Һенрих Диңгеҙгиҙәр

португал инфанты, король Жуан I-ҙең улы, күп португал диңгеҙ экспедицияларын ойоштороусы

Генрих (Энрик, Энрике) Диңгеҙгиҙәр (португ. Henrique; 4 март 1394 йыл, Порту — 13 ноябрь 1460 йыл, Сагреш) — португал инфанты, король Жуан I улы, Көнбайыш Африка яры буйлап Мавританиянан көньяҡҡа табан күп кенә португалия диңгеҙ экспедицияларын ойоштороусы.

Һенрих Диңгеҙгиҙәр
порт. Henrique de Avis, 1.º Duque de Viseu
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Королевство Португалия[d]
Титул рыцарь[d][2], Герцог Визеу[d][2] һәм сеньор[d]
Псевдоним Henrique o Navegador һәм Infante de Sagres
Ҡушамат the Navigator һәм o Navegador
Тыуған көнө 4 март 1394
Тыуған урыны Порту[d], Королевство Португалия[d][3]
Вафат булған көнө 13 ноябрь 1460({{padleft:1460|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[4][5][6][…] (66 йәш)
Вафат булған урыны Вила-ду-Бишпу[d], Королевство Португалия[d]
Ерләнгән урыны Монастырь Санта-Мария-да-Витория[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Жуан I[d][7]
Әсәһе Филиппа Ланкастерская[d][7]
Бер туғандары Beatrice, Countess of Arundel[d], Изабелла Португальская[d][7], Дуарте I[d][7], Фернандо[d], Педру, герцог Коимбры[d], Альфонс I[d] һәм Жуан Португальский[d]
Нәҫеле Ависская династия[d]
Туған тел Португал теле
Һөнәр төрө офицер
Биләгән вазифаһы Grand Master of the Order of Christ[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d] һәм дворянин[d][8][8][8]
Һуғыш/алыш Битва при Сеуте[d][9] һәм вторая осада Сеуты (1419)[d][9]
Алыштырған Жуан I[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Подвязки орден Христа гроссмейстер Ависского ордена
 Һенрих Диңгеҙгиҙәр Викимилектә

21 йәшендә Генрих, артабан Африкала португал экспансияһының сауҙа форпосты булып киткән  Сеутаны баҫып алыуҙа ҡатнаша (1415 йыл) (ҡара: Сеута янындағы алыш). 1418 йылдан Генрих  Португалияның көньяғындағы Лагуш ҡалаһы янында төпләнә һәм унда обсерваторияға нигеҙ һала. Сагреш ҡалаһында ул иң яҡшы математиктар һәм картографтар уҡытҡан навигация мәктәбенә нигеҙ һала. Үҙе диңгеҙ экспедицияларында ҡатнашмаһа ла, уларҙы ойоштороуға һәм финанслауға һалған аҡсалата ярҙамы, сауҙагәрҙәр, һыу караптары хужаларын һәм башҡа яңы сауҙа юлдарын асыуға ынтылғандарҙы йәлеп иткән өсөн уны Диңгеҙгиҙәр тип йөрөткәндәр.

Сәйәси эшмәкәрлеге үҙгәртергә

 
Һенрих Диңгеҙгиҙәр һәм уның гербы. Уның вафатына 500 йылға бағышлап һуғылған тәңкә.

Генрих Диңгеҙгиҙәрҙең эшмәкәрлегендә төрлө  мәнфәғәттәр бергә үрелгән: колониаторҙыҡы (португал тажы өсөн яңы ерҙәр баҫып алыуға ынтылыш), тикшеренеүсенеке (яңы асылған ерҙәрҙең картаһын төҙөү һ . б.), миссионерҙыҡы (яңы халыҡтар араһында христианлыҡты таратыу), тәре йөрөтөүсенеке (Һенрих рыцарь-монах Христос орденының бөйөк магистры, Төньяҡ Африка ғәрәптәренә ҡаршы күп кенә  походтарҙа ҡатнашҡан. Африканы урап үтеп, Һиндостанға көнсығыш диңгеҙ юлын табыу һәм бербер пираттарына ҡаршы тороп, Португалия ярҙарына һәләкәтле баҫҡынсылыҡты туҡтатыу һәм диңгеҙҙә йөҙөү хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Һенрих көнбайыш Африка ярҙары буйлап көньяҡҡа йөҙөүҙәр ойоштороуға ҙур иғтибар биргән.

