Һөйәк

умыртҡалы хайуандарҙың таяныу-хәрәкәт итеү системаһында һөлдәһен төҙөүсе ағза

Һөйәк — умыртҡалы хайуандарҙың таяныу-хәрәкәт итеү системаһында һөлдәһен төҙөүсе ағза булып тора. Бер нисә төр туҡыманан төҙөлә. Әммә иң төп состав өлөшө — һөйәк туҡымаһы

Һөйәк туҡымаһы үҙгәртергә

Һөйәктәр беше тоташтырғыс туҡыманың бер төрөнән — һөйәк туҡымаһынан төҙөлгән. Күҙәнәктәренең үҫентеләре бар.

Күҙәнәк-ара матдәһе һөйәк туҡымаһының 2/3 өлөшөн тәшкил итә. Ул ҡаты, ныҡ. Үҙенең сифаты менән ташты хәтерләтә .

Һөйәк күҙәнәктәре һәм уларҙың үҫентеләре күҙәнәк-ара шыйыҡса тулған үтә нәҙек «каналдар» менән уратып алынған.

Каналдарҙағы күҙәнәк-ара шыйыҡса аша һөйәк күҙәнәктәре туҡлана һәм һулыш ала.

Һөйәк туҡымаһы нервылар һәм ҡан тамырҙары менән тәьмин ителгән.

Һөйәктәрҙең әһәмиәте үҙгәртергә

Һөлдәне төҙөүсе һөйәктәр менән мускулдар эске ағзалар өсөн терәк функцияһын үтәй, шулай уҡ, хәрәкәт ағзалары булып тора.

Улар, эске ағзалар урынлашҡан ҡыуышлыҡтарҙы сикләп, һаҡлағыс функцияны үтәйҙәр. Мәҫәлән, йөрәк менән үпкәләрҙе — күкрәк ситлеге, күкрәк һәм арҡа мускулдары һаҡлап тора.

Ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларын (ашҡаҙан, эсәктәр һәм бөйөрҙәрҙе) — умыртҡалыҡтың түбәнге бүлеге, таз һөйәктәре, арҡа һәм ҡорһаҡ мускулдары һаҡлай.

Баш мейеһе — мейе ҡумтаһы эсендә, ә арҡа мейеһе арҡа мейеһе каналында урынлашҡан.

Һөйәктәрҙең ҡыҙыл кимек матдәһендә ҡан күҙәнәктәре эшләнә (эритроциттар һәм лейкоциттар). Һөйәктәр минераль тоҙҙар һаҡланған склад та булып тора.

Һөйәктәрҙең төҙөлөшө үҙгәртергә

Кеше һөлдәһе һөйәктәренең ҙурлығы һәм формаһы төрлө-төрлө. Һөйәктәр оҙон һәм ҡыҫҡа булырға мөмкин.

Оҙон һөйәктәрҙе көпшәле һөйәктәр тип тә атайҙар. Уларҙың эсе ҡыуыш була. Оҙон һөйәктәрҙең ошондай төҙөлөшө уларҙың бер үк ваҡытта ныҡ һәм еңел булыуын тәьмин итә.

Билдәле булыуынса, металл йәки пластмассанан яһалған көпшә шул уҡ материалдан яһалған, оҙонлоғо һәм диаметры шундай уҡ булған тотош күсәр кеүек үк ныҡ була.

Көпшәле һөйәктәрҙең ҡыуышлыҡтарында майға бай тоташтырғыс туҡыма — һары елек майы була.

Көпшәле һөйәктәрҙең баштары кимек матдәһенән төҙөлгән. Һөйәктәр ниндәй йүнәлештә күберәк һуҙылыусан йәки ҡыҫылыусан булһалар, һөйәк туҡымаһының пластинкалары ла шул уҡ йүнәлештәрҙә арҡыры-буй киҫешкәндәр.

