Һатыбалдина Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы

Һатыбалдина Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы (9 февраль 1942 йыл26 август 2016 йыл) — ғалим-педагог‑методист. Биология фәндәре кандидаты (1971), профессор (1993). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).

Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы Һатыбалдина
Тыуған көнө

9 февраль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны

, , Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Ирекле ауылы

Вафат көнө

26 август 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (74 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Рәсәй

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

педагогика, химия

Эшләгән урыны

БДУ
БДПУ

Альма-матер

БДУ

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Сәниҙә Һатыбалдина

Биографияһы үҙгәртергә

Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы Һатыбалдина 1942 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ы Стәрлебаш районының Ирекле ауылында тыуа.

1966 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында тәбиғәт-география факультетын тамамлай. 1970 йылдан алып — Химия институтында, 1972 йылдан БДУ‑ла уҡыта башлай.

1971 йылда Сәниҙә Һатыбалдина «биология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1993 йылдан — профессор вазифаһында.

1983 йылда — «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы», 1997 йылда — «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» исемдәренә лайыҡ була.

1973—2014 йылдарҙа Сәниҙә Тимерхан ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтында һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. 1987—1989 һәм 1991—2007 йылдарҙа химия кафедраһы мөдире вазифаһын биләй.

Һатыбалдинаның ғилми эшмәкәрлеге урта мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа химия уҡытыу методикаһына, фекерләүҙе үҫтереүсе уҡытыу мәсьәләләренә бағышланған.

Сәниҙә Тимерхан ҡыҙының 140‑тан артыҡ фәнни һәм уҡытыу‑методик эше бар. Шулар араһында урта мәктәптәр өсөн химия дәреслектәре.

2016 йылдың 26 авгусында Өфөлә вафат була. Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылында ерләнә.

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Методология в реальной практике (реализация принципа восхождения от абстрактного к конкретному на примере изучения химии). Өфө, 2003
  • Обучение студентов методике преподавания химии на основе педагогики сотрудничества: в 2 ч. Өфө, 2005
  • Системно‑деятельностный подход в обучении предметам естественного цикла. Өфө, 2007 (авторҙ.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997)

Һылтанмалар үҙгәртергә