлы һәм автомобиль, Златоуст ҡалаһы янында М5 федераль трассала, тағы икәү Веселовка ауылы янында төҙөлгән.

Ҡушылдыҡтар үҙгәртергә

Төп ҡушылдыҡтары, уңдан: Ҡуса, Оло Арша, Ҡыйғы, Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, һулдан: Оло Һатҡы, Ләмәҙ, Мәләкәҫ.

Әй ҡушылдыҡтары (тамағынан инешенә тиклем).

Йылғалар Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе, Свердловск өлкәһе[4] биләмәләренә тура килә.

  • Исемлек Әй йылғаһының тамағы башланған еренә табан ҡаратып төҙөлгән.
  • Исемлек Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре[5] буйынса төҙөлдө.
  • Шулай уҡ 1:100000 масштаблы картала тикшереп сығылды. Ҡайһы бер ҡушылдыҡтар һәм ҡушылдыҡтар ҡушылдыҡтары федераль дәүләт һыу реестрына инмәгәнлеге асыҡланды.
  • Карталар теҙмәһен Һылтанмалар бүлегендә ҡарарға була.
Һыу сығанағы коды 100102010121111000 + түбәндәге 5 һан Ҡойған урыны, Әй тамағынан алыҫлыҡ (км) Ҡушылған яры Ҡушылдыҡ исеме Төрө Оҙонлоғо (км) Һыу йыйыу майҙаны (км²) 1:100000 масштаблы картала Ҡушылдыҡ ҡушылдыҡтары (тамағынан инешенә табан) Иҫкәрмә
уң яҡтан Кесе Мәтәулла Тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Оло Мәтәулла Тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Кесе Кәрзә Тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Оло Кәрзә Тамағы Федераль реестрға инмәгән
22747 16 һул яҡтан Йүгеҙ Йылға 16 0 Тамағы, Инеше Бәләкәй генә 9 ҡушылдығы бар, өсәүһенең исеме картала теркәлгән: уңдан — Шишмә ҡул, Уҫаҡ йылға (рус.  Осиновая речка), һулдан — Ыҙан ҡул (рус.  Межевой лог)
уң яҡтан Ҡайынлы ҡул Тамағы Федераль реестрға инмәгән
Һул яҡтан Цивильский ҡул Тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Вәрғәт ҡул Тамағы Федераль реестрға инмәгән
22730 43 һул яҡтан Мәләкәҫ Йылға 53 499 Тамағы, Инеше Уң яҡтан — Ҡара шишмә, Яраҫтау, Черношарка, Суханка, һул яҡтан — Балантыҡ, Саладья, Ҡайбаш, Оло ҡул, Кушея, Ҡамышлы.
22723 52 уң яҡтан Тәүрә Йылға 18 0 Тамағы, Инеше Уңдан — Леснушка, һулдан — Изенер.
уң яҡтан Сухояз Тамағы һәм Инеше Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Төңгөлдә Тамағы һәм Инеше Федераль реестрға инмәгән
22556 92 уң яҡтан Ыйыҡ Йылға 102 2390 Тамағы, Инеше Федераль һыу сығанаҡтары реестрында йылғаның исемен хаталы, Ыҡтың Аҡа ҡушылдығын Әйгә ҡоя тип, яҙғандар.
һул яҡтан Буртаҡ тамағы Федераль реестрға инмәгән
Һул яҡтан Һабанаҡ ҡул тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Калмия тамағы Федераль реестрға инмәгән
22549 113 һул яҡтан Ләмәҙ Йылға 22 0 тамағы һул яҡтан — Таштыҡул, Отмечаль (Дуло), Ләмәҙсыҡ
уң яҡтан Урман ҡул тамағы Федераль реестрға инмәгән
һул яҡтан Сейәле ҡул тамағы Федераль реестрға инмәгән
һул яҡтан Оло ҡул тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Таҡта тамағы Федераль реестрға инмәгән
22396 138 уң яҡтан Оло Ыҡ Йылға 108 1460 тамағы
уң яҡтан Көршәле тамағы Федераль реестрға инмәгән
22389 159 һул яҡтан Йыланыш Йылға 12 0
22365 168 һул яҡтан Ҡушҡаяҡ Йылға 17 0
22273 170 уң яҡтан Ҡыйғы Йылға 87 1370
уң яҡтан Шығал тамағы Федераль реестрға инмәгән
22266 182 уң яҡтан Тәндәк Йылға 10 0
һул яҡтан Ташлы ҡул тамағы Федераль реестрға инмәгән
22259 200 һул яҡтан Һикияҙ Йылға 10 0 Һикияҙ (шишмә) һәм Һикияҙ (йылға) мәғлүмәттәре буталған булыуы мөмкин
