Һыубаҫар туғай (рус. пойма) — йылға үҙәненең йырҙанан бейегерәк урынлашҡан һәм яҙғы һыу күтәрелгәндә йәки ташҡын ваҡытында һыу аҫтында ҡала торған бер өлөшө.

Ағиҙел йылғаһында яҙғы ташҡын
Һыубаҫар туғай
Рәсем
 Һыубаҫар туғай Викимилектә

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Тигеҙлектәге йылғаларҙың һыубаҫар туғайы киңлеге йырҙаның киңлегенә тиң булыуы ла, ҡайһы ваҡыт хатта 40 км-ға тиклем барып етеүе лә мөмкин. Элек һыу баҫҡан, әммә хәҙер яҙғы һыу йәки ташҡын бейеклегенән юғарыраҡ булып ҡалған урындар терраса тип атала. Ҡайһы ваҡыт улар бер нисә кимәл, мәҫәлән, түбән һәм юғары булыуы ихтимал.

 
Морава туғайындағы таша торған күл

Һыу ҡайтҡанда ташҡын ваҡытында килеп тулған нәмәләр туғай өҫтөнә әкренләп йыйыла һәм ерҙе күтәрә бара. Бер үк ваҡытта йылға ярҙарының бер өлөшөн ташҡын ашай, икенсе урында ләм яғып пляждарҙы киңәйтә, шуның һөҙөмтәһендә туғай һыҙаттары өҙлөкһеҙ үҙгәреп тора.

Ташҡында йылға менән килгән ләм тупраҡты бик уңдырышлы итә. Үҫемлектәр туғайҙар өҫтөн нығытыуҙа ифрат ҙур роль уйнай, улар ләм туплауға ярҙам итә. Һыу баҫа торған туғайҙарҙың күп өлөшөн болондар биләй, тейешенсә үҙләштерелгән шарттарҙа мал аҙығы өсөн улар бик ҡулай. Һыу баҫҡанда балыҡтар ҙа үрсеп ҡала, балыҡсылыҡ хужалыҡтары өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә.

Башҡортостанда һыу баҫыу үҙгәртергә

Башҡортостанда ташҡындар, һыу баҫыуҙар йәйге һәм көҙгө осорҙарҙа була. Республиканың Урал алды йылғаларында һыу баҫыу оҙайлығы дала яҡтарында 10 көндән ашыу, тау‑урманлы төбәктәрҙә — 25 көнгә тиклем етә, Урал аръяғында уртаса 8—14 көн тәшкил итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Соболев С. С. Учение о пойме как основа изучения морфологии речных долин и стратиграфии речных террас // Почвоведение, 1935, № 5—6, с. 815—826.
  • Еленевский Р. А. Вопросы изучения и освоения пойм. М., Изд. ВАСХНИЛ, 1936, 100 с.
  • Чалов Р. С. К типологии пойм равнинных рек // Известия ВГО. Том 98. 1966. № 1. с. 54—57.
  • Попов И. В. Типы речных пойм и их связи с типами руслового процесса // Труды ГГИ, вып. 155, 1968, с. 39—55.
  • Петров И. Б. Обь-Иртышская пойма. Типизация и качественная оценка земель. Новосибирск, Наука, 1979, 136 с.
  • Барышников Н. Б. Речные поймы (морфология и гидравлика). Л., Гидрометеоиздат, 1978, 152 с.
  • Чернов А. В. Геоморфология пойм равнинных рек / Под ред. д.г.н. Чалова Р. С. М., Изд-во МГУ, 1983. 198 с.