Алыҫ Һиндостанға, ҡиммәтле  тәмләткестәр сығанағына, диңгеҙ юлдарын эҙләп табыу Португалия өсөн бик мөһим булған. Ул ваҡыттағы сауҙа маршруттарынан ситтә урынлашҡан ил донъя сауҙһында ҙур табыш менән ҡатнаша алмаған.  Экспорт ҙур булмаған, ә Көнсығыштың тәмләткестәр кеүек ҡиммәтле тауарҙарын португалдар бик юғары хаҡҡа һатып алырға тура килгән, ә ил, Кастилия менән һуғыштан һуң, ярлы булған һәм бының өсөн уның финанс мөмкинлеге булмаған.

Әммә Португалияның географик урыны Африканың көнбайыш ярҙарындағы асыштар һәм «тәмләткестәр иленә» диңгеҙ юлын эҙләү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырған. Шулай уҡ, Һенрих Транссахара сауҙаһының килемлелеге һәм перспективалылығы тураһында яҡшы хәбәрҙар  булған. Көнбайыш Африканы Урта диңгеҙ менән бәйләүсе Көнбайыш Сахара аша үткән һәм ҡолдар менән алтын йөрөтөлгән сауҙа юлдарын быуаттар дауамында Төньяҡ Африканың Португалияға дошманлыҡ ҡылған мосолман дәүләттәре контролдә тотҡан. Энрике мосолман биләмәләре Африканың көньяғына ни тиклем алыҫ йәйелгәнен белергә теләп һәм уны уратып, көньяҡтағы  легендар христиан дәүләттәре, атап әйткәндә, юғалған Пресвитер Иоанн короллеге йөҙөндә союздаш табып, Көнбайыш Африка менән диңгеҙ сауҙаһын яйға һалырға иҫәп тотҡан.

1419 йылдан башлап һәм вафатына саҡлы, Һенрих  Африканың көнбайыш яр буйына бер-бер артлы экспедициялар  ойоштороп бер нисә утрау аса: Мадейра (1419), Азор утрауҙары (1427), Йәшел Морон утрауҙары (1456 йылда Диогу Гомеш). Ул ваҡытта европалылар хәҙерге Марокко ярҙары буйында Нун мороно артында нимә барын белмәгән; боронғо диңгеҙ мифтары был морондо диңгеҙҙә йөҙөүҙең һуңғы сиге тип атаһа ла, океан монстрҙары хаҡында бәйән итеп, йөҙөүгә яраҡһыҙ диңгеҙ һәм көйҙөргөс ҡояш был морон аръяғына үтеп ингән теләһә ниндәй  карапты ла юҡ итә тип иҫкәртһә лә, принц Энрикенең диңгеҙселәре быға иғтибар итмәгән: 1421 йылдан  башлап, улар морондоң аръяғына даими йөҙөп үтә башлағандар. Был экспедициялар Бохадор (1434 йылда Жил Эанеш), Кабо-Бланко морондарын урап үткән, мороно Кабо-Бланко, Сенегал һәм Гамбия (1445 йылда Диниш Диаш) йылға тамаҡтарын тикшергәндәр. Артабан алға һәм алға барып, улар гвинея яр буйынан алтын алып килә, асылған ерҙәрҙә терәк пункттар булдырыла. Тәүге ҡара тәнле тотҡондар партияһы күренгәндән һәм ҡолдар менән сауҙа башланғандан уҡ Һенрих ҡолдар менән сауҙа итеүгә дәүләт монополияһы индерә.

 
Португал ике матчалы каравелла-латинаһы — бөйөк географик асыштар эпохаһы карабы

Диңгеҙ сауҙаһы һәм Диңгеҙ гиҙеүҙең мөһимлеген аңлағанлыҡтан, инфант, төрлө илдәрҙең оҫталарын Португалияға саҡырып, картография һәм караптар төҙөүгә ҙур иғтибар бүлгән.

