Һыҙғылар — фин‑уғыр сығышлы башҡорт ырыуы.

Тарихы үҙгәртергә

Раил Кузеевтың фекеренсə, I мең йыллыҡ аҙағында һыҙғылар ҙа башҡорт ҡəүемен барлыҡҡа килтереүҙə əүҙем ҡатнашҡан. II мең йыллыҡта улар хəҙерге Башҡортостандың көньяҡ‑көнбайышынан төньяҡ һəм төньяҡ‑көн сығышына, Əй буйына, һуңынан тағы ла төньяҡҡараҡ күсə. XVIII быуатта урыҫ колонизаторҙары Һыҙғы билəмəлəрен тартып ала һəм 1735 йылда Красноуфимск ҡəлғəһен һала. Уның тирə‑яғына урыҫ, татар, мари һибелеп ултыра.

Бөгөн Свердловск өлкəһе Красноуфимск районының Боғалыштамаҡ, Урта һəм Үрге Боғалыш, Табанлыкүл (Озерки), Сыҫҡы (Сызги), Иҫкауыл, Ҙур Торош ауылдарында йəшəйҙәр.

Йәшәү урындары үҙгәртергә

Һыҙғы улусы башҡорттары батша Алексей Михайловичтың 1852 йылғы грамотаһына ярашлы үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен ҡулланалар. Аҫаба ерҙәр составына Өфө йылғаһы үрҙәрендәге ерҙәр ҙә ингән.

1697 йылда һыҙғылар Пётр I тарафынан Һаҡлау грамотаһын алалар. Уларҙың вәкиле Илекәй Бикбаев ғаризанамәһендә, башҡорттарҙың ата-бабалары боронғо ваҡыттарҙа Себер юлындағы Өфө өйәҙендә аҫабалыҡ ерҙәрендәге сабынлыҡтар, балыҡ тотоу, һунарға йөрөү менән иркен шөғөлләнгәндәр, ә хәҙерге ваҡытта уларҙың аҫаба ерҙәренә төрлө урыҫ кешеләре баҫып инә, уларҙың ерҙәрендә ер һөрәләр, төрлө һалымдар менән йонсоталар, тип яҙа һәм уларҙың ерҙәренә межа үткәреүҙе һорай. Ҡошсо башҡорттары Илекәй Бикбаев менән берлектә ерҙәренә межа үткәреүгә өлгәшәләр һәм уның һөҙөмтәһендә алған грамотаға ярашлы үҙ ерҙәре менән 1652 йылға тиклем хужалыҡ итәләр[1] XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдарын баҫтырғандан һуң заводтар һәм ҡалалар төҙөү өсөн башҡорт биләмәләрен тартып алыу һәм буш хаҡҡа һатып алыу көсәйә һәм XIX быуатта ла дауам итә.

1801 йылдың 21 апрелендә Һыҙғы улусы башҡорттары Саранин заводы хужаһы Иван Осокинға Өфө йылғаһы ағымындағы уң яры буйлап урынлашҡан ерҙәрҙе һаталар[2]: 1834 йылда Һыҙғы ауылында — 235, ә 1859 йылда 410 башҡорт иҫәптә тора. Шулай уҡ типтәрҙәр (бөтәһе 86 кеше) йәшәй. 1757 йылдан Һыҙғы улусы биләмәләрендә башҡорттар индергән 1-се Сарсаз һәм 2-се Сарсаз мари типтәрҙәре ауылдары билдәле.

Һыҙғы башҡорттарының тораҡ пункттары[3]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Свердловск өлкәһе Красноуфимск округы Боғалыштөҙ, Урта Боғалыш, Үрге Боғалыш, Табанлыкүл (Озерки), Сыҫҡы (Иҫкауыл), Оло Төрөш
Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Сәйет, Ураҙбай
Ҡарабаш ҡала округы Ҡарабаш, Мөхәмәт, Һаҡтай
Мейәс ҡала округы Селән (Селянкино, Мулдаш)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. (653 битендә)
  2. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. (на с.654)
  3. История башкирских родов, 2016, с. 152, 154