Кимек матдәһенең бындай төҙөлөшө шулай уҡ һөйәктәрҙең ныҡ һәм еңел булыуын тәьмин итә. һөйәк пластинкалары араһындағы арауыҡтар ҡан эшләүсе ағза булып торған ҡыҙыл кимек матдәһе менән тулған.

Ҡыҫҡа һөйәктәр, нигеҙҙә, кимек матдәһенән төҙөлгән. Яҫы һөйәктәр, мәҫәлән, ҡалаҡ һөйәктәре, ҡабырғалар ошо уҡ матдәнән төҙөлгән.

Һөйәктәрҙең өҫкө йөҙө һөйәк ярыһы менән ҡапланған. Был — һөйәккә ялғанып үҫкән йоҡа, ләкин тығыҙ тоташтырғыс туҡыма ҡатлауы.

Һөйәк ярыһынан ҡан тамырҙары менән нервылар үтә. Кимерсәк менән ҡапланған һөйәк баштарында һөйәк ярыһы ҡатлауы булмай.

Һөйәктең составы үҙгәртергә

Һөйәктәр органик һәм органик булмаған матдәләрҙән төҙөлгән. Минераль һәм органик матдәләрҙең әһәмиәтен тәжрибә ярҙамында анһат асыҡларға мөмкин.

Әгәр һөйәкте үртәһәң, ундағы һыу сыға, ә органик берләшмәләр янып бөтә. Быны бик һаҡлыҡ менән эшләгәндә, һөйәк үҙенең формаһын юғалтмай. Ләкин шундай ыуалыусанға әүерелә: ҡағылыу менән ул шунда уҡ органик булмаған матдәләрҙән торған ваҡ ҡына, ләкин бик ҡаты өлөшсәләргә таралып төшә. Органик булмаған матдәләр һөйәктәргә ҡатылыҡ бирә.

Һөйәкте органик булмаған берләшмәләрҙән — карбонат һәм кальций фосфатынан арындырырға мөмкин. Бының өсөн һөйәкте тәүлек буйына 10 процентлы НС1 эретмәһенә һалып тоталар. Кальций тоҙҙары аҡрынлап эреп бөтә. Ә һөйәк үҙе шул тиклем һығылмалыға әүерелә. Уны төйөн итеп бәйләргә була. Органик берләшмәләр һөйәккә һығылмалылыҡ һәм бөгөлөүсәнлек бирәләр.

Органик булмаған берләшмәләрҙең ҡатылығы менән органик берләшмәләрҙең һығылмалылығы — икеһе бергә һөйәкғәрҙең ныҡ булыуын тәьмин итә.

Һөйәктәрҙең үҫеүе үҙгәртергә

Бала саҡта һәм йәш ваҡытта кешенең Һөйәктәре буйға һәм йыуанлыҡҡа үҫә. Һөлдәнең формалашыуы 22— 25 йәштәрҙә тамамлана.

Ьөйәктең йыуанлыҡҡа үҫеүе һөйәк ярыһының эске йөҙө күҙәнәктәренең бүленеүенә бәйләнгән. Был саҡта һөйәк өҫтөндә — күҙәнәктәрҙең яңы ҡатлауҙары, ә был күҙәнәктәр тирәһендә күҙәнәк-ара матдә барлыҡҡа килә.

һөйәк баштарын ҡаплаусы кимерсәк туҡыма күҙәнәктәренең бүленеүе иҫәбенә һөйәктәр буйға үҫә. һөйәктәрҙең үҫеүен биологик әүҙем матдәләр, мәҫәлән, гипофиз бүлеп сығара торған үҫеш гормоны — соматотропин көйләй.

Был гормон етерлек булмағанда, бала бик әкрын үҫә. Бындай кешеләр 5— 6 йәшлек баланан бейек булып үҫмәйҙәр. Улар кәрләләр булып ҡалалар.