Был осорҙа Урта диңгеҙ караптары алыҫ океан сәйәхәттәре һәм тикшеренеүҙәре өсөн етерлек шәп һәм оҫта манёвр яһарлыҡ булмаған. Һенрих етәкселегендә яңы тип карап булдырылған — ҡыя латин елкәнле каравелла [10]. Бындай каравелла шәп һәм елгә текә ҡаршы бара алған, һәм был уны ғәмәлдә елдәрҙең өҫтөнлөклө йүнәлешенә буйһонмаҫ иткән. Ул асыҡ океанды һәм йылғаларҙы тикшерә алған, шулай уҡ, үҙенең ғәрәп прототибы менән сағыштырғанда, ул күберәк кеше һыйҙырған.

В 1452 году папа римский Николай V издал буллу Romanus Pontifex. Эта булла подтверждала санкционированное ранее право христианских держав на порабощение нехристианских народов и одобряла дальнейшую колонизацию. Но главное, она запрещала другим христианским державам посягать на права португальцев в северо-западной Африке.

Мираҫы  үҙгәртергә

Һенрих Диңгеҙгиҙәрҙең вафатынан һуң португалдарҙың көньяҡҡа колониаль үтеп инеүе бер аҙға аҡрыная. Әммә уның эшмәкәрлеге Португалияның киләсәк диңгеҙ һәм колониаль ҡөҙрәтенә нигеҙ һала. Ул сәйәси көрәштән дә ситләшмәгән, атап әйткәндә, португал тәхете тирәһендәге аҫтыртын мәкерле эштәрҙә лә ҡатнашҡан. Хәрби эштәрҙә әлбиттә уңыш уның яғына булмаған. Мәҫәлән, уның етәкселегендә португал ғәскәрҙәре, 1437 йылда Танжерҙы алып маташҡанда, емергес еңелеүгә дусар ителә, һәм был ваҡиғанан һуң Һенрих Диңгеҙгиҙәр Сеутаны ла бирергә әҙер булған. Принц Һенрих 1460 йылда вафат була, һәм был ваҡытҡа португал тикшеренеүселәре хәҙерге Сьерра-Леоне ярҙарына барып еткән һәм Йәшел Морон утрауҙарын асҡан. Һенрихтың тырышлығы португал диңгеҙгиҙәрҙәрен Хәйерле Өмөт моронон урап үтеп Һиндостанға һәм Алыҫ Көнсығышҡа диңгеҙ юлы табыуға дәртләндергән.

Хәтер үҙгәртергә

Энрике Диңгеҙгиҙәрҙең статуяһы Лиссабондағы яңы ерҙәрҙе тәүге асыусылар һәйкәленең күп кенә скульптура һындарын аса.

Иҫкәрмәләр  үҙгәртергә

  1. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-538207-5
  2. 2,0 2,1 Zurara G. E. Crónica da Tomada de Ceuta (порт.) — 1600.
  3. Генрих Мореплаватель (урыҫ) / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Henry the Navigator // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Henry the Navigator // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. Enric de Portugal // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.)Grup Enciclopèdia, 1968.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Kindred Britain
  8. 8,0 8,1 8,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  9. 9,0 9,1 Zurara G. E. cronica dos gramdes e notavees feitos do illustre e muito nobre S[eñor Dom Pedro de Meneses Conde de Villa Reall primeiro Capitam e Governador que foy na cidade de Ceita / a qual foy ajuntada e escrita neste vollume per mandado do muito alto e muito eccelente e muyto poderoso Principe elRey Dom Afonso o Quinto de Portugal e do Algarve e S[enh]or da dita cidade e dalcacer que este mesmo Rey ganhou junto com ella per mym Gomez Eanes dazurara profeso Cavaleiro e Come[n]dador da Orde[m] de Christo e seu Coronista e Guarda Mor do Tombo destes seus Reynos] (порт.) — 1600.
  10. The Genius That Was China: East and West in the Making of the Modern World. — Woodstock, New York: The Overlook Press, 1990. — P. 72. — ISBN 0-87951-397-7.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Зурара Гомиш Ианиш ди. Хроника открытия и завоевания Гвинеи. Восточная литература. Перевод с португальского — О. Дьяконов
  • Бизли Ч. Р. Генрих Мореплаватель / Чарльз Раймонд Бизли; Пер. с англ. Г. И. Головнева и Г. А. Барабтарло; Отв. ред. и автор предисл. Малаховский Ким Владимирович. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1979. — 240 с. — (Рассказы о странах Востока). — 15 000 экз. (обл.)

Һылтанмалар үҙгәртергә