Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы

Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы (15 март 1914 йыл — 19 декабрь 1987 йыл) — нефтсе, 1949—1978 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының «Собханғол» нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 март 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 декабрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Туймазы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Рәфғәтдин Талип улы Әйүпов 1914 йылдың 15 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Собханғол ауылында[1] тыуған.

17 йәшлек егет тракторсылар курсын тамамлай һәм совхозда механизатор булып эшләй башлай.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Ҡыҙыл Армияла өс йыл хеҙмәт итә һәм тыуған ауылы Собханғолға әйләнеп ҡайта. Тиҙҙән яңынан совет-фин ҡораллы конфликт барышында хеҙмәт итеү өсөн саҡыртып алына. Ете ай тыныс тормоштан һуң 1941 йылдың 22 июне тыуа, һәм ул яңынан ҡулына ҡорал ала. Бөйөк Ватан һуғышынан 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

Һуғыштан һуңғы ваҡытта ул ҙур нефть өсөн көрәштең алғы һыҙығында була, нефттең девон ятҡылыҡтары туранан-тура тыуған ауылы Собханғол аҫтында һәм уның тирә-яғында асыла. Әйүпов «ТуймазыӨфө» нефть үткәргесе төҙөүҙә эшләй. Автоколонна контораһында уны бер нисә минут эсендә эшкә алалар һәм уның икенсе көнөндә үк үҙенә беркетелгән машинала тәүге рейсҡа сығып китә. Шулай, 1946 йылдың апрелендә кисәге хәрби шофер удар төҙөлөш ҡатнашыусыһы булып китә. Ә 1947 йылдың ноябрендә, Октябрҙең 30-йыллығы алдынан, нефть үткәргес төҙөүселәре еңеү байрам итә: беренсе тапҡыр улар һалған торбалар буйынса Туймазы нефте Өфө нефть эшкәртеү заводына бара. Нефть үткәргесе сафҡа индерелгәндән һуң, Рәфғәтдин Талип улы насос машинисы квалификацияһы алып, уны эксплуатациялаусы булып китә.

Нефть сығарыу буйынса ете йыллыҡ план заданиеһын үтәгәндә юғары ҡаҙаныштары һәм юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 майындағы указы менән, Әйүпов Рәфғәтдин Талип улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Әйүпов 30 йыл нефть үткәргес транспортта машинист вахтаһын үтәй, был йылдар дауамында уның тарафынан тиҫтәләрсә миллион тонна углеводород сеймалы һурҙырып ҡыуҙырылған[2].

1976 йылдың июнендә пенсияға киткәнгә тиклем РСФСР Главнефтеснаб Урал-Себер нефть үткәргесе идаралығының Собханғол нефть һурҙырып ҡыуҙырыу станцияһы машинисы булып эшләй[3][4].

Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы 1987 йылдың 19 декабрендә вафат була, Туймазыла ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
  • Ленин ордены
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. - ISBN 978-5-295-05228-6.

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә