Һеркәлексәскәнең бер өлөшө. Ата енесле үрсеү (репродуктив) органы. Унда һеркә барлыҡҡа килә.

Амариллистың һеркәстәре(Amaryllis)

Һеркәлектең төҙөлөшө үҙгәртергә

Һеркәлек — һеркәлек ебенән (стериль өлөшө) һәм һеркәлектән (русса пыльник) тора. Һеркәлектә һеркә бөртөксәләре барлыҡҡа килә. Һеркәлек ебе споралары махсуслашҡан көкөрт үҫемлектәренең (плауновидные) һәм яланғас орлоҡлоларҙың микроспорофиллдарына гомолог орган булып тора.

Һеркәлек 4 һеркәлек моҡсайынан (гнезда) тора. Һәр береһендә археспорийҙан мейоз юлы менән микроспоралар барлыҡҡа килә. Микроспора ата гаметофитҡа — һеркә бөртөксәһенә әүерелә. Һеркә бөртөксәләренең тупланмаһы һеркәлек була.

Сәскәнең һеркәстәре берәүҙән алып бер нисә меңгә тиклем булыуы мөмкин (мәҫәлән, кактус). Сәскәнең һеркәстәре тупланмаһын андроцей тип атайҙар. Һеркәстәре ғәҙәттә сәскә төбөндә түңәрәк яһап йәки спираль буйынса урынлаша.

Һеркәстәре тулыһынса йәки өлөшләтә ҡушылып үҫергә мөмкин. Ҡабаҡ һымаҡтарҙа улар тулыһынса ҡушылып үҫкән. Ҡатмарлы сәскәлеләрҙә (астра сәскәлеләр) — һеркәлек менән, ҡуҙаҡлыларҙа һеркәс ептәре менән ҡушылып үҫкән (ҡуҙаҡлыларҙың ҡушылып үҫкән һеркәс ептәре көпшә барлыҡҡа килтерә. Раффлезиялылар һәм ҡайһы бер орхидеялылар вәкилдәрендә һеркәстәре емшән, менән ҡушылып махсус орган барлыҡҡа килтерә (колонка).

Шулай уҡ үҙгәртергә

  • Емшән —   сәскәле үҫемлектәрҙең  инә енесле .репродуктив органы булып тора.

Иҫкәрмә үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә