Һарыҡ ите — ризыҡ өсөн ҡулланылған һарыҡ йәки бәрәндең ите. Йәш бәрәстән алынған ит «бәрән ите» тип атала.

Һарыҡ ите

Ҡурылған, бешерелгән, быҡтырылған, ыҫланған, киптерелгән һәм тоҙланған килеш бик күп ризыҡ төрҙәрен әҙерләүҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, аштар: һурпа, шурпа, мошәүлә, боҙбаш һ.б.; икенсегә бирелгән ризыҡтарҙан: бишбармаҡ, былау, шешлек, манты, колбаса, тултырма, сосики, ҡурҙыҡ, форикол һәм башҡалар.

Һарыҡ ите һәр заманда ла диетик һәм үҙләштереүгә еңел ризыҡ һаналған.

Һарыҡ ите күсмә халыҡтар, төрөк, монгол, ғәрәп халыҡтарының йола ризығы булып ҡала. Иң ҡиммәтле (үҙенсәлекле еҫе юҡ, минераль матдәләр һәм витаминдарға бай) тоҡом тип «ҡалмыҡ тоҡомло» һарыҡтар һанала. Улар монгол ит һарыҡтары ҡушылмаһынан алынған.


Һылтанмалар үҙгәртергә