Һалым ставкаһы

һалым базаһы берәмегенә тәғәйен булған һалым дәүмәле

Һалым ставкаһы (һалым һалыу нормаһы) — һалым базаһы берәмегенә тәғәйен булған һалым дәүмәле. Һалымдың мотлаҡ элементтарының береһе булып тора. 

Һалым ставкаһы һалым түләүсенең килеменә ҡарата проценттарҙа сағылдырылһа, уны ғәҙәттә һалым квотаһы тип атайҙар.  

Төп төрҙәре:

  • Тотороҡло ставкалар — һалым һалынған объект берәмегенә (ҡайһы берҙә тотош объектҡа) һалым базаһы дәүмәленә ҡарамайынса абсолют суммала билдәләнәләр.  
  • Процентлы ставкалар, түбәндәгеләргә бүленәләр:
  • Нисбәтле (адвалор) ставкалар  — һалым базаһына ҡарата уның дәүмәлен иҫәпкә алмайынса бер төрлө процент менән эшләйҙәр. 
  • Прогрессив ставкалар — һалым базаһы ҙурайған һайын үҫә баралар. 
  • Регрессив ставкалар  — һалым базаһы бәләкәйләнгән һайын үҫә баралар.  

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә