Үрге Әлкәш (рус. Верхнеалькашево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 109 кеше[1]. Почта индексы — 452328, ОКАТО коды — 80224810002.

Ауыл
Үрге Әлкәш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°30′18″ с. ш. 54°36′59″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 810 002

ОКТМО коды

80 624 410 121

Үрге Әлкәш (Рәсәй)
Үрге Әлкәш
Үрге Әлкәш
Үрге Әлкәш (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Әлкәш

Тарихы үҙгәртергә

Сарьяз йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан Әлкәш ауылы элек Йылан ырыуының аҫаба башҡорто Араптандың исеме менән Араптан тип аталған була. 1834 йылдағы рәүиздә уның улы Әнүәр Араптанов (1764-1831 йй.) теркәлә. Әнүәрҙең улдары; Миңлеғафар (1789 й. т., уның улы Абсаттар), йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән Әхмәҙей Араптановтар. Шул уҡ рәүиздә Әүҙийәровтарҙың ҡарт олатаһы башҡорт Әүҙиәр Әббәсов та (1765 й. т.) иҫәпкә алына[2].

Әлкәш — антропоним. 1739 йылдың 25 июлендә тултырылған документта аҫаба башҡорттарҙың яһаҡ татарҙарын, йылына 5 һыуһар һәм 1,5 батман бал биреү шарты менән, үҙҙәренең Ҡыр-Ҡаңлы (Ҡаңлы) улусындағы аҫаба ерҙәренә индереүҙәре тураһында килешеү төҙөлә. Килешеү тексынан күренеүенсә, Әлкәштең улдары Йылан улусындағы Әлкәш ауылынан Ҡыр-Ҡаңлы улусына күсенеп төпләнә. Тимәк, XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Араптан ауылы Әлкәш ауылы тип атала башлай, әммә йәйәләр эсенә мотлаҡ ауылдың тәүге атамаһы яҙыла[2].

1870 йылда бер генә Әлкәш (Араптан) ауылы була. ХХ быуатта төп ауыл Үрге Әлкәш, ә яңы хасил булған ауыл Түбәнге Әлкәш тип атала. 1920 йылда үткәрелгән тәүге рәүиз материалдарында шул атамалар менән теркәлә. 1739 йылғы килешеүҙә аҫаба башҡорттар үҙ ауылдарына индергән яһаҡ татарҙары күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, 1762 йылғы рәүиздә бер генә ерһеҙ башҡорт та (припущенник) иҫәпкә алынмай. 1774 йылда Йылан улусы башҡорттары менән килешеү нигеҙендә ауылға типтәрҙәр индерелә[2].

1795 йылғы рәүиздә Араптан (2 ихатала 18 башҡорт, 5 ихатала 40 типтәр) һәм Әлкәш (4 ихатала 32 типтәр) айырым иҫәпкә алына. Ә 1816 йылда был ауылдар Әлкән (Араптан) исеме аҫтында бер ауыл булараҡ теркәлә. VIII рәүиз унда 20 башҡорт, 220 типтәр йәшәүен теркәй. Был факт 1774 йылдан һуң да ауылға типтәрҙәр индерелеүен раҫлай. 1859 йылдағы Х рәүиз мәғлүмәттәре: 7 ихатала 34 башҡорт һәм 65 ихатала 343 типтәр теркәлә. 1870 йылдағы рәүиздә ауыл халҡы тулыһынса (411 кеше) башҡорттар тип теркәлә. Ауыл элеккесә Әлкәш (Араптан) тип атала. Ә 1920 йылда ике ауыл айырым теркәлә: Үрге Әлкәштә (Араптан) 67 ихатала 341 башҡорт һәм Түбәнге Әлкәштә 88 ихатала 444 башҡорт йәшәүе теркәлә[2].

1843 йылда Араптан ауылындағы 4 ихатала йәшәгән 20 башҡорттоң 19 аты, 22 һыйыры, 5 һарығы, 8 кәзәһе була. 38 ихатала йәшәгән 220 типтәр 184 ат, 168 һыйыр, 142 һарыҡ, 76 куәзә аҫырай. Башҡорттар 96 бот ужым һәм 160 бот яҙғы иген сәсә (типтәрҙәр буйынса мәғлүмәттәр юҡ). Ауылда тирмән була. 1870 йылда берләшкән ауылда 8 һыу тирмәне эшләй[2].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 109 57 52 52,3 47,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Исмаил): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 144 км

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  • Коллектив авторов. История башкирских родов. Eldeak. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 13, часть. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-605-5.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.