Үҙең булып ҡал (фильм)

«Үҙең булып ҡал» (рус. Будь Собой, ингл. Get Real) – инглиз драматургы һәм сценарисы Патрик Уайльдың «What’s Wrong With Angry?» пьессаһы буйынса төшөрөлгән британ режиссёры Саймон Шорҙың драмаһы. Фильм Англияның Бейзингсток районы тирәһендә төшөрөлгән.

Үҙең булып ҡал
Get Real
Постер фильма
Жанр

комедия
драма
мелодрама

Режиссёр

Саймон Шор

Продюсер

Стивен Тейлор

Сценарий
авторы

Патрик Уайльд

Оператор

Алан Элмонд

Композитор

Джон Ланн

Кинокомпания

Arts Council of England,
British Screen Productions,
Distant Horizons

Оҙайлығы

108 мин.

Ил

Бөйөк Британия

Тел

инглиз

Йыл

1998

IMDb

0162973

Эстәлеге үҙгәртергә

 
Фильмдан күренеш.

Стивен Картер – уҡымышлы, сибәр һәм талантлы, ләкин үҙендә ябыҡ 16 йәшлек мәктәп уҡыусыһы, гей. Күршеһе һәм йәштәше Линда – уның берҙән-бер иптәше; парктағы дөйөм бәҙрәф – уның, ир-егеттәр менән осрашыу өсөн, берҙән-бер урыны. Шулай итеп, бәҙрәфтең күрше кабинаһындағы егет менән сираттағы осрашыу тураһында аралашҡан ваҡытта, Стивен йыраҡтан һоҡланып йөрөгән, мәктәп атлеттары командаһы капитаны Джон Диксон икәнен, белеп ҡала.

Стивендың атаһы, улынан йәшереп, йәш журналистар конкурсына уның «Мең йыллыҡ йәш быуындары» статьяһын ебәрә. Жюри, был статьяны, журналистика өсөн ҡыҙыҡлы тип һанай. Стивендың йәштәр тормошо тураһында яҙылған уңышлы статьяһын алып ырғытыуы тураһында, ата-әсәһе аңлай алмай. Быға ул: «Ә һеҙ минең тормошом тураһында нимә беләгеҙ?» – тип, яуап ҡайтара.

Мәктәп кисәһендә, бөтәһелә тыныс бейеү бейегән мәлдә һәм «һин шундай матур» (инглиз телендә «You Are So Beautiful») һүҙҙәре менән йыр ишетелгәндә, Стив һәм Джон ҡараштары менән осрашалар һәм күҙҙәрен бер-береһенән өҙә алмайҙар. Кисәнән һуң бер аҙ эсеп алған Джон, Стивендың йортона килә һәм үҙенең үҙенсәлекле икәнен аңларға ярҙам итеүен һорай. Ул үҙенең алдағы ваҡыттарҙа егеттәр менән танышыуы, үҙ-үҙендә яңылышҡаны тураһында һөйләй, ләкин, бөтәһе алдында асылырға – уның көсөнән килмәй. Стивен, бөтә тормош дәүерендә үҙенсәлегеңде үҙ итмәйенсә, үҙеңсә булып булмай, тип һанай. Егеттәр үбешәләр һәм ял көндәрен Стивендың йортонда үткәрәләр. Үҙ ара бәйләнеш барлыҡҡа килә, ләкин Джон, аралашҡандарын сер булып ҡалдырыуын һорай.

Стив, был донъяла үҫмер-гей булыуы күңелһеҙ һәм үҙ тормошоң менән үҙеңдең ҡарамағыңа ҡулланыуы ауыр булыуы тураһында, мәктәп журналы өсөн аноним «Үҙең булып ҡал» статьяһын яҙа. Ләкин мәктәп директоры уны баҫтырып сығарыуға ҡаршы килә, яҡшы мәктәптә бындай публикацияларға урын юҡ тип һанай.

Стивен һәм Джонды, урманда осрашҡан ваҡытта, полиция ҡурҡыта. Джон ҡаса, Стивенды тоталар һәм ата-әсәһенә ҡайтаралар. Стив, Джондың Кристина исемле иптәш ҡыҙы менән осрашыуы тураһында белеп ҡалғас, бик ныҡ асыулана. Джон осрашыуға, ҡалалағы иң матур ҡыҙҙы ҡосаҡлап, үбеп үҙен «нормаль» егет итеп хис итерен теләүе тураһында, ҡалған ир-егеттәр кеүек булыуын теләп барыуын аңлата, ләкин был бөтәһелә булманы. Джон Стивенға ҡарата үҙенең һөйөүен, мөхәббәтен аса һәм бынан ары мәктәптә ҡасып йөрөмәйәсәген еткерә. Егеттәр тағын ялдарын бергә үткәрә, был юлы Джондың йортонда. Джон атлеттар командаһы ағзаһы, Кейл яңылыш, егеттәрҙең осрашҡан ваҡытында, күреп ҡала.

