Һыу бүҙәнәһе
Һыу бүҙәнәһе
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Торна һымаҡтар
Ғаилә: Тартай һымаҡтар
Ырыу: Ҡуҡыйҙар
Төр: Һыу бүҙәнәһе
Латинса исеме
Porzana parva
(Scopoli, 1769)
ITIS 176249

Һыу бүҙәнәһе, һыу себеше (лат. Малыш погоныш, лат. Porzana parva)— сыйырсыҡтан бәләкәйерәк.

Porzana parva
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106002900
Porzana parva

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

һирәк оса торған һаҡ ҡош, күберәк ерҙән, йүгереп йөрөй. Яҡшы йөҙә. Аяҡтары һәм суҡышы оҙон ғына. һырты ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-көрән. Муйыны һәм түше күкһел һоро. Ҡорһағы, ҡойроҡ аҫты көрәнһыу. Арҡыры һыҙыҡлы аҡ. Аяҡтары йәшел, суҡышының осо йәшкелт һары, төбө ҡыҙыл. Башҡа һыу тауыҡтарынан бәләкәй булыуы менән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы киҫкен: «бот-бот-ботт» һәм «выйт-ҡорр».

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Яр буйындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Ваҡ бөжәктәр һәм үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы һыуҙағы ҡамыштарҙа йәки түңгәктәрҙә.

Ҡыҙғылт һары таплы 6—9 бөртөк һарғылт төҫтәге йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.