Әгәр бала саҡта гипофиз үҫеш гормонын артыҡ күп эшләп сығарһа, алпамыша — буйы 2 м-ға еткән һәм унан да оҙон кеше булып үҫә.

Оло кешелә гипофиз функцияһы көсәйһә, кәүҙәнең ҡайһы бер өлөштәре, мәҫәлән, ҡул-аяҡ бармаҡтары, танау, пропорцияһыҙ үҫә башлай. Был сир акромегалия тип атала.

Оло кешеләрҙә һөйәктәр буйға һәм йыуанлыҡҡа үҫмәй. Ләкин иҫке һөйәк матдәһенең яңыһы менән алмаш ыныуы бөтә ғүмерҙәре буйына бара. Һөйәк матдәһе һөлдәгә тәьҫир итеүсе көсөргәнеш, йәғни йөктәмә (нагрузка) йоғонтоһонда яңынан үҙгәрергә һәләтле.

Мәҫәлән, балериналарҙың аяҡтарындағы баш бармағының һөйәктәре йыуаная. Ул бармаҡтарҙың массаһы эске ҡыуышлыҡтың киңәйеүе арҡаһында еңеләйә.

Һөлдәгә төшкән көсөргәнеш ҙурайған һайын, яңырыу процестары әүҙемерәк бара һәм һөйәк матдәһе шул тиклем нығыраҡ була.

Һөйәктәрҙең тоташыуы үҙгәртергә

Оло кешенең һөлдәһе үҙ-ара тоташҡан 220 самаһы һөйәктән тора. Ҡайһы бер һөйәктәр бөтөнләй хәрәкәтһеҙ тоташҡан. Мәҫәлән, баш һөйәктәренең тоташыуы (йөйҙәр) шундайға керә. Бындай тоташыу юлы менән тәндә ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килә һәи эске ағзалар өсөн терәк һәм һаҡлау функцияларын үтәй.

Һөйәктәрҙең хәрәкәтсән тоташыуын быуындар тип атайҙар. Бындай тоташыуҙар, ғәҙәттә, ослоҡтарҙа һәм ослоҡтар билбауында була. Мәҫәлән, бот, тубыҡ, терһәк быуындары.

Быуында тоташҡан һөйәктәрҙең береһендә, ғәҙәттә, быуын соҡоро урынлашҡан. Был соҡорға икенсе һөйәктең формаһы менән уға тура килеүсе башы инеп тора.

Быуын соҡоро һәм уға инеп ултырған һөйәк башы ялтырап торған шыма кимерсәк ҡатлауы менән ҡапланған була . Был быуын хәрәкәтләнгәндә ошо соҡор эсендәге һөйәк башының шыуып йөрөүен еңеләйтә.

Быуынды төҙөүсе һөйәктәр бик ныҡ бәйләүестәр менән тоташҡан. Быуын өҫтән быуын ҡабы менән ҡапланған. Уның эсендә быуын шыйыҡсаһы (синивиаль шыйыҡса) була. Был шыйыҡса ышҡылыуҙы кәметә, һөйәк башының быуын соҡоронда шыуып йөрөүенә булышлыҡ итә.

Кимерсәктәр, бәйләүестәр, быуын ҡабы тоташтырғыс туҡыма төрҙәре булып тора.

Көйәктәрҙең кимерсәк ҡатламдар менән ярым хәрәкәтсән тоташыуын ярым быуындар тип атайҙар. Мәҫәлән, ҡабырғаларҙың умыртҡалыҡҡа тоташыуы ошондай ярым быуындарға миҫал булып тора.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Цузмер А. М., Петришина О. Л.

Ц 75 Биология: кеше һәм уның һаулығы. Урта мәктәптең 9 класы өсөн дәреслек/В. Н. Загорская һ. б. редакторлығында 19-сы баҫманан тәржемә. Баш ҡортса өсөнсө баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995.— Һүрәттәре менән 240 бит.