Бүләктәр биреү церемонияһында Джондың атаһы улынан, Стивендың кем икәнен һорай – мәктәп журналындағы Джондың яҡшы фотоһүрәттәренең авторы. Джон бындай кешене белмәйем тип яуап ҡайтара, ләкин Стивен Джондың әсәһенә, һуңғы ял көндәрен, уларҙың йорттарында үткәргәнен һөйләп өлгөрә. Джон паникала һуңғы финал йүгерешендә еңелә. Стивен Джонды кейем алмаштырыу бүлмәһендә таба, уның менән һөйләшергә маташа, ләкин һуңғыһы «һин миңә иптәш түгел» тип, сығып китә. Стив үҙе генә ҡалған мәлдә, Джондың эске күлмәгенә илай, шул мәл комнатаға иптәше менән Кейл инә, һәм улар Стивенға ташланалар. Джон килеп инә. Ул, һөйләшергә вәғәҙә биреп, Стивен менән бергә ҡалдырыуҙарын һорай. Бергә ҡалғас, һуғыш тауыштарын барлыҡҡа килдереп, бер-береһенә үбешер өсөн яҡынлашалар. Ләкин Кейл менән иптәше тиҙ арала кире инәләр. Джон Стивенды аяғы менән тибә.

Тапалған тәне һәм йәне менән, Стивен яҡшы статья өсөн приз биреләсәк церемонияға юллана. Мәктәп аудиторияһы алдында, ата-әсәһе алдында ул тағы бер статья булыуы, мәктәп журналында баҫтырырға рөхсәт итмәгәндәре, тураһында әйтә. Был статья йәш егет-гей тураһында – үҙе тураһында статья. Бынан ары бер үҙенең булғыһы килмәй, уның иптәштәре булыуын, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яратыуҙарын өмөт итә; ул нормаль кеше булып һалышмаҫлыҡ ғаилә өлөшө булғыһы килә. Стивен Джонға ҡарай һәм ярҙамын көтә, ләкин Джон тыныс тора. Стивендың әсәһе һәм Линдағына ҡул саба. Церемониянан һуң Стивен мәктәп артындағы скәмйәлә Джонды таба. Стив Джонды тирә-яҡ алдында асылыуын һорай, быға һуңғыһы яуап ҡайтармай. «Бәхетле бул» һүҙҙәре менән Стивен китә.

Рольдәрҙә үҙгәртергә

  • Бэн Сильверстоун — Стивен Картер
  • Бред Гортон — Джон Диксон
  • Шарлотта Бритейн — Линда
  • Стейси А. Харт — Джессика
  • Патрик Нилсон — Марк
  • Кейт Макенери — Уэнди
  • Тим Харрис — Кевин
  • Джеймс Д. Уайт — Дэйв

Награда һәм номинациялары үҙгәртергә

Йылдар Булған хәл Награда/номинация Номинант
1998 йыл Dinard British Film Festival Премия Фильм ҡараусылар симпатияһы призы Саймон Шор
Премия «Алтын Хичкок» Саймон Шор
Эдинбург халыҡ-ара кинофестивале Премия Фильм ҡараусылар симпатияһы призы Саймон Шор
1999 йыл British Independent Film Awards Номинация BIFA иң яҡшы режиссёр эше өсөн Саймон Шор
Эмдендағы халыҡ-ара кинофестивале Премия Emden Film Award Саймон Шор
Golden Trailer Awards Номинация «Алтын трейлер»
Оренселағы бойондороҡһоҙ кино фестивале Премия Фильм ҡараусылар симпатияһы призы Саймон Шор
Премия Иң яҡшы европа фильмы өсөн жюри призы Саймон Шор
2000 йыл Chlotrudis Awards Номинация «Яҡшы актёр» номинацияһында Chlotrudis Award Бен Сильверстоун

Саундтректар үҙгәртергә

  1. Staying out for the summer — Dodgy
  2. Word Up — Cameo
  3. Shine — Liberty Horses
  4. Ready To Go — Repubblica
  5. Play that funky music white boy — Dave Danger
  6. You Are So Beautiful — Ian Harrison
  7. Love Is All Around — The Troggs
  8. Inbetweener — Sleeper
  9. El Tranqilandia — North Pacific Drift
  10. Beautiful One — Milk and Honey band
  11. OM-23 — Drug Free America
  12. Respect — Арета Франклин
  13. If You Want It to Be Good Girl (Get Yourself a Bad Boy) — Backstreet Boys
  14. Misunderstood — Kings of Infinite Space
  15. Think — Арета Франклин

Өҫтәмә факттар үҙгәртергә

  • «Entertainment Weekly»ның урта мәктәптәр тураһындағы илле фильмдар һанына инә, фильм 34-се урынды биләй.[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Гомосексуализм тематикаһы ҡуҙғатылған фильмдар:

Төшөрмәләр үҙгәртергә

  1. 34. GET REAL 2012 йыл 14 ноябрь архивланған. (инг.) Entertainment Weekly сайтында

Һылтанмалар үҙгәртергә