22242 211 уң яҡтан Әнйәк Йылға 13 0 Әнйәк (Ҡушҡаяҡ ҡушылдығы) менән бутамағыҙ
һул яҡтан Торналы тамағы Федераль реестрға инмәгән
22235 217 уң яҡтан Ишмән Йылға 12 0 тамағы
22228 239 уң яҡтан Сунға Йылға 12 0 [1]
22218 251 һул яҡтан Шәрәк Шишмә 10 0 [2]
уң яҡтан Вәкиәр тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Йыланлы тамағы Федераль реестрға инмәгән
22204 265 һул яҡтан Лаҡлы Йылға 16 0 тамағы
22195 276 һул яҡтан Һикияҙ Йылға 28 89 тамағы
22184 281 һул яҡтан Исемһеҙ ҡаран Ҡаран 0 0 [3]
22129 282 һул яҡтан Олоер Йылға 38 327 [4]
22115 283 һул яҡтан Әлексәй ҡараны Ҡаран 0 0 [5]
22092 288 уң яҡтан Беренсе Күлмәт ҡараны Ҡаран 0 0 [6]
22108 288 уң яҡтан Икенсе Күлмәт ҡараны Ҡаран 0 0 [7]
22054 295 уң яҡтан Кесе Ҡурғаҙаҡ ҡараны Ҡаран 0 0 [8]
22044 295 һул яҡтан Каменка Йылға 18 63,2 тамағы һәм инеше
уң яҡтан Ыҙан тамағы Федераль реестрға инмәгән
22023 296 уң яҡтан Ыҙан ҡараны Ҡаран 0 0 [9]
21979 302 һул яҡтан Оло Ҡутырҡа Ҡаран 13 90,9 [10]
22009 302 һул яҡтан Беренсе Шумиха ҡараны Ҡаран 0 0 [11]
22016 302 һул яҡтан Икенсе Шумиха ҡараны Ҡаран 0 0 [12]
21958 307 уң яҡтан Ҡаратай ҡараны Ҡаран 0 0 [13]
уң яҡтан Бия тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Шулемка тамағы Федераль реестрға инмәгән
21948 321 һул яҡтан Иструть Йылға 11 тамағы һәм инеше
21849 339 һул яҡтан Оло Һатҡы Йылға 88 1340 тамағы
21818 341 уң яҡтан Алйылға Йылға 48 330 тамағы
һул яҡтан Теректа тамағы Федераль реестрға инмәгән
21801 354 уң яҡтан Бәйҙе Йылға 29 тамағы
21696 370 уң яҡтан Оло Арша Йылға 56 910 тамағы
21672 376 һул яҡтан Оло Бағраш Йылға 14 0 тамағы
21597 388 уң яҡтан Ҡуҫа Йылға 59 тамағы
уң яҡтан Коноплянка тамағы Федераль реестрға инмәгән
21580 397 һул яҡтан Кисеганка Йылға 11 0 тамағы
21573 414 һул яҡтан Тундушка Йылға 15 0 тамағы
21559 419 һул яҡтан Ҡуваш Йылға 41 312 тамағы
уң яҡтан Оло Артяш тамағы Федераль реестрға инмәгән
һул яҡтан Передовка тамағы Федераль реестрға инмәгән
21542 433 уң яҡтан Губёнка Йылға 12 0
21535 434 һул яҡтан Березовая Йылға 13 0
һул яҡтан Солтанка тамағы Федераль реестрға инмәгән
21511 451 уң яҡтан Тесьма Йылға 18 147 тамағы
21504 455 уң яҡтан Черная Йылға 12 37 тамағы
уң яҡтан Балашиха тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Известковая тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Маршаловка тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Божегитка тамағы Федераль реестрға инмәгән
21498 490 уң яҡтан Веселка Йылға 14 0
уң яҡтан Семибратка тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Исток тамағы Федераль реестрға инмәгән
21481 522 һул яҡтан Йөрәк Йылға 15 0
21474 530 уң яҡтан Хуторка Йылға 10 0
уң яҡтан Банный Ключ тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Безимяный Ключ тамағы Федераль реестрға инмәгән
уң яҡтан Черная тамағы Федераль реестрға инмәгән
һул яҡтан Щап тамағы Федераль реестрға инмәгән

Галерея үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С.230. ISBN 5-295-30192-6
  2. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. 2001
  3. Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с.— С.11—12.
  4. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  5. http://textual.ru/gvr/index.php?card=182632

Һылтанмалар үҙгәртергә