Һунаршин Әүәл Хажи улы

Һунаршин Әүәл Хажи улы (28 октябрь 1911 йыл — 6 ғинуар 1995 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1966), газ сәнәғәте отличнигы (1965).

Һунаршин Әүәл Хажи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 октябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Билән, Красноуфимск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 ғинуар 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Октябрь Революцияһы ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Һунаршин Әүәл Хажи улы 1911 йылдың 28 октябрендә Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы) Билән ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].

1970 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

Тулы булмаған мәктәптә белем алғандан һуң, 1925 йылда Өфө төҙөлөш техникумына уҡырға инә[2].

1931 йылдан Башҡорт АССР-ы Учалы районының Стройколхозцентр район-ара контораһында техник етәксе булып эшләй. 1932—1933 йылдарҙа «Севцветметзолото» берекмәһенең Свердловск ҡала төҙөлөш контораһында прораб вазифаһын башҡара.

1933—1935 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә. 1935—1938 йылдарҙа — «Нефтезаводпроект» тресының Өфө филиалында инженер-конструктор, 1938—1941 йылдарҙа — Өфө нефть эшкәртеү заводында капиталь төҙөлөш бүлегенең өлкән инженеры булып эшләй[2].

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Брянск, Воронеж, Сталинград, Көньяҡ, IV Украина һәм I Балтик буйы фронттарында һуғыша, рота командиры, батальон командирының урынбаҫары була. Ике тапҡыр яралана, госпиталдә дауалана. Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, 6 миҙал менән бүләкләнә.

1945 йылдан «Башнефтезаводы» берекмәһенең капиталь төҙөлөш бүлеге мөдире булып эшләй. 1946—1950 йылдарҙа — «Башнефтезаводстрой» тресының производство-техник бүлеге начальнигы, 1950—1951 йылдарҙа — «Востокнефтепроводстрой» тресының баш инженеры вазифаларын башҡара. 1951 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресының етәксеһе була. 1971 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресында иҡтисадсы булып хеҙмәт итә. 1979—1987 йылдарҙа «Главвостоктрубопроводстрой» идаралығының бүлек начальнигы булып эшләй[3].

НижневартовскКуйбышев, ТуймазыОмск, Усть-Балык—Омск, Усть-Балык—ҠурғанӨфөӘлмәт магистраль нефть үткәргестәре комплекстары, БохараУрал газ үткәргесе һ.б. төҙөлөшөндә ҡатнаша[3].

1995 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Бородавкин П. П., Сунарчин А. Х. Строительство магистральных трубопроводов в сложных условиях. — М.: Недра, 1965. — 215 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1966)
  • Газ сәнәғәте отличнигы (1965)
  • Ленин ордены (1964, 1971)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1973)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1964)
  • миҙалдар

Хәтер үҙгәртергә

Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Һунаршин Әүәл Хажи улы. «Герои страны» сайты.
  2. 2,0 2,1 Тимур Рахматуллин. Сегодня – 100 лет со дня рождения Героя Социалистического Труда Аваля Сунарчина. Дата обращения: 3 сентябрь 2018.
  3. 3,0 3,1 Фархутдинов Г. Г. Сунарчин Аваль Хаджаевич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда / Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издатедьство Диалог, 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)

Һылтанмалар үҙгәртергә